6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Эшҡыуарҙар һәм банктар араһындағы мөнәсәбәттәр
17.03.08


       Хәҙерге даими үҙгәреүсән мөхиттә уңышлы старт алыу өсөн яңы эш башлаусы эшҡыуарға нимә кәрәк? Еренә еткереп эшләнгән бизнес-план, яҡшы белем, профессиональ тәжрибә? Эйе, былар ҙа кәрәк. Ләкин, икенсе яҡтан, әгәр һеҙҙең шундай уҡ мөһим тағы ла бер нәмәгеҙ булмаһа, былар ғына бизнеста уңышты гарантияламай. Нимә һуң ул?
       Әлбиттә, аҡса. Аҡса һәр кемгә кәрәк инде ул, ләкин эшҡыуарҙарға бигерәк тә. Һәм йыш ҡына кредит ойошмалары, йәғни коммерция банкылары менән үҙ-ара эш итеү бындай хәлдән берҙән-бер сығыу юлы булып тора. Тәү ҡарашҡа, бында барыһы ла ябай ғына кеүек - банкка килдең, документтар тултырҙың да кәрәк тиклем аҡса алдың. Ләкин ысынында иһә хәл башҡасараҡ - хәҙер һүҙ ошо хаҡта.
       Уҙған йылдың туғыҙ айы йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостанда 23 мең бәләкәй предприятие иҫәпләнә. Бында республика иҡтисадында шөғөлләнеүсе һәр бишенсе кеше эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләй. Тейәп оҙатылған тауарҙар һәм күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәр күләме көндән-көн түгел, ә сәғәтләп үҫә: 2007 йылдың туғыҙ айында был һан 70 миллиард 400 мең һум тәшкил итте, был 2006 йылдағынан 27 процентҡа күберәк.
       Был ҡаҙаныштарға ҡарамаҫтан, бәләкәй предприятиеларҙың иҡтисадҡа индергән өлөшө беҙ теләгәнсә үк юғары түгел - әйтәйек, үҫешкән илдәрҙә ул 50-60 процент тәшкил итә, ә беҙҙә был һан күпкә кәмерәк.
       БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары Максим Ульчев билдәләүенсә, бәләкәй бизнес проблемаларының 90 процент тирәһе финанс ресурстарына үтә алмауҙан килеп тыуа.
       Республикала тиҙҙән "Бәләкәй бизнесты кредитлау: талаптар һәм мөмкинлектәр" исеме аҫтында "түңәрәк өҫтәл" ойоштороласаҡ. Был кредит биреү менән бәйле хәҙерге заман бизнес проблемалары тикшереләсәк өсөнсө осрашыу буласаҡ.
       БР Милли банкы рәйесе урынбаҫары Радмир Ғәниев әйтеүенсә, "түңәрәк өҫтәл" - был өлкәлә бәләкәй бизнес, власть органдары һәм эшҡыуарҙар берләшмәһе позицияларын үҙ-ара яҡынайтырға булышлыҡ итеүсе механизмдар булдырыу һәм ҡарарҙар эшкәртеү өсөн етди майҙансыҡтарҙың береһе. Радмир Ғәниев белдереүенсә, бөгөн республикала бәләкәй бизнесҡа кредит биреү буйынса махсус программалары булған 20-нән ашыу кредит ойошмаһы эшләп килә. Сағыштырыу өсөн: биш йыл элек бындай программалар төбәктә икәү генә ине.
       Шулай итеп, хәҙерге ваҡытта банктар кредит ресурстарының киң спектрын тәҡдим итә. Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге эшҡыуарҙар улар менән файҙалана алмай! Сәбәбе нимәлә һуң?
       Бөгөн ике яҡ та (бизнесмендар үҙҙәре лә, кредит ойошмалары ла) атаған беренсе проблема - аҡсалата средстволарҙы тәьмин итеү, йәғни залог булмау. Ысынлап та, яңы эш башлаусы бизнесмендың залогҡа ҡайҙан күсемһеҙ милке, йә булмаһа етди техникаһы булһын?
       Эшҡыуарҙарға ҡарата башҡа дәғүәләр араһында банктар ойошманың насар финанс хәлен дә атай (эшҡыуарҙар үҙҙәре быны "артыҡ юғары финанс талаптары" тип баһалай). Ахыр килеп, кредит тарихы, шулай уҡ кредит алыу тәжрибәһе булмау.
       Хәйер, етди кредит тарихына һәм баҙарҙа байтаҡ эшләү стажына эйә булған фирмалар ҙа бөгөн үҙҙәренә кәрәкле кредит ресурстары ала алмай. Был ниҙән килеп сыға һуң? Беҙҙең эксперт фекеренсә, кредиттың асылын ике яҡ ике төрлө аңлай.
       Бында, моғайын, "асыҡлыҡ кимәле" кеүек төшөнсәне лә иҫкә алып китеү кәрәктер. Мәҫәлән, Рәсәй банктарының береһендә кредит алырға йыйыныусы бизнесменға һорауҙар исемлеге 1200-гә тиклем пункттан тора. Бындай анкета тултырыуға беҙҙең эшҡыуарҙарыбыҙ бигүк әҙер түгел. "Ҡайҙа йәшәйһең?", "Өйләнгәнһеңме?", "Балаларығыҙ нисәү?" "Фатирығыҙ ниндәй?" кеүек һорауҙар уларҙы һағайта. Шуға ҡарамаҫтан, былар ғариза биреүсене күҙ алдына баҫтырыу өсөн кәрәк булған ҡәҙимге тикшереү.
       Тағы ла бер проблема йәмғиәтебеҙҙә "бурыс упҡыны" ("долговая яма") кеүек төшөнсә булмауға ҡайтып ҡала. Дөрөҫөрәге, уны алмаштыра алырлыҡ. Ни өсөндөр, беҙ, үҙ репутациябыҙҙы ҡорбан итеп, кредитты ҡайтармаҫҡа ла мөмкин, тип уйлайбыҙ. Беҙ цивилизациялы үлсәмдәр буйынса йәшәргә өйрәнмәгәнбеҙ, ә банктың бурысты ҡайтарып алыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сараһы юҡ. Шуға күрә банкка кредит бирер алдынан "йөҙ ҡат үлсәргә" тура килеүе һис тә ғәжәп түгел.
       Радмир Ғәниевтың әйтеүенсә, түбәндәге принцип буйынса кредит ресурсы алырға мөмкин. Мәҫәлән, үҙ салонына (йәки магазинына) ышаныусы Парикмахерҙар (йәки Икмәк бешереүселәр, йәки Мебель һатыусылар) ассоциацияһы була. Әйтәйек, бөҙрәханалар салондарының береһенә ашығыс рәүештә коммерция банкынан кредит алырға кәрәк икән, ти. Уның хужаһы Парикмахерҙар ассоциацияһынан ярҙам күрһәтеүгә ышаныс ҡағыҙы ала. Бынан һуң ул банкка барып, ошо ышаныс ҡағыҙына нигеҙләнеп, өҫтәмә тикшереүҙәрһеҙ, кредит ала.
       Радмир Шәрифйән улының фекеренсә, бындай схема яҡтар араһында аңлашыуҙы еңеләйтәсәк һәм бәләкәй бизнес мөмкинлектәрен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Даръя Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал