6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Өсөнсө быуын стандарттары
17.03.08


       Рәсәйҙең хәҙерге профессиональ белем биреү системаһы һынылыш дәүерен кисерә. Бәхәстәр осоро үтте, һәм бөгөн белем биреүҙең күп кимәлле системаһына күсеү тураһында РФ законы бойомға ашырыла, студенттарҙы уҡытыуҙың яңы йүнәлештәрен, ысулдарын һәм формаларын индереү буйынса саралар ғәмәлгә ашырыла.
       - Беҙ профессиональ белем биреүҙең Европа форматына күсәбеҙ. Күрһәтелгән факторҙар өсөнсө быуын стандарттарын эшкәртеүҙе күҙ уңында тота, был, үҙ сиратында, Рәсәйҙең алдынғы фәнни мәктәптәренең һәм төп педагогтарының көсөн берләштереүҙе талап итә, - тип иҫәпләй Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин.
       Белем биреүҙең күп кимәлле системаһына күсеү һәм өсөнсө быуын белем биреү стандарттарын индереү менән бәйле проблемаларҙы дөйөм тикшереүгә сығарырға ҡарар ителде. Ошо маҡсатта Аҡмулла исемендәге БДПУ базаһында был көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының күп кенә педагогик юғары уҡыу йорттары вәкилдәренең Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе үтте.
       - Семинарҙа Рәсәйҙең 25 иң ҙур педагогик вузы ректорҙары, Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ вәкилдәре, төрлө белем биреү учреждениелары, педагогик академиялар, колледждар, училищелар, мәктәптәр һәм гимназиялар етәкселәре ҡатнашты, - тип һөйләй Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның уҡыу эштәре буйынса проректоры Максим Михайлов. - Семинар сиктәрендә беҙ белем биреү мөхитендәге иң актулаь проблемаларҙы тикшерҙек. Эш ултырыштар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, секция занятиелары формаһында алып барылды.
       Семинарҙың төп маҡсаттарының береһе булып педагогик вуздарҙың эш тәжрибәһен дөйөмләштереү, шулай уҡ педагогия фәне ҡаҙаныштарын ғәмәлгә индереү торҙо. Бындай кәңәшмәләр ҡатнашыусыларҙың барыһына ла кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙа мәғлүмәт алышыу үткәрелә, был дөйөм Рәсәй педагогик тәжрибәһен иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә.
       Өсөнсө быуын стандарттарын эшкәртеү педагогтар йәмәғәтселегендә бик күп бәхәстәр тыуҙырҙы. Бының менән ваҡытлыса ғилми-тикшеренеү коллективы шөғөлләнә. Уның составына Мәскәү дәүләт педагогия университетының квалификациялы ғалимдары, шулай уҡ башҡа вуздар вәкилдәре инде.
       - Күп педагогик вуздар, абруйлы булыуға ҡарамаҫтан, был стандарттар өҫтөндә эшләүгә йәлеп ителмәне. Һөҙөмтәлә педагогик эшмәкәрлектең профессиональ стандарты проектында, беҙҙең ҡарашҡа, теоретик хаталар бар һәм тәҡдим ителгән стандартты тормошҡа ашырыу юлдары күрһәтелмәгән, - тип иҫәпләй Раил Әсәҙуллин.
       Ырымбур дәүләт педагогия университеты ректоры Виктор Болодурин да уның менән килешә:
       - Белем биреүҙең күп кимәлле системаһына күсеү айҡанлы бәхәстәр осоро тамамланды. 2009 йылдың сентябренә тиклем ваҡыт аҙ ҡалды. Был осорҙоң ниндәй буласағын ҡәтғи билдәләргә ваҡыт етте. Педагогик стандарттар айҡанлы беҙҙең ваҡытлыса ғилми-тикшеренеү коллективы менән килешмәүсәнлектәр барлыҡҡа килде. Ә бит быға кешеләрҙең киләсәге бәйле.
       Өсөнсө быуын стандарттары белем биреү сифатын яҡшыртыу өсөн булдырыла. Ошо маҡсатта әле Рәсәй мәғариф майҙанын яңыртыу алып барыла ла.
       - Бөгөн бөтә ғилми-методик берекмәләр ике кимәлле системаға иҫәпләнгән өсөнсө быуын белем биреү стандарттары программаһы өҫтөндә эшләй, - тип аңлата Максим Михайлов. - Киләһе йыл индереләсәк ике кимәлле белем биреүгә күсеү менән яңы стандарттар индереүҙе берләштереп, беҙ юғары профессиональ белем биреү сифатын юғалтмау ғына түгел, уны яҡшыртыуға һәм дәүләтебеҙгә кәрәкле белгестәр әҙерләүгә өлгәшәсәкбеҙ. Хәҙерге икенсе быуын стандарты дисциплиналарҙы ҡәтғи өс өлөшкә бүлә: федераль, милли-төбәк һәм вуз компоне нттары. Яңы стандарт юғары уҡыу йорттарына күберәк академик иреклек бирәсәк.
       - Өсөнсө быуын стандарттарын индерергә ваҡыт еткән. Белем биреүҙең күп кимәлле системаһына күсеү беҙҙең бер урында тапанмауыбыҙҙы, мәғариф системаһы үҫешеүен күрһәтә. Һәм хәҙер беҙҙең төп бурысыбыҙ - яңы системаға күскәндә етешһеҙлектәргә юл ҡуймау, - тип тәҡдим итә Голянская исемендәге Кузбасс өлкә педагогия институты ректоры вазифаһын башҡарыусы Светлана Моцарь.
       Яңы белем биреү стандарттары студенттарға үҙ-үҙҙәрен күрһәтеү өсөн күберәк мөмкинлектәр бирәсәк.
       - Мин, элекке методика яраҡһыҙ, тип әйтмәйем. Ул студенттың белем биреү процесын әүҙемләштереү өсөн яңыртыу, инновацион педагогик алымдар индереүҙе талап итә. Студент лекцияларға йөрөү һәм семинар занятиеларға әҙерләнеү генә түгел, шулай уҡ уҡытыуҙың интерактив сараларын файҙаланып, үҙ аллы эшләргә лә тейеш. Был еңел генә булмаясаҡ. Профессор-уҡытыусылар составы студенттарҙың әҙерлек сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә инновацион методикалар индерһен өсөн, уларҙы дәртләндерерлек шарттар булдырырға кәрәк.
       Рәсәй педагогик вуздары вәкилдәренең Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә профессиональ педагогик эшмәкәрлек стандарты проекты авторҙары ла ҡатнашты. Шуға күрә унда ҡатнашыусылар өсөнсө быуын стандарттары айҡанлы үҙ фекерҙәрен әйтә һәм килеп тыуған бөтә һорауҙарҙы асыҡ дискуссияла тикшерә алды.
       - Тәбиғи, РФ педагогик вуздары кәңәшмәһендә педагогик уҡыу йорттарының ғына проблемалары тикшерелмәне, - ти Раил Әсәҙуллин. - Педагогик вуз тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда ул белем биреүҙең бөтә системаһына ла ҡағыла бит. Коллегаларыбыҙ менән осрашыу Рәсәй педагогик вуздары фонында университетыбыҙҙың курсын сағыштырырға, һайлаған стратегия һәм тактикабыҙҙың дөрөҫлөгөн, шулай уҡ ҡарарҙарыбыҙҙың сифатын билдәләргә ярҙам итте.

Елена Колоколова,
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал