6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Портфелдәр хужаларын тапты
14.03.08


       13 мартта үткән дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында портфелдәр таратылды. Регламент буйынса, республика парламентының яңы рәйесен һайлағанға тиклем ултырышты иң өлкән депутат БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев асты. Ул парламенттың закондар сығарыу эшендә төп маҡсаттар булып Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостандың дәүләтселеген нығытыу һәм шәхес хоҡуҡтарын күҙәтеү нигеҙендә граждандарыбыҙҙы социаль яҡлауҙы хоҡуҡи тәьмин итеү торасаҡ, тип ышаныс белдерҙе.
       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе вазифаһына депутаттар өсөнсө тапҡырына Константин Толкачевты һайланы. Вице-спикер Рафаил Зиннуров булды.
       Шулай уҡ ултырышта ете даими комиссия төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм уларҙың составы раҫланды. Дәүләт ҡоролошо буйынса комитет рәйесе - Зөфәр Сафин, уның урынбаҫары Михаил Бугера булды. Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитетты Зөфәр Еникеев етәкләне, уның урынбаҫары - Венера Шәрәфетдинова. Шулай уҡ Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет (Лев Бакусов, Римма Үтәшева), Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет (Наил Ҡотлогилдин, Дмитрий Купцов), Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет (Франис Сәйфуллин, Валерий Лебедьков), Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет (Рауил Бикбаев, Эльвира Юнысова), Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет (Альбина Буранғолова, Рөстәм Күзбәков) ойошторолдо.
       Бынан тыш, БР Дәүләт Йыйылышы Президиумы төҙөлдө, уның составына Дәүләт Йыйылышы Рәйесе, уның урынбаҫары һәм даими комитеттар рәйестәре инде.
       Депутаттар шулай уҡ мандат комиссияһы, депутат этикаһы менән наградлау буйынса комиссия ойошторҙо.
       Депутаттарҙы эш башлауҙары менән БР Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы. Ул, Дәүләт Йыйылышының яңы составы юғары белем-ғилми потенциалы менән айырылып тора, тип билдәләне. Унда иҡтисад, социаль өлкә һәм йәмәғәт тормошоноң төп тармаҡтарының күренекле эшмәкәрҙәре, ҙур ғәмәли тәжрибәгә эйә булған кешеләр бар. Бында депутаттарҙың өстән бер өлөшө - парламенттың элекке составында, 15 проценттан ашыуы урындағы үҙидара органдарында эшләгән. Эштәге күсәгилешлекте һаҡлау, өлгәшелгән позицияларҙы нығытыу өсөн быларҙың барыһы ла бик мөһим.
       - Һеҙҙең, яңы состав депутаттары алдында, республика парламентаризмы традицияларын дауам итеү һәм артабан үҫтереү, уның тарихына үҙ битегеҙҙе яҙыу бурысы тора, - тине Рәхимов.
       Президент халыҡ тарафынан һайланған кешеләр алдында торған бурыстарҙы билдәләп үтте.
       - Ваҡытында яңы закондар ҡабул итергә, илдә һәм республикала барған үҙгәртеп ҡороуҙарҙы юлға һалыу маҡсатында ғәмәлдәгеләренә үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Кешеләрҙең тормош кимәлен яҡшыртыу һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала. Иҡтисадта сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһын артабан үҫтереүҙе тәьмин итеү, яңы технологияларҙы һәм инновацияларҙы әүҙем индереү үтә мөһим. Хужалыҡ бәйләнештәрен һәм мөнәсәбәттәрен һөҙөмтәле хоҡуҡи көйләүгә өлгәшергә кәрәк. Булған производстволарҙы яңыртыуға һәм яңыларын төҙөүгә, властың бөтә кимәлдәрендә бәләкәй һәм урта бизнесты яҡлауға төп иғтибар бирелергә тейеш. Шуның менән бәйле төбәктәрҙең инвестицион әүҙемлеген үҫтереүгә һәм инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә йүнәлтелгән федераль закон проекттары өҫтөндә эшләү айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә була бара. Дәүләт Думаһына проекттар инициативаһы менән сығыу элеккесә һеҙҙең төп бурыстарығыҙҙың береһе булып торорға тейеш. Ер, һыу һәм урман мөнәсәбәттәрен федераль кимәлдә закон нигеҙендә көйләү камиллаштырыуҙы талап итә. Бында тәбиғи ресурстарҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеген күтәреү бурысы төп урынға ҡуйылырға тейеш. Экологик закондарҙы артабан үҫтереү айырым иғтибар талап итә.
       - Коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуға аныҡ ҡараш кәрәк, - тип билдәләне Рәхимов.
       Социаль өлкәлә эшләйһе эштәр байтаҡ. Быйылғы йыл беҙҙә Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителде. Ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу - дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше. Ғаиләгә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа һәр яҡлап дәүләт ярҙамы республикала социаль сәйәсәт өҫтөнлөктәренең береһе булды һәм булып ҡала. Депутаттарға уны камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәрен билдәләргә кәрәк. Беҙ милли традицияларыбыҙға, халҡыбыҙҙың рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәренә айырыуса һаҡсыл ҡарарға тейешбеҙ.
       Һүҙен йомғаҡлап, Президент федерализм тураһында тәғлимәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһенең һүҙҙәрен килтерҙе: "Закондар сығарыу власы - дәүләттең йөрәге". Депутаттар республика именлеге хаҡына, һайлаусылар мәнфәғәтендә үҙҙәренең юғары тәғәйенләнешен аҡлар, тип ышаныс белдерҙе.
       Шулай уҡ депутаттар контракт буйынса Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс үткәреү буйынса комиссия ағзаларын тәғәйенләне. Ҡала округында конкурс комиссияһы төҙөгәндә уның ағзаларының өстән ике өлөшө - Совет, ә өстән бер өлөшө БР Президенты күрһәтеүе буйынса БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан тәғәйенләнә.
       БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары комиссия составына "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Николай Кураповты һәм БР Президенты Хакимиәтенең территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса идаралығы начальнигы Зәки Насировты индерҙе.
       Өфө ҡала округы Советынан элек конкурс комиссияһы составына "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Исмәғил Ғәбитов, БР Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һәм Өфө ҡала округы Советы депутаты Андрей Носков индерелгәйне.
       Икенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаттары ҡарары буйынса Өфө ҡала башлығы вазифаһын биләүгә конкурс 27 мартта үтәсәк. Хәҙерге Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев конкурсҡа йомғаҡ яһағанға тиклем үҙ вазифаһын башҡарыуҙы дауам итәсәк.
       Әйткәндәй, БР Дәүләт Йыйылышы ултырышы тамамланыр алдынан БР Президенты Мортаза Рәхимов журналистарға, мэр вазифаһында ул элеккесә Качкаевты күрергә теләр инем, тип белдерҙе. Ул үҙ фекерен Павел Рюриковичтың эшен белеп башҡарыуы, уға артыҡ дәғүә булмауы менән нигеҙләне. Етмәһә, ул тәрбиәле кеше, яҡшы ғаилә башлығы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал