6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Рене Фазель "Салауат Юлаев" менән дуҫ
14.03.08


       Өфөгә Халыҡ-ара хоккей федерацияһы (IIHF) президенты Рене Фазель килде. Был сәфәр тураһында киң иғлан ителмәне. Уны ҡаршы алырға аэропортҡа йыйылған журналистарҙы бер генә һорау борсоно - ниңә беҙгә килә икән?
       Беренсе һорау бөтә шикләнеүҙәрҙе таратырға тейеш ине:
       - Һеҙҙең сәфәрегеҙҙең төп маҡсаты ниндәй?
       - Хоккей. Мин бында "Салауат Юлаев" менән "Северсталь" матчын ҡарарға килдем. Давоста "Шпенглер кубогы" турнирында мин Өфө клубы вәкилдәре менән таныштым. Улар мине үҙҙәренә саҡырҙы ла. Мин килергә вәғәҙә иттем һәм, бына күрәһегеҙ, килдем. Дуҫтарым менән осрашасаҡмын һәм мотлаҡ бөгөнгө матчты ҡараясаҡмын. Иртәгә үк ҡайтып китәм - был бик ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәр.
       - Хоккейҙан тыш, Өфөгә килеү программаһына тағы нимә инә?
       - Тик хоккей ғына.
       - Беҙ мистер Фазелгә башҡорт халыҡ батыры Салауат Юлаев һәйкәлен һәм Конгресс-холды күрһәтәсәкбеҙ, - тип һүҙгә ҡушылды Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов. - Ә төп ваҡиға булып уның Президент Мортаза Рәхимов менән осрашыуы торасаҡ.
       "Алдайһың бит, мистер Фазель! Шундай юғары вазифалы кешене Өфөгә тик ирҙәрсә дуҫлыҡ һәм хоккейға һөйөү генә килтереүенә ышанмайым мин", - тип уйланым мин һәм аныҡлаусы һорау бирҙем.
       - Һеҙҙеңсә нисек, Өфө инфраструктураһы үҫмерҙәр, йәштәр араһында донъя чемпионаты йәки халыҡ-ара клуб турниры кеүек халыҡ-ара ярыштарҙы ҡабул итеү өсөн ярарлыҡмы?
       - Һеҙҙә был яҡтан барыһы ла яҡшы! Проблема юҡ, - тине шунда yҡ Фазель. - Давостағы турнирҙа беҙ был турала һөйләштек инде. Өфөлә тикшереләсәк мәсьәләләрҙең береһе булып тап халыҡ-ара турнирҙы бында үткәреү торасаҡ. Әлбиттә, ҡарар шунда уҡ ҡабул ителмәй, ә заявка халыҡ-ара федерацияны үткәндән һуң ғына.
       Шулай итеп, Фазелдең ни өсөн килеүен белеүгә өлгәштек. Башҡа мәсьәләләр ҙә күтәрелде.
       Мәҫәлән, Халыҡ-ара Олимпиада комитеты ағзаһы булараҡ, Фазелгә Сочиҙы тағы ла бер тапҡыр маҡтарға тура килде:
       - Мин был уйындарҙың уңышлы үтәсәгенә тулыһынса ышанам. Унда бик күп төҙөлөш эштәре башҡарырға кәрәк буласаҡ, әммә мин урыҫтарға ышанам.
       Коллегаларымдың береһенең, ни өсөн регуляр чемпионат еңеүсеһе - Өфөнө Чемпиондар лигаһында ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм иттеләр һәм был путевканы турнирҙың элекке еңеүсеһенә, йәғни Магнитогорск "Металлург"ына тапшырҙылар, тигән һорауы бик мөһим һәм урынлы булды.
       - Әле бер нәмә лә хәл ителмәгән, - тине ҡырҡа Фазель, - Чемпиондар лигаһы менән артабан ни буласағын ҡарарға кәрәк әле.
       Фазель "Салауат Юлаев"ты маҡтап та ҡуйҙы, бер үк ваҡытта дуҫтарының Шпенглер Кубогында еңелеүен аҡланы ла.
       - Давоста Рәсәй командалары өсөн ҡатмарлы, үҙенсәлекле турнир булды. Диңгеҙ кимәленән юғары булыу ҙа, Өфө командаһы өсөн расписание ла ҡатмарлы булды - һөҙөмтәлә уларҙың аҙаҡтан хәле бөттө. Швейцария көйәрмәндәренә һеҙҙең етеҙ уйнаусы командағыҙ бик оҡшаны.
       Күнегелгән һәм иҫке суперлиганы алмаштырасаҡ Континенталь хоккей лигаһы (КХЛ) темаһына ла ҡағылдылар.
       - Мәскәүҙә беҙ РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Нарышкин менән һеҙҙә ойошторорға йыйынған Континенталь хоккей лигаһының киләсәге тураһында һөйләштек. Мин, мәҫәлән, быны бик шәп идея, тип уйлайым. Был СССР чемпионатын тергеҙеү кеүегерәк буласаҡ.
       Әйткәндәй, КХЛ проекты менән танышҡандан һуң унда уйлап тапҡан нәмәләр бөтәһе лә тиерлек хупларлыҡ булыуына инанаһың. Тамашасыға бигерәк тә плей-оффта уйындар һанын арттырыу оҡшаясаҡ. Тик ике әйбер бик тә оҡшаманы.
       Ил чемпионаты төп призын "Гагарин кубогы" тип атау һис тә килешмәй. Ер шарының беренсе космонавы ҙур хоккей менән бер нисек тә бәйләнмәгән дә һуң. Рәсәйҙең буласаҡ төп хоккей трофейы өсөн бындай атама уйлап тапҡан кешеләрҙең фантазияһы бик үҫешмәгән, минеңсә.
       Төп ахмаҡлыҡ - дивизиондарға бүлеү. Рәсәйҙә улар төбәк принцибы буйынса ла (көнсығыш командалар күп осасаҡ, ә көнбайыштар - киреһенсә, аҙыраҡ), рейтинг принцибы буйынса ла кәрәкмәй.
       Көслө "Салауат Юлаев"ты алайыҡ. Ике ҡеүәтле һәм, иң мөһиме, принципиаль ярышташ команда ("Магнитка" һәм "Аҡ Барс") Өфө клубы менән бер кәрзингә эләкте. Йәғни был ике команда төрлө дивизиондарҙа уйнаясаҡ һәм ни бары ике тапҡыр ғына регуляр уйында осрашасаҡ, тигән һүҙ. Яңы лига, матур традицияларҙы боҙоп, тамашасыны көслө командалар ярышын ҡарауҙан мәхрүм итмәксеме...
       Ғөмүмән, дивизиондарҙы НХЛ-ға нығыраҡ оҡшатыу өсөн генә ойошторғандар кеүек тойола. Эй, туғандар, дошмандың бөтә яҡтарын да түгел, ә яҡшы сифаттарын ғына үҙләштерергә кәрәк...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал