6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Сәйәси консультант бик кәрәк һәм ижади һөнәр
04.03.04


       Демократик процесстар беҙҙең тормошобоҙға әүҙем үтеп и нә башланы. Быға уҙған йома көнө "Националь" клубында Дәүлә т Йыйылышы, Өфө ҡала Советы депутаттары, әйҙәүсе сәйәсмәндәр , сәйәси технологтар, социологтар, башҡала вуздары уҡытыусыл ары, Рәсәй һәм республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡ атнашлығында уҙған сара асыҡ дәлил булып тора.
       Был осрашыуҙы Сәйәси консультант көнө айҡанлы "Имидж - консультант" консалтинг фирмаһы ойошторҙо. Сараны алып барыусы, заманса әйткәнсә, модератор Сергей Лавр ентьев, был байрам донья кимәлендә унынсы, ә беҙҙә иһә ни ба ры дүртенсе генә йыл үткәрелеүен белдерҙе. Был мөһим сарала ҡатнашыусы булараҡ, шуны әйткем килә - байр ам, ысынлап та, уңды. Өс сәғәт буйына барған дискуссияла бай таҡ ҡына һорауҙарға яуап алынды. Улар араһында , мәҫәлән, шу ндайҙары ла булды : Нимә ул сәйәси консултация Һайлауҙар ни
       өсөн кәрәк Сәйәси мәҙәниәтте күтәреүҙә матбуғат баҫмалары ниндәй роль уйнай
       Нәилә Алтынова: - Башҡортостанда һайлауҙар буйынса сәйәситехнолгиялар юҡ тие ргә була. Был йәһәттән беҙюлдың башында ғына торабыҙ әле. Сә йәси консалтинг яралтҡы рәүешендә тиергә лә була. Беҙҙең сәй әси технологтарыбыҙ ҡыйыуһыҙ ғына тәүге аҙымдарын эшләй. Әлбиттә, сәйәси технолгиялар бик һәйбәт нәмә, әммә кандидат тарҙың үҙҙәренең ғәҙәти сәйәси мәҙәнилеге юҡлығы борсолдора.
       Үҙ кандидатураларын күрһәткәндәр араһында пиар кампаниялары н дөрөҫ төҙөгәндәр һирәк. Ни өсөндөр кешеләр пиар тик ҡара ғ ына булырға тейеш тип уйлай, ә бит бындай фекер йөрөтөү төпт өдөрөҫ түгел. Һәр кандидат һайлауҙарҙы матур итеп үтә ала. Б еҙгә Рәсәй технологтарынан үрнәк алырға кәрәк. Ә бына беҙҙең
       республикала сәйәси технологтар бар тигән фекер менән мин р иза түгел, әммә был минең шәхси фекерем.
       Сергей Лаврентьев: - Сәйәси консультант үҙенә билдәләнгән координаттар система һында эшләй бит. Шуға күрә уны кандидаттан идеаль кеше эшләр гә тейеш тип ҡарарға ярамай. Сәйәси консалтинг ул, ғөмүмән,
       ҙур аҡса менән бәйле. Сәйәси аналитиктарҙың мәғлүмәтттәре б уйынса, йыл барышында сәйәси консультация баҙарында яҡынса
       бер миллиард һум аҡса тотонола. Һайлау йылында яҡынса 200 м ең яңы эш урыны ойошторола: улар иҫәбенә штабтар, кандидат т үләгән эш хаҡына эшләүсе хеҙмәткәрҙәр. Һәм был ысынлап та ин дустрия.
       Тимур Саблин: - Сәйәси консалтингты баҙар күҙлегенән ҡарағанда, уны былай сағылдырырға була: депутат булырға һорау булһа, тәҡдим дә бу ласаҡ. Әйтәйек, минең бер миллион доллар аҡсам бар һәм мин депутат булырға теләйем. Депутат булыр өсөн тап бер миллион
       доллар кәрәк икәнлеген бөгөн барыһы ла белә. Ә халыҡ мәнфәғ әтен күҙәтеү һәм башҡалар һәм башҡалар баҙар мөнәсәбәттәренд ә бөтөнләй юҡ тиер инем мин. Аҡса роль уйнаған саҡта, эш был ай эшләнә бит: мә, һиңә, аҡса, ә уны ҡулға төшөргән кеше иһә
       был сумманы тулыһынса аҡларға тейеш.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал