6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Архитектура

Кәрәҙле йорт
13.03.08


       Бал ҡорто кәрәҙҙәре формаһында йорт төҙөргә? Ә ниңә төҙөмәҫкә, тип уйланылар Гөлнур һәм Зөһрә Бураҡаевалар. Балы менән дан тотҡан республикабыҙҙа ниңә һуң кәрәҙ формаһындағы бер йорт та юҡ, тигән уй беренсе булып уларҙың башына килде. Улар, башҡорт балы кеүек, республиканың символы була алыр ине. Башҡортостанға килгән һәр кем, бына улар кәрәҙҙәр, бына бал һәм бына ниндәй башҡорттар, тип һоҡланыр ине.
       Был айҡанлы үҙ фекерҙәрен Гөлнур һәм Зөһрә БР Архитекторҙар союзының архитектура оҫтаханаһы етәксеһе Салауат Бәхтиев менән уртаҡлашты. Ул да был идея менән янып китте һәм, бер ай ҙа үтмәне, "Архикәрәҙҙәр" исеме менән проектын әҙерләне. Был нимә ул һәм уны ғәмәлгә ашырырлыҡмы икәнлеге хаҡында авторҙар үҙҙәре һөйләй.
       Салауат:
       - Кәрәҙ формаһындағы йорт нигеҙендә - тимер бетон каркас менән конструкция. Ул заводта әҙерләнәсәк һәм йыйылған көйөнсә урынға килтереләсәк, тип уйлайбыҙ. Әҙер каркас артабанғы төҙөлөш өсөн ваҡытты экономиялаясаҡ. Блоктарҙы төрлөсә урынлаштырырға мөмкин. Мәҫәлән, залды - бер кимәлдә, ә йоҡо бүлмәһен икенсе кимәлдә яһарға. Бүлмәнең диаметры алты метр. Кәрәҙ формаһы арҡаһында бындай бүлмәлә яҡты буласаҡ һәм ҡараңғы мөйөштәр булмаясаҡ. Алты мөйөшлө булыу материалдарҙы экономияларға ла ярҙам итәсәк. Бынан тыш, кәрәҙҙәр үҫеү тенденцияһына эйә бит, һәм йорт та теләгән бер йүнәлештә үҫеүе мөмкин. Бина тулыһынса төҙөлөп бөткәс, ул алты ҡырлы булып күренмәйәсәк, ә бик нәфис килеп сығасаҡ. Өҫтәмә модулдәрҙән автомобиль ҡуйыу өсөн урын, веранда, балалар майҙансығы яһарға мөмкин буласаҡ. Йәғни төрлө композиция комплекстары күҙ уңында тотола. Квадрат йәки түңәрәк - ҡаты схема. Алтыҡыр - тап кәрәкле нәмә.
       Зөһрә:
       - Йорт-кәрәҙҙәр блоктары урынлаштырылған майҙансыҡта төҙөлөш сүп-сары булмаясаҡ. Бындай модулде урынлаштырыу өсөн ағастарҙы ла бысырға кәрәкмәйәсәк. Кирбеҫ һалыу кеүек төшөнсә булмаясаҡ. Кеше бит фатирға аҡса һалыр алдынан уның ҡышмы әллә йәйме төҙөлөүе менән ҡыҙыҡһына. Әгәр ҡыш һалынһа, тимәк, мотлаҡ ярыласаҡ, дымланасаҡ.
       Беҙ кискеһен өйгә, һәр беребеҙ үҙ ҡумтаһына ҡайтабыҙ. Дүртмөйөш беҙҙе сикләй, фатирҙары архитектураһы буйынса ла, дизайны буйынса ла ҡыҙыҡлыраҡ булған, мебель башҡасараҡ ҡуйылған байыраҡ дуҫтарыбыҙға ҡунаҡҡа барһаҡ, комплекстар барлыҡҡа килтерә. Тәбиғи, беҙ быларҙың береһен дә эшләй алмайбыҙ. Дүртмөйөштә фантазия өсөн урын аҙ. Мин үҙем, мәҫәлән, кәрәҙ формаһындағы йортта бик тә йәшәргә теләр инем. Миңә бинаның яҡты булыуы һәм яҡшы елләтелеүе оҡшай. Алтыҡырҙа дүртмөйөшкә ҡарағанда һауа алмашыныуы ла яҡшыраҡ.
       Салауат:
       - Беҙ юҡҡа ғына үҙ йортобоҙ өсөн бындай форманы алманыҡ. Ул рациональ. Бындай блоктарҙан йорт мегаполисында үтә ел проблемаһын да хәл итергә мөмкин.
       - Проект ҡасан тормошҡа ашырыла башланасаҡ?
       - Әлегә беҙ заявка ғына бирҙек. Хәҙер бизнес-план төҙөйбөҙ. Инвестор һәм етештереүсе табырға кәрәк.
       Зөһрә:
       - Беҙ туризм бизнесын юлға һалырға теләгән Бөрйән районында эксперимент үткәрергә тәҡдим итергә теләйбеҙ. Нимәгә сит илдәрҙән килеүселәргә бөтә донъяла тәҡдим ителгән кеүек отелдәрҙә йәшәргә. Улар Башҡортостанға килә, бал һатып ала һәм кәрәҙҙәрҙә йәшәй. Етмәһә, бындай архитектура ҡаялы урындарҙа яҡшы урынлашасаҡ. Отелдәр төҙөгәндә матур тәбиғәтебеҙ техника тәгәрмәсе һәм төҙөлөш сүп-сары аҫтында һәләк була бит. Блоктар менән күпкә ябайыраҡ.
       Зөһрә:
       - Иң мөһиме, был башҡорт архитектураһы. Беҙ үҙебеҙҙекен тәҡдим итергә теләйбеҙ. Халҡыбыҙ бал ҡортолай тырышып эшләй, һәм уларҙың үҙ йорт-кәрәҙҙәре булырға тейеш. Кәрәҙҙәр нигеҙендә йорт йәки күңел асыу комплексы төҙөү буйынса конкурс иғлан итергә мөмкин. Беҙҙең идея башланғыс ҡына, уны артабан үҫтерергә мөмкин.
       Салауат:
       - Беҙ уны күпләп төҙөүгә дәғүә итмәйбеҙ. Ләкин урын алһын ине. Шарттар тыуҙырғанда, халҡыбыҙ яҡшыраҡ йәшәй алыр ине, тип уйлайым. Һәр кем шәхси төҙөлөш алып бара алмай. Был ҙур финанс һалыуҙары талап иткән ауыр эш. Беҙ ҡасабаларҙа йорт- кәрәҙҙәр төҙөргә тәҡдим итәбеҙ. Был проект еңелерәк, арзаныраҡ һәм ябайыраҡ төҙөргә һәм тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға мөмкин булыуын раҫлаясаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал