6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Башҡортостан Парижды яуларға әҙерләнә
13.03.08


       Башҡортостан Республикаһы тураһында Парижда беләләр. 26-28 мартта Франция баш ҡалаһында, ЮНЕСКО штаб- квартираһында, республикабыҙҙың халыҡ-ара презентацияһы үтәсәк.
       Презентацияла республикабыҙҙың рухи, интеллектуаль, мәҙәни тормошоноң бөтә йүнәлештәре күрһәтеләсәк. Башҡортостандың Парижда презентацияһы буйынса республика инициативаһын Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығы хупланы. Был идеяны ЮНЕСКО-ның генераль директоры Коитиро Мацуура ла яҡлап сыҡты. Был турала Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарыусы директоры Рим Суфиянов һәм БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары Вилорий Яҡупов һөйләне.
       Был сара, Башҡортостан тураһында ЮНЕСКО ағзалары булып торған бөтә 194 ил дә белһен, тигән маҡсатты күҙ уңында тотоп үткәрелә. Белгән төбәк менән инвестиция контракттары ла еңелерәк төҙөлә. Унда 200-ҙән ашыу дәүләт етәкселәре ҡатнашасаҡ, улар презентацияның маҡсат аудиторияһы булып тора ла.
       - Беҙҙе беҙ теләгәнсә үк белмәйҙәр, - тине Яҡупов. - Ә, беренсе сиратта, белгән өлкәләргә капитал һалалар бит.
       Март аҙағында ЮНЕСКО штаб-квартираһында тәғәйен нимә ойоштороласаҡ һуң? Киң программа планлаштырылған. 850 квадрат метр майҙанды биләгән өс залда Башҡортостандың хәҙерге һынлы сәнғәте күргәҙмәләре үтәсәк, фәнде һәм мәғарифты, спортты һәм туризмды үҫтереү, йәштәр сәйәсәте буйынса мәғлүмәти стендтар ойоштороласаҡ. Экспозицияла БР Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлыҡҡа күп урын бирелә. Уның стендтарында республикабыҙҙың шифаханалар, профилакторийҙар һәм рекреацион эшмәкәрлегендәге ҡаҙаныштар тураһында мәғлүмәт урынлаштырыласаҡ. Етмәһә, Парижға башҡорт милли көрәше алымдарын күрһәтәсәк спортсылар ҙа киләсәк.
       Форумда ҡуйыласаҡ картиналар һәм фотоэштәр юлға сыҡты ла инде, 20 мартта улар Парижға килтереп еткереләсәк.
       Күргәҙмәлә шулай уҡ Башҡортостандың Франция һәм ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеге тураһында мәғлүмәти материалдар ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, республиканың сәнғәт оҫталары фольклор һәм классик музыка концерттары күрһәтәсәк.
       Телдәрҙе үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл" үтәсәк, "Башҡортостанда мәҙәни һәм тел плюрализмы" фәнни семинары үткәреләсәк, бер нисә йәш ғалим һәм БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев сығыш яһаясаҡ. Бөтә сығыштар француз һәм инглиз телдәрендә яһаласаҡ.
       ЮНЕСКО менән Башҡортостан Республикаһы араһында Хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Уның төп идеяһы - ЮНЕСКО-ның консультация ярҙамын файҙаланыу һәм Башҡортостандың ЮНЕСКО программаларында ҡатнашыуы.
       Парижға республикабыҙҙың 200-ҙән ашыу вәкиленән - БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ, Мәғариф, Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлыҡтары, БР Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәренән торған делегация юлланасаҡ. Шул иҫәптән тиҫтәгә яҡын журналист та буласаҡ. БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге делегация чартер рейсы менән осасаҡ.
       Бынан тыш, 21 мартта Францияға Өфөнән ЮНЕСКО-ның ассоциациялаштырылған мәктәптәре уҡыусылары һәм директорҙары менән автобус сығасаҡ. Ассоциациялаштырылған мәктәптәрҙә балалар, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кеүек, ЮНЕСКО-ны ла ҡыҙыҡһындырған тәғәйен проблемаларҙы етди тикшерә. Был темаларға докладтар менән ЮНЕСКО семинарҙарында һәм кәңәшмәләрендә сығыш яһайҙар. Уларҙың ҡайһы берҙәре билдәле бер даирәләрҙә танылыу һәм хатта абруй яулап өлгөрҙө лә инде, һәм хәҙер уларҙы семинарҙарға бушлай саҡыралар. Парижда был мәктәптәр уҡыусылары мәктәптәр буйлап экскурсия яһаясаҡ, тиҫтерҙәре менән осрашасаҡ.
       Башҡортостан - Рәсәй Федерацияһының Парижда презентация үткәргән бишенсе субъекты инде. Быға тиклем унда Саха-Якутия, Татарстан, Алтай республикалары үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтте, ә иң уңышлы презентацияны Мәскәү үткәрҙе.
       Күп төбәктәр үҙ ҡаҙаныштарын Францияла күрһәтергә теләр ине, ләкин ЮНЕСКО штаб-квартираһында ваҡыт һәм урын бик сикләнгән. Һәм республикабыҙға был өс көн эләгеүен ойоштороусылар ҙур уңыш тип иҫәпләй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал