6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Яңы составта тәүге осрашыу
12.03.08


       Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яңы һайланған депутаттары 11 мартта тәүге тапҡыр яңы составта йыйылды. Парламентарийҙар кәңәшмә үткәрҙе, унда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың беренсе ултырышын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты һайланды.
       Ойоштороу комитеты рәйесе итеп Константин Толкачев һайланды. Ойоштороу комитеты составына шулай уҡ берҙәм республика округынан, "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй һайлау округы депутаттары Лев Бакусов, Рауил Бикбаев, Салауат Ғайсин, Наил Ҡотлогилдин, Евгений Майстренко, Фәрит Хәсәнов, Эльвира Юнысова, берҙәм республика округынан, "Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы" сәйәси партияһы депутаты Валентина Воронкова, 50-се бер мандатлы Мәләүез һайлау округынан депутат Николай Курапов һәм 38-се Инзә һайлау округынан депутат Павел Рабухин инде.
       Ойоштороу комитеты БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе вазифаһына кандидатураны тикшерәсәк, Дәүләт Йыйылышының даими комиссиялары иҫәбе һәм атамалары буйынса тәҡдимдәр ҡараясаҡ. Шулай уҡ һәр комитеттың иҫәп һәм персональ составы, Дәүләт Йыйылышының комиссиялары составы буйынса тәҡдимдәр индереләсәк. Бынан тыш, ойоштороу комитеты ағзалары һәр мәсьәлә буйынса ҡарарҙар проекттарын әҙерләйәсәк, парламенттың тәүге ултырышына көн тәртибе проектын төҙөйәсәк һәм эш органдарының яҡынса составын билдәләйәсәк.
       БР Конституцияһына ярашлы, Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышы яңы составты һайлағандан һуң 30-сы көнгә үткәрелергә тейеш, ләкин БР Президенты депутаттарҙы алдараҡ саҡырырға хоҡуҡлы. БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышы 2008 йылдың 13 мартына тәғәйенләнгән.
       БР Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы, яңы саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың беренсе ултырышын рәйес һайлағанға тиклем йәше буйынса иң өлкән депутат асасаҡ һәм алып барасаҡ. Дүртенсе саҡырылыш депутаттар араһында ундай кеше - 1938 йылдың 12 декабрендә тыуған Рауил Төхвәт улы Бикбаев.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал