6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Даталар

Наркополиция хеҙмәткәрҙәре тәүге тапҡыр үҙ һөнәре байрамын билдәләй
12.03.08


       Быйыл Рәсәйҙә яңы профессиональ байрам барлыҡҡа килде. 11 март ил Президенты Указы менән Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө итеп иғлан ителде. Дата осраҡлы ғына һайланмаған: тап биш йыл элек, 2003 йылдың 11 мартында, наркотик средстволар һәм психотроп матдәләр әйләнешенә контроль буйынса Дәүләт комитеты төҙөлә, һуңыраҡ ул Рәсәйҙең наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса Федераль хеҙмәт итеп үҙгәртелә.
       Был ведомствоны ойоштороу ваҡыт талабы була. 1990 йылдар башында Рәсәй, ҙур үҙләштерелмәгән ялан кеүек, сит илдәр наркотиктар таратыу менән шөғөлләнеүселәренең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Бер нисә йылдан илдә наркотиктар менән хәл шул тиклем ҡот осҡосҡа әйләнә, хатта президент Владимир Путин йыл һайын Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәләренең береһендә унан афәт кимәлен халыҡ-ара террорсылыҡ һәм күпләп юҡ итеү ҡоралы менән сағыштырҙы. Шулай итеп, илдә бөтә көстәре наркоагрессияға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән структура барлыҡҡа килде. Ведомствоның бурысы - тәҡдимде генә түгел, талапты ла кәметеү. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау менән бер рәттән хеҙмәт бурысына наркоманияны иҫкәртеү буйынса эш, шулай уҡ бөтә власть органдарының, учреждениеларҙың һәм ойошмаларҙың наркоманияға ҡаршы эшмәкәрлеген яраштырыу ҙа инде.
       Наркоконтроль булдырыу тирәләй тәүҙә бик күп бәхәстәр барҙы. Наркомания менән бәйле енәйәтселеккә ҡаршы милиция, Һаулыҡ һаҡлау һәм Мәғариф министрлыҡтары көрәшеүе лә еткән, тағы ла бер тотош структура эшен финанслау - аҡылһыҙлыҡ, тигән фекер әйтелде. Әммә биш йыл үткәс, хеҙмәт властарҙың ул саҡтағы аҙымы дөрөҫ булыуын иҫбатланы.
       Бөгөн Башҡортостан наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү хеҙмәтендә 700-ҙән ашыу кеше эшләй. Уларҙы әҙерләү менән Рәсәй наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса Федераль хеҙмәте Төньяҡ-Көнбайыш квалификацияны күтәреү институтының Өфө филиалы шөғөлләнә. Биш йылда республика наркоконтроле хеҙмәткәрҙәре 7000-дән ашыу наркотиктарға бәйле енәйәттәрҙе асыҡланы. 825 килограмм наркотик законһыҙ әйләнештән тартып алынды, республикаға наркотиктар индереү буйынса 11 ҙур каналға сик ҡуйылды, 229 наркомандар ояһы юҡ ителде.
       Наркотиктарға ҡаршы ведомство закондар сығарыу хоҡуғына эйә. Журналистар менән осрашыуҙа Рәсәй наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Валерий Кокин әйтеүенсә, рецепттар буйынса ғына ебәрелергә тейешле дарыуҙар исемлеге киңәйтелде. Был сара, башлыса, һуңғы ваҡытта төбәктә хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың әүҙем эшләүе менән бәйле "героин аслығы" күҙәтелеүе, һәм героинға альтернатива булараҡ, төрлө медицина препараттарынан әҙерләнгән синтетик наркотиктар тарала башлауы менән бәйле күрелде. Мәҫәлән, 2007 йылда "дезоморфин" синтетик наркотигын әҙерләү, һаҡлау һәм һатыу буйынса 70 факт асыҡланды, был 2006 йылдағынан дүрт тапҡырға күберәк.
       Валерий Кокин наркоманиянан мәжбүри дауалауҙы һәм шуның менән бәйле, совет заманындағы дауалау-хеҙмәт профилакторийҙары кеүек учреждениеларҙы тергеҙеүҙе яҡлап, үҙ фекерен әйтте.
       - Наркомания - ул сир. Һәм ни тиклем уны иртәрәк асыҡлаһаң, унан дауаланыу мөмкинлеге шул тиклем күберәк, - тине Рәсәй наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының ведомство-ара профилактика өлкәһендә үҙ-ара эш итеү бүлеге начальнигы Галина Кәримова. Ул тәүге хәрби иҫәпкә ҡуйғанда 82 меңгә яҡын үҫмерҙе тикшергәндән һуң наркомания диагнозы менән 123 кеше асыҡланыу фактын миҫал итеп килтерҙе. Ә бындай тикшереүҙәр мәктәптәрҙә үткәрелгән булһа, бындай балаларҙы тағы ла алдараҡ дауалай башларға мөмкин булыр ине.
       Бынан тыш, Рәсәй наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында, техноген хәүефле сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен наркотиктар ҡулланыуға тикшереүҙе дауам итергә кәрәк, тип иҫәпләйҙәр һәм был ойошмалар етәкселәрен был эшкә аяҡ салмаҫҡа саҡыралар. Былтыр бындай тикшереүҙәр республиканың 77 предприятиеһында үтте. Тикшерелгән өс меңдән ашыу кешенең 14-е наркотик ҡулланыуҙан иҫерек ине.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал