6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Ҡатын-ҡыҙ һәм суйын ҡойоу - бик тә тап килә!
11.03.08


       Боронғо ҡытайҙар күҙлегенән беҙ - уңмаҫ кешеләр, сөнки беҙ үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙең күҙлектән иһә, беҙгә бәхетле билет эләкте - беҙ донъяның ни тиклем тиҙ үҙгәргәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Күреү генә түгел, был үҙгәрештәрҙә туранан-тура ҡатнашабыҙ. Был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла - ХХI быуат бизнес-ханым образын кәүҙәләндергән дәртле, эшлекле гүзәл заттарға.
       Фән, сәйәсәт, бизнес - бөтә был өлкәләрҙә ҡатын-ҡыҙҙар күптән инде алдынғы роль уйнай. Был тенденция федераль генә түгел, төбәк кимәлендә лә асыҡ сағыла. Бында көслө "көсһөҙ" зат уңышҡа өлгәшкән мөһим йүнәлештәрҙең береһе - эшҡыуарлыҡ.
       Эйе-эйе, бөгөн беҙ Башҡортостандың аҡыллы һәм белемле, йүнсел һәм уңышлы вәкилдәре тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Бының өсөн ике сәбәп бар. Беренсенән, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, һәм бәләкәй бизнесты үҫтереү темаһын күтәргән һайын кешелектең гүзәл заттары хаҡында онотоу гонаһ булыр ине. Бынан тыш, яҙ башланыр алдынан Башҡортостандың эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары "Йылдың ҡатын-ҡыҙ директоры" Бөтә Рәсәй конкурсында республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтеп, уларҙы ҡотларға тағы бер һылтау бирҙе.
       Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьминаның әйтеүенә ҡарағанда, конкурста ҡатнашыусы ун ханымдың һәр береһе тыуған республикаһына теге йәки был награда (шул иҫәптән бер нисә юғары ла) алып ҡайтты. Алла Александровна билдәләгәнсә, был һөҙөмтәләр республикала эшҡыуарлыҡтың ныҡ алға китеүен һәм был үҫешкә тап ҡатын-ҡыҙҙар ҙур өлөш индереүен тағы бер тапҡыр раҫлай. Алла Кузьмина менән әңгәмәбеҙ тап шул хаҡта.
       - Алла Александровна, уҙған конкурсты бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иң мөһимдәрҙең береһе тип һанап буламы?
       - Һис шикһеҙ. Был дөйөм Рәсәй сараһының (быйыл ул ун беренсе тапҡырына үткәрелә) бурысы - предприятиеның һөҙөмтәле үҫешен тәьмин итеүсе ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү.
       Был конкурс хәл иткән тағы бер проблема - эшлекле бизнесвумен тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу. Был үтә мөһим, сөнки тәжрибә уртаҡлашыу һәр эшҡыуарҙың - ирҙәрҙең дә, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың да аяҡҡа баҫыуында төп момент булып тора.
       Өсөнсөнән, был, әлбиттә, йәмәғәтселек һәм дәүләт таныуы, был бизнеста артабан үҫеү һәм камиллашыу өсөн етди стимул булыуы мөмкин.
       "Йылдың ҡатын-ҡыҙ директоры" Бөтә Рәсәй конкурсына эләгер алдынан Башҡортостандан ҡатнашыусылар төбәктә һайлап алынды, ә унан алда район һәм ҡала кимәлдәрендә конкурста һайлап алыу үтте. Шулай итеп, республикабыҙҙан делегацияға яҡшыларҙан яҡшылар инде - был, әлбиттә, яуланған миҙалдар һәм дипломдар иҫәбендә күренде лә.
       - Эшлекле ҡатын-ҡыҙ һәм эшлекле ир-ат - принципиаль айырмаһы нимәлә?
       - Минеңсә, ҡатын-ҡыҙҙар күпкә һығылмалыраҡ. Улар бизнеста йышыраҡ интуицияһын ҡуллана, проблемаларҙы нығыраҡ тоя, теге йәки был кәмселекте яҡшыраҡ күрә. Ирҙәр, ваҡ-төйәккә иғтибар бирмәй, дөйөм "ҡарай". Ҡатын-ҡыҙҙар, киреһенсә, һәр нәмәгә иғтибар бирә.
       Бынан тыш, һәр етәксе ҡатын-ҡыҙҙа әсәлек нигеҙе һалынған. Коллективка етәкселек итеп, ҡатын-ҡыҙ компанияға ғаилә атмосфераһы индерергә маташа. Бынан, минеңсә, бизнес ота ғына.
       - Нисек уйлайһығыҙ, кемдең ҡул аҫтында эшләүе еңелерәк?
       - Кемгә нисек. Ҡатын-ҡыҙҙар - ерҙәр етәкселегендә, ә ирҙәр ҡатын-ҡыҙ етәкселегендә уңышлыраҡ карьера яһай, тип иҫәпләнә. Миңә ҡалһа, мин бер кемдең дә етәкселеге аҫтында эшләргә яратмайым, шуға күрә шәхси эшҡыуар булдым да.
       - Эшлекле ҡатын-ҡыҙ һәм эшлекле ир-аттың эшендәге проблемалары бер-береһенән айырыламы?
       - Юҡтыр, тип уйлайым. Бизнеста проблемалар уртаҡ ул. Хәйер, ҡатын-ҡыҙға ҡайһы берҙә теге йәки был бурысты, интуицияһын йәки "ҡатын-ҡыҙҙарға хас логикаһын" ҡулланып, хәл итеүе еңелерәк тә.
       - Башҡортостандың эшлекле ҡатын-ҡыҙҙары, башлыса, ниндәй өлкәләрҙә эшләй? Ҡайҙа нығыраҡ уңышҡа өлгәшә?
       - Бөтә ерҙә лә. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм сауҙа, хатта төҙөлөштә лә. Ресторан бизнесында, хеҙмәтләндереү өлкәһендә (бөҙрәханалар, матурлыҡ салондары, тегеү оҫтаханалары) күптәр. Беҙҙә, Өфөнөң Орджоникидзе районында хатта суйын ҡойоу менән шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙ эшҡыуар бар. Бухгалтерҙан башҡа, уның ҡул аҫтында эшләүселәр барыһы ла - ирҙәр. Шуға ҡарамаҫтан, ул уңышлы етәксе һәм элгәре йыл "Йылдың ҡатын-ҡыҙ директоры" конкурсында ҡатнашты.
       - Беҙҙең төбәктә ҡатын-ҡыҙ-эшҡыуарҙар һаны артамы?
       - Әлбиттә, был дөйөм Рәсәй тенденцияһы. Мәҫәлән, быйыл "Йылдың ҡатын-ҡыҙ директоры" конкурсында Рәсәйҙең 43 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты, етмәһә, һәр делегацияла 10-20- шәр кеше. Был һандар йылдан-йыл арта бара.
       - Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хәҙерге бизнес-ханымға ирҙәр шовинизмы ҡамасауламаймы?
       - Дөрөҫөн әйткәндә, мин аралашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтөнләй икенсе проблемалары. Улар араһында иң таралғаны - яңғыҙлыҡ, шәхси тормошо барып сыҡмау, эшенә күп ваҡыты китеүе һәм, әлбиттә, эш характерындағы мәсьәләләр - мәҫәлән, үҙ эшеңде нисек халыҡ-ара кимәлгә сығарырға. Ә шовинизмдың хәҙерге бизнесҡа ҡарата бер ниндәй мөнәсәбәте юҡ.
       Шулай итеп, Башҡортостандың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарын алған бүләктәре һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым һәм ихлас күңелдән һаулыҡ, эштәрендә уңыштар һәм именлек теләйем!

Даръя Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал