6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Иҡтисадҡа кредиттар кәрәк
11.03.08


       Һәр баҙар иҡтисадының спецификаһы финанс өҫтәмәләрһеҙ, үҙ эске резервтарына ғына йәшәп булмауға ҡайтып ҡала. Хәйер, был мәсьәлә айҡанлы фекер алышыуҙар артыҡ, бында икенсе бер нәмә мөһим - ҡайҙан аҡса алырға?
       Тәбиғи, банктарҙан. Рәсәйҙең банктар структураһы - яңы алым, сөнки социалистик мираҫ хәҙерге заман баҙар иҡтисады параметрҙарына яуап бирмәне. Шуның эҙемтәһендә беҙҙә дефолттар ҙа булды, күп банктар банкротҡа һуғылды, банкка аҡсаһын һалыусылар бер тинһеҙ тороп ҡалды. Әммә йылдан-йыл хәл үҙгәрә, һәм хәҙерге кредит ойошмалары ил иҡтисадына ярайһы уҡ аҡса бүлә ала. Мәҫәлән, "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү", "Рәсәй граждандарына - уңайлы һәм арзан торлаҡ" кеүек милли пректтарҙы ғына алайыҡ. Әгәр бер нисә йыл элек кенә банк кредиты буйынса торлаҡ һатып алыу мөмкин булмаҫлыҡ хәл булһа, хәҙер инде Өфөлә күсемһеҙ милектең 90 процентҡа тиклеме ипотека программалары буйынса һатыла.
       Ауыл хужалығы тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Күптән түгел генә малсылыҡ, үҫемлекселек үҫешкән, продукцияһын эшкәртеү ҙә алып барылған ҙур ауыл хужалығы предприятиелары ғына банктан кредит ала ала ине. Бөгөн иһә, милли проекттар арҡаһында, шәхси ихатаһында мал-тыуары булған ябай ауыл халҡы ла кредит ойошмалары ярҙамына иҫәп тота ала. Ҙур ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.
       Мәҫәлән, былтыр Башҡортостан территорияһында эшләгән банктар аграрийҙарға 3,6 миллиард һум кредит бирҙе. Аҡсалар биналарҙы яңыса ҡороуға, мал һанын яңыртып ишәйтеүгә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ярҙамға тотонолдо. Малсылыҡты үҫтереүгә был сумманан 2,6 миллиард һум тотонолдо, хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ярҙамға - бер милиард һум.
       Ауыл хулҡы өсөн банк заемдары - инвестицияларҙың иң ышаныслы формаларының береһе, улар оҙаҡ ваҡытҡа ҙур булмаған процентҡа һалына, һуңғылары иһә ҡайһы бер осраҡтарҙа бюджет иҫәбенә ҡаплана.
       Әйткәндәй, 2007 йылда ауыл халҡына киң ярҙам иткән банктарҙы билдәләп китергә кәрәк. Былар "Россельхозбанк" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалы, Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе, "УралСиб" банкы, Социнвестбанк.
       Хәйер, был мәсьәләлә барыһы ла бик ябайҙан түгел. Банкирҙар, ауыл хужалыҡтары етәкселәренең был мәсьәләлә хоҡуҡи мәғлүмәтлелеге юғарыраҡ булыуы мөһим, тип билдәләй. Әйтәйек, ҡайһы бер предприятиелар кредиттар буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡайтарыу өсөн бүленгән субсидиялар менән файҙаланмай. Мәҫәлән, 2007 йылда заемсыларға 350 миллион һумлыҡ субсидия түләнде, был 80,2 процент тәшкил итә.
       Бынан тыш, тағы бер проблема билдәләнде - средстволарҙы үҙ маҡсатында файҙаланмау, был бюджет средстволары иҫәбенә нигеҙһеҙ субсидиялар түләүгә килтерә. Һәм банкирҙар был мәсьәләгә контролде көсәйтергә ҡарар итте. Кредиттар буйынса финанстарҙы ҡайтарыуҙы шулай ғына гарантияларға мөмкин.
       Республика банктарының "Рәсәй граждандарына - уңайлы һәм арзан торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуҙарына килгәндә, бында уларҙың беренсе сираттағы бурысы - ипотека кредиттары биреү күләмдәрен үҫтереү. Әйткәндәй, 2007 йыл йомғаҡтары буйынса республика халҡына бирелгән ипотека торлаҡ кредиттары күләме 13,6 миллиард һумға етте - 2006 йылдағынан 36 процентҡа күберәк. Хәҙер кредит биреүҙең был төрө менән республикала 50-нән ашыу банк шөғөлләнә. Лидерҙар булып "УралСиб" банкы, "Мой банк. Ипотека" филиалы, "Инвесткапиталбанк", Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе, Башкомснаббанк, Башпромбанк тора.
       Бынан тыш, былтыр төбәктә "Башпромбанк" асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында төҙөлгән махсуслаштырылған ипотека банкы эшләй башланы. Ул социаль ипотека мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Бер йылда был банк 396 миллион һумлыҡ 459 ипотека кредиты бирҙе.
       Ипотека кредиттарының бындай күләме республикаға Волга буйы федераль округында икенсе урын биләргә һәм Рәсәйҙә ипотека кредиты биреү алдынғыларының береһе булырға ярҙам итә.
       Бындай позициялар һаҡланыр тип уйлайым, сөнки төбәктә ипотека заемына талап юғары әле. Әйтәйек, республикала 124,7 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
       Һис шикһеҙ, төп проблема - торлаҡтың юғары хаҡы, һәм эҙемтә булараҡ, - халыҡтың табыштар кимәле тәүге взнос өсөн һәм кредит буйынса артабан түләүҙәр өсөн етерлек түгел. Бынан сығыу юлы берәү генә - торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыу. Әлбиттә, был төҙөүселәрҙең эше, ләкин бында банктар ҙа ситтә ҡалырға тейеш түгел, ә төбәктең төҙөлөш тармағына инвестицияларҙы арттырыу мәсьәләһен хәл итергә тейеш.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал