6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

"Сиған ихаталары"нан патриоттар
07.03.08


       Башҡа ҡыҙҙар нисектер, әммә мин бала саҡта малайҙар менән аралашырға, улар менән "һуғыш" уйнарға, ихаталар буйлап сабырға ярата торғайным. Мин һәр ваҡыт ағайыма оҡшарға тырыштым һәм хатта, көслө булыу һәм үҙемде яҡлай алыу өсөн, дзюдо секцияһына яҙылдым. Ул ваҡытта хәрби- патриотик тәрбиә тураһында аңлатмауҙары һәм хәрби-патриотик клубтар булмауы бик йәл.
       Ғөмүмән, Рәсәйҙә бындай клубтар 90-сы йылдар аҙағында ғына барлыҡҡа килде. Ул саҡта малайҙар, урам ҡыҙырып йөрөгәнсе, файҙалы эш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге алды.
       Хәҙер Өфөлә 18 хәрби-патриотик клуб эшләй. Улар төрлө райондарҙа урынлашҡан һәм Тыуған илебеҙҙең ысын һаҡсылары булырға теләгән малайҙарҙы берләштерә. "Спартак" хәрби- патриотик клубы Черниковканың иң тыңғыһыҙ райондарының береһендә, "сиған ихаталары"нан алыҫ түгел урынлашҡан. Уға Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыһы - Булат Арыҫланбәков етәкселек итә.
       - Булат, клуб ҡасан ойошторолдо?
       - Хәрби-патриотик клубты рәсми асыу датаһы - 2005 йылдың 22 сентябре. Ә, ғөмүмән алғанда, "Спартак" "Лидер" балалар һәм үҫмерҙәр клубтары берекмәһенә инә, ул бик күптәнән эшләп килә. Бында 1997 йылда уҡ мәктәпте тамамлағас та килеп урынлаштым, был минең беренсе эш урыным. 1998 йылда ошонан армияға киттем. Әйткәндәй, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем һәм хатта Байконурҙа булдым. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, күп эш урынын алмаштырҙым, әммә барыбер 2005 йылдың февралендә яратҡан клубыма кире әйләнеп ҡайттым. Тәүҙә спорт буйынса педагог, һуңынан педагог-ойоштороусы булдым. Һуңыраҡ миңә хәрби- патриотик клуб ойошторорға тәҡдим иттеләр. Шунан башланды ла инде минең хәрби-патриотик эшем.
       - Балаларҙы һин нимәгә өйрәтәһең?
       - Беҙ атабыҙ, маршта атлайбыҙ, хәрби тарихты өйрәнәбеҙ, һаулыҡҡа ҙур иғтибар бирәбеҙ. Клубта дисциплина бик ҡаты. Хатта яза биреү системаһы ла бар. Мәҫәлән, яҙа атһалар, һуңлаһалар, насар һүҙ әйтһәләр, эйелеп физзарядка яһайҙар. Уларҙың иҫтәренә төшөрөп тороу ҙа кәрәкмәй, бөтәһен дә үҙҙәре белә. Былтыр беренсе тапҡыр парашют менән һикерҙек. Быйыл яҙ тағы йыйынабыҙ. Тәүҙә, әлбиттә, Үҙәк аэроклубта әҙерлек үтәбеҙ. Малайҙар ҡул көрәше менән теләп шөғөлләнә. Йырлайбыҙ, төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Ябай үҫмерҙәр клубы кеүек үк, эшләйбеҙ ҙә. Бында бейеүҙәр түңәрәге лә, эстетик үҫеш студияһы ла бар.
       - Балалар нисә йәштән алып клубҡа йөрөйҙәр?
       - Былай 10-12 йәштән йыя башлайым, еңелсә һайлап алыу үткәрәм. Иң мөһиме, һау-сәләмәт булһындар, шөғөлләнергә теләктәре булһын. Бөтә нормативтарҙы тапшырған 14 йәштән өлкәнерәк балалар курсант званиеһы ала.
       - Ә һеҙҙә ҡыҙҙар бармы?
       - Эйе, күптәр. Улар шулай уҡ ата, йүгерә, һикерә. Әйткәндәй, уларҙы атырға өйрәтеүе еңелерәк, тиҙ отоп алалар.
       - Нисек уйлайһың, был балаларға оҡшаймы икән?
       - Оҡшамаһа, йөрөмәҫтәр ине, тип уйлайым. Мин бер кемде лә занятиеларға йөрөргә көсләп ҡушмайым. Барыһы ла ирекле нигеҙҙә. Балалар, башлыса, үҙҙәре килә. Урам ҡыҙырып йөрөгәнсе, улар дөрөҫ юл һайлаған - клубҡа йөрөйҙәр.
       Әйткәндәй, клубҡа, нигеҙҙә, күп балалы йәки тулы булмаған ғаиләләрҙән балалар йөрөй, күптәре милицияла иҫәптә тора. Интернаттарҙан һәм балалар йорттарынан балалар бар. "Спартак"та 70 проценты тап шундай балалар.
       - Булат, һин үҙ клубыңды рекламалайһыңмы? Балалар ҡайҙан белеп ҡала?
       - 2005 йылда, миңә клуб менән шөғөллөнергә тәҡдим иткәс, иң элек, эргәләге бөтә ихаталар буйлап йөрөп, осраған бер баланы клубҡа саҡырҙым. Мин ике йыл Павловка һыу һаҡлағысында йәшәгәс, был районда бер кемде лә белмәй инем. Ул саҡта оҡшаған малайҙарҙан һигеҙ кеше йыйылды. Уларҙан икәүһе хәҙер армияла хеҙмәт итә: береһе спецназда, икенсеһе Һауа-десант ғәскәрҙәрендә. Улар миңә хат яҙып тора, шылтырата, рәхмәт әйтә. Клуб тураһында күптәр белә.
       - Башҡа клубтар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙме?
       - Беҙ Парашют спорты делегацияһы, "Һауа легионы" клубы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шулай уҡ Өфө пейнтбол клубы менән эшләйбеҙ. Былтыр хатта пейнтбол буйынса ярыштарҙа ҡатнаштыҡ, хәрби клубтар араһында беренсе урынды яуланыҡ. Ә пейнтбол буйынса Волга буйы федераль лигаһы беренселегендә беҙ өсөнсө урын яуланыҡ һәм Өфө йыйылма командаһынан саҡ ҡына ҡалыштыҡ. Әйткәндәй, беҙ ҡағиҙәләрҙе белмәнек, хәйер, әле лә белмәйбеҙ инде.
       ""Спартак" клубы, Булат үҙе лә төрлө конкурстарҙа һәм ярыштарҙа һәр ваҡыт бик уңышлы ҡатнаша. "Спартак" йыл һайын Ҡала патриотик тәрбиә үҙәге үткәргән иң яҡшы хәрби- патриотик клубҡа конкурста тотороҡло рәүештә өсөнсө урын биләй. Быйыл улар еңеүгә иҫәп тоталар.
       - Мин йыл һайын "Вьюговей" ҡала конкурсы сиктәрендә иң яҡшы Ҡыш бабайға ярыштарҙа ла ҡатнашам, - тип һөйләй Булат. - Былтыр икенсе урын яуланым, быйыл "иң һүҙсән Ҡыш бабай" булдым. Артыҡ әҙерләнмәгәйнем дә. Еңел булды, сөнки мин Яңы йылда Ҡыш бабай булып аҡса эшләп алам бит.
       Күптән түгел Өфөлә "Батыр егет-2008" ҡала конкурсы үтте, унда Өфө предприятиелары һәм ойошмаларының хеҙмәтсән йәштәре вәкилдәре ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусылар "визит карточкаларын" күрһәтте, интеллектуаль һәм спорт ярыштарында, бейеү марафонында көс һынашты. Бөтә этаптар һөҙөмтәләре буйынса Булат Арыҫланбәков Гран-при һәм "БР Өфө ҡала округы батыр егете-2008" почетлы титулын яуланы.
       - "Батыр егет-2008" конкурсы тураһында мин ул башланғанға тиклем ике сәғәт алдан белдем, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Булат. - Ғөмүмән, конкурсҡа мине судья сифатында саҡырғайнылар. Ләкин ҡатнашыусыларҙың береһе сирләп киткән дә, миңә уны алмаштырырға тәҡдим иттеләр. Шулай итеп ҡатнашыусы булып киттем. Еңеүгә иҫәп тотмағайным. "Визитка"м бөтөнләй килеп сыҡманы: музыканы ваҡытында тоҡандырманылар, видеоклип ҡуйманылар... Дөйөм алғанда, конкурстар бик еңелдән булманы. Автоматты мин теләгән бер ваҡытта һәм һәр хәлдә һүтеп-йыя алам, ә ҡалғандары ауыр булды, бигерәк тә ҡыҙҙы күтәреп сүгеп ултырыуы. Ғәҙәттә, экстремаль шарттарҙа мин үҙемде яҡшы күрһәтәм.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал