6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Орлоҡ алырға - Спорт һарайына
06.03.08


       Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда - ауыл хужалығы техникаһы парады. Өр-яңы комбайндар, тракторҙар, ашлыҡ һуҡҡыстар, бесән сапҡыстар, тырмалар, һөт һыуытыу өсөн агрегаттар... Бында Уралда һәм Волга буйында иң ҙур "Агрокомплекс-2008" 18-се Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә.
       Машиналар ҙурлығы менән хайран ҡалдырыу ғына түгел, төрлө төҫтәре менән дә күҙҙе ҡамаштыра. Етештереүселәр, әйтерһең, үҙ-ара кемдең тауары сағыуыраҡ тип ярышып, машиналарын һары, ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтәргә буяған. Бында, һис шикһеҙ, мәғәнә һалынғандыр. Коллегам билдәләгәнсә, моңһоу көҙгө мәлдә бындай "күңелле төҫтәге" комбайн мотлаҡ кәйефте күтәрәсәк.
       Ә был техника нисек эшләй - фантастика! "Кабина кондициялау системаһы, тауыш үткәрмәү ҡорамалдары менән йыһазландырылған, идара итеү рычагтары уңайлы урынлаштырылған, - тип һөйләй ҡыҙыҡһыныусыларға ауыл хужалығы техникаһы етештереүсе сит ил компанияларының береһенең вәкиле. - Ғөмүмән, бөтәһе лә кешегә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн", - тип йомғаҡлай ул. Әйткәндәй, хәҙер ватан предприятиелары ла, машиналарҙы камиллаштырып, механизаторҙарҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу юлынан бара. Күргәҙмәгә ҡуйылған ҡайһы бер Рәсәй компаниялары етештергән ауыл хужалығы техникаһы өлгөләрен ҡарап, быға инанаһың.
       Техника парады Спорт һарайы эсендә лә дауам итә. Бәләкәй аренала эшкәртеү сәнәғәте, малсылыҡ, мал аҙығы әҙерләү, икмәк бешереү производствоһы өсөн өр-яңы ҡорамалдар, шулай уҡ төрөү ҡорамалдары урынлашҡан. Күргәҙмәлә бөтәһе донъяла танылыу яулаған сит ил һәм Рәсәй компанияларынан 150-гә яҡын техника берәмеге ҡуйылған. Күргәҙмәне ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, техниканы ике көн ташығандар. "Агрокомплекс-2008" ауыл хужалығы машиналары етештереүселәрҙең ҡаҙаныштарын күрһәтеүгә йүнәлеш тотоу сәбәпле, унда ҡатнашыусылар иң яҡшы, прогрессив ҡорамалдарҙы ҡуйырға тырышҡан.
       - Быйыл "Агрокомплекс-2008"-ҙә беҙ компаниябыҙ хәҙерге урып йыйыу машиналарын эшләгәндә тотҡан йүнәлеште күрһәткән техниканы ҡуйҙыҡ. Йәғни аграр бизнестың хәҙерге заман талаптарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән иң яҡшы конструктив ҡарарҙарҙың күсәгилешлеге, комбайндар эшләүҙә алдынғы технологияларҙы файҙаланыу, - тип билдәләне Рәсәйҙең комбайндар етештереү буйынса иң ҙур компанияларының береһенең генераль директоры. - Иң элек, был юғары етештереүсәнлек, шарттар һәм агрофон ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, тотороҡло урып йыйыуҙы тәьмин итеү, экономиялылыҡ, юғары эргономика һәм машиналарҙың ышаныслылығы.
       Күргәҙмәлә шулай уҡ агросәнәғәт комплексы эшмәкәрлегенең башҡа йүнәлештәре лә күрһәтелгән. Бында үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары өлкәһендәге яңылыҡтар, өр-яңы ветеринар препараттар менән танышырға, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукцияһының яңы сорттарын тәмләп ҡарарға мөмкин.
       Әлбиттә, күргәҙмә - ул ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү генә түгел,ә тәжрибә уртаҡлашыу ҙа, контакттар урынлаштырыу ҙа. Аграр күргәҙмә был планда үҙен аҡлай.
       - Килешеүҙәр күргәҙмәлә генә түгел, унан һуң да төҙөлә, - ти БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү һәм тармаҡ союздары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Фларис Шәйхетдинов.
       Бынан тыш, "Агрокомплекс-2008" - "киң конференция майҙансығы" ла, тип билдәләй уны ойоштороусылар. Дүрт көн буйына күргәҙмә сиктәрендә презентациялар, семинарҙар, "түңәрәк өҫтәл"дәр үткәрелә. Шулай итеп, Рәсәй һөтсөлөк тармағы предприятиелары союзының башҡарыусы директоры Владимир Лабинов әйткәнсә, "...был юлы ла сара үҙ статусын раҫлаясаҡ һәм төбәктә конкуренцияға һәләтле аграр бизнесты аяҡҡа баҫтырыуға булышлыҡ итәсәк".
       Ә ябай өфөләр өсөн күргәҙмә нимәһе менән ҡыҙыҡлы булды һуң? Вәғәҙә ителгәнсә, күргәҙмә майҙансығында йәшелсә культуралары орлоҡтары менән сауҙа итеү йәйелдерелде. Уларҙы Силәбенән, Екатеринбургтан, Мәскәүҙән килтерҙеләр. "Күргәҙмә ҡала халҡы өсөн дә файҙалы булһын өсөн, был йүнәлеште беҙ һаҡларға тырышабыҙ", - тине "Башҡортостан күргәҙмә компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова.
       Шулай итеп, әгәр һеҙгә орлоҡтар кәрәк икән, күргәҙмәгә рәхим итегеҙ. Ул 8 мартҡа тиклем эшләйәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал