6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Мин урыҫ, башҡортса белмәйем
06.03.08


       Мин милләтем буйынса урыҫмын, ләкин урамда йыш ҡына миңә башҡортса йә татарса мөрәжәғәт итәләр. Моғайын, төҫ-ҡиәфәтемдә мосолман халҡына оҡшаш ниҙер барҙыр инде, күрәһең. Шундай осраҡтарҙа яуап биреү өсөн мин "Мин урыҫ, башҡортса белмәйем" тигән һүҙбәйләнеште ятлап алдым. Реакция төрлөсә була. Башлыса, әңгәмәләшселәрем шунда уҡ урыҫ теленә күсә. Ҡайһы берҙәре миңә ышанмай, йылмайып, башҡортса һөйләүҙәрен дауам итә. Бер ваҡыт хатта асыуланып: "Башҡорт булып та, үҙ туған телеңде белмәү оят!" - тип ғәйепләнеләр.
       Эйе, мин башҡорт телен белмәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы! Ул минең туған телем булмаһа ла, бик тә белергә теләр инем. Был теләк йылдар үтеү менән килде. Элек был турала бер ҙә уйланмай торғайным. Мәктәптә беҙгә уҡытманылар. Аҙаҡтан да бер ерҙә лә өйрәнеү мөмкинлеге булманы. Шулай, Башҡортостандың икенсе дәүләт теленә эйә булырға тура килмәне.
       Шуға күрә былтыр улым беренсе класҡа уҡырға барғас, һәм уларға уҡытыласаҡ дәрестәр араһында башҡорт теле лә булғас, мин шатланып киттем. Балам өйрәнәсәк, уның менән бергә мин дә. Исмаһам, бер аҙ аралашырлыҡ кимәлдә һөйләшергә өйрәнермен.
       Әммә... Беренсе уҡыу йылы бер ниндәй һөҙөмтәһеҙ тиерлек үтеп тә китте. Башҡорт теле буйынса уҡыу китаптары матур, әлбиттә, әммә дәфтәрҙә һүрәт төшөрөүҙән һәм хәрефтәрҙе яҙырға өйрәнеүҙән ары китмәнек. Ҡайһы бер һүҙҙәр ҙә өйрәнделәр, буғай, ләкин бала беренсе класта тотороҡло һүҙбәйләнештәргә өйрәнә алманы.
       Икенсе уҡыу йылы башланды, һәм мин: "Бына хәҙер тотонорбоҙ инде!" - тип уйланым. Ысынлап та тотондоҡ. Улым менән бергә унға тиклем һанарға, аҙна көндәрен һәм хатта төҫтәрҙе ятлап алдым. Тәржемә менән башҡа һүҙҙәрҙе лә яҙҙыҡ, ләкин, ғәжәпләнеүемә ҡаршы, уҡытыусы был һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырыу фактын бик контролдә тотманы.
       Һуңынан хәл үҙгәрҙе. Кисен улымдың дәфтәрҙәрен ҡарап, бит тултырып башҡортса текстарҙы күсереп яҙыуын һәм улар аҫтында "бишле" билдәләрен күрә башланым.
       - Маладис! - тинем мин һәм текста нимә тураһында һүҙ барыуын белергә маташтым.
       - Белмәйем! - тип яуап бирә улым.
       - Нисек инде? - тип аптырайым мин. - Нимә яҙғанығыҙҙы аңлатмайҙармы һуң?
       - Юҡ! - ти улым. "Улай булғас, ниңә яҙаһығыҙ һуң?" тип һорайым. Быны балам аңлата алманы.
       Бер аҙ ваҡыттан һуң мин, түҙмәй, уҡытыусы менән һөйләшергә киттем. Йәш кенә башҡорт ҡыҙы, яңы ғына вуз тамамлап килгәндер, күрәһең, бер нәмәне лә йәшереп тормай:
       - Балалар шул тиклем күп, дәрестә шау-шыу киләләр, - тине ул күҙҙәрен тултырып ҡарап. - Мин уларҙы тыңлата алмайым. Ә дәрес буйынса текст яҙһалар, уларҙың, исмаһам, һөйләшергә һәм шаулашырға ваҡыттары ҡалмай. Өҫтәүенә, тексты күсереп яҙып, улар башҡорт хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға ла өйрәнәләр бит.
       Ни әйтәһең инде! Бәхәсһеҙ, йәш белгестәргә балалар менән эшләргә өйрәнеүе ауыр. Әлбиттә, 20-25 бәләкәй малайҙар һәм ҡыҙҙар хәрәкәтләнергә, һөйләшергә ярата. Ләкин электән килгән сит телдәрҙе уҡытыу методикаһы бар бит. Инглиз телен генә алайыҡ, уны улым икенсе класта, йәғни быйыл ғына өйрәнә башланы. Унда балалар әүҙем рәүештә һүҙ запасына эйә була, хәҙер инде ҡысҡырып уҡыйҙар ҙа, даими рәүештә өйрәнгән һүҙҙәре буйынса ҡатмарлы булмаған зачеттар үткәрелә. Етмәһә, ҡайһы берҙә балалар бер-береһенән зачет алалар. Һөҙөмтәлә бөтә балалар дәрестә аралаша, һөйләшә алалар, өйрәнгәндәре иҫтәрендә ҡала. Бер-береһенең белемен улар ярайһы уҡ объектив баһалай.
       Башҡорт теле уҡытыусыһы менән һөйләшкәндән һуң бер аҙ алға китеш сағылды - балалар өҫ кейемдәре башҡортса нисек аталыуын яҙҙы. Һуңынан шиғыр ятланылар, уның йөкмәткеһен уҡытыусы алдан аңлатҡан. Ләкин һүҙмә-һүҙ тәржемә булмағас, беҙ балам менән ятлаған шиғырҙа ике һүҙҙе генә һүҙлекһеҙ аңлай алдыҡ: "атай" һәм "костюмының". Һуңынан дәрестә яҙ һүрәтен төшөрҙөләр. Яҙ бик матур килеп сыҡты.
       Был айҡанлы мин белгестәрҙең фекерен белергә теләнем. Һәм мин БР Мәғариф министрлығына, милли бүлек начальнигы Рәйсә Күзбәковаға мөрәжәғәт иттем.
       - Башҡорт теленә уҡытҡанда беҙ, иң элек, баланы һөйләшеү телмәренә өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ, - тине Рәйсә Абдрахман ҡыҙы. - Текстар яҙыу - ул бөтөнләй дөрөҫ түгел. Был бушҡа ваҡыт уҙғарыу ғына. Дәрестәрҙе уйын формаһында, диалог формаһында төҙөргә кәрәк һәм мөмкин тиклем аҙыраҡ яҙырға. Балаларға дәрестә ҡыҙыҡлы булырға тейеш, уҡытыусыларға баланы "икеле" менән "туҡмау" тыйыла.
       Күзбәкова, беҙҙеке кеүек йәш уҡытыусылар ҡыйынлыҡ кисергән осраҡта, Мәғариф министрлығынан белгестәр уларға методик ярҙам күрһәтә, балалар менән дөрөҫ мөнәсәбәттәр булдырырға һәм уҡытыуҙы юлға һалырға ярҙам итә, тип аңлатты. Ул, беҙҙең мәктәптә лә тап шулай буласаҡ, тип вәғәҙә итте. Йәш уҡытыусыға ҡарата бер ниндәй ҙә репрессия ҡулланылмаясаҡ. Методистар килеп, уның дәресте нисек алып барыуын ҡараясаҡ, ниндәй үҙгәрештәр индерергә кәрәклеген һөйләйәсәк, прогрессив методикаға өйрәтәсәк.
       Рәйсә Абдрахман ҡыҙы, яңы редакциялағы "Мәғариф тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 7-се статьяһына ярашлы, хәҙер дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениеларында башҡорт теленә уҡытыу мотлаҡ, тип билдәләп үтте. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Рәсәй Федерацияһы мәктәптәре өсөн тәҡдим ителгән яҡынса уҡыу пландарында уҡыу ваҡытының 20-25 проценты төбәк компоненты предметтарына бирелә. Һәр субъект был ваҡытты үҙ ҡарамағында файҙалана ала. Кемдер - тыуған яҡты өйрәнеүҙе, кем милли телде өйрәнеүҙе индерә.
       Күзбәкова тағы бер тапҡыр, хәҙер мәктәптәрҙә бурысты мөмкин тиклем ябайлаштырырға һәм балаларҙы телгә көнкүреш кимәлендә эйә булырға өйрәтергә тырыша, тип әйтеп үтте. Бер ниндәй башҡа төрлө глобаль бурыстар ҡуйылмай. Башҡорт теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханы әлегә ҡаралмаған, башҡорт теле буйынса билдә аттестатҡа ла индерелмәй.
       Мәғариф министрлығы вәкиле менән әңгәмә мине дәртләндерҙе. Тиҙҙән, белем биреү процесына белгестәр ярҙам ҡулы һуҙғандан һуң, беҙ улым менән башҡорт телендә йәнле диалог алып бара алырбыҙ, тип ышанайыҡ. Ул саҡта, әгәр миңә урамда башҡортса мөрәжәғәт итһәләр, мин: "Мин урыҫ, әммә башҡортса беләм!" - тип яуап бирә алырмын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал