6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Түбәнге Кама һыу һаҡлағысы ярҙам көтә
24.06.03


       Күрше Татарстанда урынлашҡан Түбәнге Кама һыу һаҡлағысы
       бөгөн авария хәлендә тиергә була, сөнки тирә - яҡта уры нлашҡан өс ауыл , Дүртөйлө ҡалаһын һыу баҫыу мөмкинлеге м енән янаған хәлде икенсе төрлө атап булмай.
       Был гидроэлектростанцияны төҙөү тураһындағы ҡарарға 60 - сыйылдар уртаһында ҡул ҡуйылғайны. Сәбәбе -- илдең Евр опа өлөшөндә энергия етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килгән пр облема. Һаҡлағыста һыуҙың планлаштырылған күтәрелеү күләм е -- 68 метр.Әммә 1988 йылда СССРҙың Дәүләт планы, СССР Д әүләт төҙөлөшө һәм экология комитеты һыу күтәрелеүҙе бы л кимәлгә еткереү иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы түгел, т ип тапты. Комиссия техник документацияны 62 метр билдәһен ә әҙерләргә тәҡдим итһә лә, эште аҙағына тиклем алып бары п еткереүсе табылманы.
       1990 йылда өс автономиялы республика -- Башҡортостан, Т атарстан һәм Удмуртия - Юғары Советтары һыуҙың 62 метрҙа н бейегерәк күтәрелеүенә ҡаршы килде. Проект документация һы булмағанлыҡтан бар гидротехник ҡоролма проектһыҙ режим да һәм обьекттарҙы төҙөп бөтөрөүгә, ремонт эштәре үткәреү гә аҡсаһыҙ эшләүен дауам итте. Был үҙ сиратында дамба алд ы кюветтары, дренаж каналдары, һыу ҡабул итеү һәм сығарыу
       ҡорамалдарының өҫтө ҡыуаҡтар һәм ағастар менән ҡапланыуы на, ә грунт һаҡлау дамбаларының емерелеп түбәнәйеүенә кил терә.
       Ағиҙел ярҙары ишелгән өлөшөндә һаҡлау дамбалары айыр ыуса ҡурҡыныс хәлдә. Әмзә эшселәр ҡасабаһының инженер һаҡ лау ҡорамалдары ла ярым төҙөк хәлдә эшләй. Насос станция һы һәм дренаж селтәре булмау сәбәпле, һаҡлау ҡорамалдары емерелә, ҡасабаның көньяҡ өлөшө ваҡыты менән һаҙлыҡҡа әй ләнә.
       Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларын, Николо - Березовка эшселәр
       ҡасабаһын һыу менән тәьмин итеүҙә төп сығанаҡ булып торо усы Кама (Петраковский) һыу алыу ҡорамалдарының торошо ла
       ауыр хәлдә. Ярҙарҙы нығытыу, дренаж каналдарын киңәйтеү
       һәм нығытыу, обьекттарҙы (насос станцияларын, киптереү селтәрҙәрен) төҙөп бөтөрөү өсөн бер миллиард һум күләменд ә инвестициялау талап ителә. 2002 йылда Рәсәй Федерация һы Тәбиғәт ресурстары министрлығы ағымдағы ремонт өсөн та лап ителгән 17 миллион һум урынына 420 мең һум, капиталь ремонтҡа 9 миллион урынына 4,38 миллион һум бүлде. Ә Баш ҡортостан Республикаһы бюджетынан обьекттарҙы төҙөп бөтөү гә 13 миллион һум бүленде.
       Һыу һаҡлағыс обьекттарын төҙөп бөтөүгә финанс етешмәүгә
       ҡарамаҫтан, һуңғы ике йылда һыу үткән урындарҙы, насос с танцияларын ремонтлау, дренаж каналдарын таҙартыу, киңәйт еү һәм тәрәнәйтеү эштәре үткәрелде. Тәү башлап Башҡорто станда габион ҡоролмалар һәм "Рено" матрацтары -- таш тул тырылған тимер сеткалар ҡулланылды.

Владимир Шакиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал