6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Ә йөрәк урынына - ялҡынлы мотор
05.03.08


       Моторҙы юҡҡа ғына самолеттың йөрәге тип атамайҙар: моторы, йәки икенсе төрлө әйткәндә, двигателе ниндәй, осоу аппараты үҙе лә шундай буласаҡ. Двигателдең ҡеүәтенә һәм уның техник характеристикаһына күп нәмә бәйле: осоу тиҙлеге һәм алыҫлығы, һауа судноһының маневр яһау алыуы, ышаныслылығы һәм башҡалар. Фронт авиацияһы, потенциаль дошмандан өҫтөнлөк тураһында һүҙ барғанда был айырыуса мөһим.
       2010 йылдан башлап Рәсәйҙең истребителдәр авиацияһы куп функциялы, юғары маневр яһай алыусы "Су-35" истребителдәрен файҙаланыуға күсәсәк. Был мөғжизә-машина беренсе осошон күптән түгел Жуковский ҡалаһында яһаны, һәм Өфөнөң был ваҡиғаға туранан-тура ҡатнашы бар. "Су-35"тә "117С" шартлы билдәһе менән ике двигатель ҡуйылған. Улар былтыр матди-техник һәм конструкторлыҡ ресурстары буйынса илдә иң ҡеүәтле холдингка берләшә башлаған ике предприятие - "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Сатурн" фәнни-производство берекмәһе тарафынан әҙерләнгән. Был двигатель бишенсе быуын двигателенең прототибы булып тора.
       - "Су-35" самолетының уңышлы осошо - ӨМЭПБ өс йыл буйына шөғөлләнгән ҙур эштең тәүге мөһим һөҙөмтәһе ул, - тине "ӨМЭПБ" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Артюхов.
       Производствоны яңыртыуға һәм донъяның иң яҡшы етештереүселәренән яңы ҡорамалдар һатып алыуға бында аҡса йәлләмәйҙәр. Былтыр бер миллиард һумдан ашыу суммаға яңы техника һатып алыуға контракттар төҙөлдө. Бер йыл эсендә 700 миллион һумға ҡорамалдар алып, урынлаштырҙылар һәм файҙалана башланылар. Быйыл заманса ҡорамалдар һатып алыуға бюджет 600 миллион һум күләмендә раҫланған.
       Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ӨМЭПБ-ның төп тематикаһы - авиация двигателдәре. "ӨМЭПБ" маркаһы менән авиадвигателдәр хаҡ һәм сифат нисбәте буйынса үҙ класында донъяла иң яҡшылары булып иҫәпләнә. Производство программаһы нигеҙен "Су" самолеттары өсөн двигателдәр тәшкил итә. Климовтың конструкторҙар бюроһы менән берлектә вертолет двигателдәре лә үҙләштерелә. Бынан тыш, ӨМЭПБ элек сығарылған "МиГ" һәм "Су" самолеттары двигателдәрен ремонтлай, "Ка" һәм "Ми" вертолеттары трансмиссияларын һәм агрегаттарын әҙерләй һәм ремонтлай.
       Яңы изделиелар индереүҙе тиҙләтеүгә күп яңылыҡтар булышлыҡ итә. Айырым алғанда, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өс үлсәүле математик моделдән двигателдә йәки башҡа ҡатмарлы изделиела файҙаланылған реаль деталь алырға булышлыҡ итеүсе Инженер прототиплау үҙәге. Белгестәр әйтеүенсә, Европала бындай үҙәктәр ни бары дүртәү, уларҙың икәүһе Рәсәйҙә. Иң алдынғыһы ӨМЭПБ-ла. Ул 2005 йылдың майында тағы бер перспективалы изделие - Һиндостан Хәрби һауа көстәренең уҡыу-күнекмә самолеты өсөн аҙ тартыу көсө менән күп функциялы АЛ55 двигателен үҙләштереү өсөн асылды. Шулай уҡ "МАКС-2005" күргәҙмәһендә "Сатурн" фәнни- производство берекмәһе менән бергә контрактҡа ҡул ҡуйылды. Двигателдең математик моделен эшкәртеүгә йылдан аҙыраҡ ваҡыт сарыф ителде. Әгәр берекмә хеҙмәткәрҙәре иҫке технологиялар менән файҙаланһа, беренсе өлгөнө төҙөүгә ун йылға яҡын ваҡыт талап ителер ине.
       Берекмәлә уникаль технологиялар һәм ҡоролмалар аҙ түгел. "Атмосфера" камераһы айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ, унда аргон мөхитендә буласаҡ авиадвигателдәр узелдарын иретеп йәбештереү үткәрелә. Был камерала сварщиктар, космонавтар кеүек, махсус скафандрҙа эшләй. Смена дүрт сәғәт дауам итә. Бында титан материалдарҙан двигателдәрҙең узелдары иретеп йәбештерелә. Йөйҙәр тип-тигеҙ килеп сыға. Был процесты автоматик рәүештә үткәрергә өйрәнмәгәндәр әле. Был эш һәр белгестең ҡулынан килмәй. Мәҫәлән, тиҙҙән һиндтарға АЛ55 двигателен етештереүгә лицензия тапшырыласаҡ, ә улар был камерала эшләүҙән ҡырҡа баш тарта. Өфө мотор эшләүселәренә, Һиндостанға йөрөп, улар өсөн бындай операцияларҙы үҙҙәренә башҡарырға тура киләсәк, тимәк.
       Предприятиела Өфө дәүләт авиация техник университеты менән берлектә төҙөлгән авиацион технологиялар технопаркына (уны нанотехнологиялар үҙәге тип тә атайҙар) ҙур өмөттәр бағлана. Ул завод цехтарының береһенең корпусын биләй. Әлегә бер генә ҡат йыһазландырылған. Бында персоналды ҡайтанан уҡытыу, йәш юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү алып барыласаҡ. Уларҙы карьера буйынса үҫеш һәм эш хаҡын арттырыу перспективалары, шулай уҡ берекмәлә эшләп килгән социаль программалар иҫәбенә тоторға уйлайҙар.
       Александр Артюхов әйтеүенсә, бөгөнгө көндә заводҡа заказдар бик күп. Бынан тыш, мотор эшләүселәр яҡындағы 20-30 йыл эсендә нимә менән шөғөлләнәсәген дә белә. 2010 йылдан "Су-35" самолетын сериялы етештереү башланасаҡ, ул авиация экспорты баҙарында төп урынды аласаҡ. Яңы осоу техникаһының тос өлөшө Рәсәй Хәрби һауа көстәре ихтыяждарына йүнәлтеләсәк. Әлегә иһә продукциябыҙҙың 90 проценты Һиндостанға, Ҡытайға, Венесуэлаға, Малайзияға һәм башҡа илдәргә китә. Үҙ оборона һәләтлегебеҙҙе нығытыу һәм ватан авицияһын үҫтереүгә етди средстволар һалыу тураһында уйларға ваҡыт.
       Әйткәндәй, "Су-35" самолеты беренсе тапҡыр һауаға күтәрелгән көндө РФ Президенты Владимир Путин һәм уның вариҫы Дмитрий Медведев Рәсәй авиация төҙөлөшө үҙәген булдырыу тураһында иғлан итте. Рәсәй үҙенә төп авиация державаһы исемен кире ҡайтарырға йыйына.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал