6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Әүҙем һәм лояль Башҡортостан
05.03.08


       Башҡортостан халҡы, һәр ваҡыттағыса, һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашыуын күрһәтте. Башҡорт электоратының 90,6 проценты, ә исемлеккә бөтәһе 2 миллион 922 мең 491 һайлаусы ингәйне, йәкшәмбе көнө Рәсәйҙең яңы президенты кандидатураһы, дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутатлығына кандидаттар айҡанлы үҙ теләген белдереү өсөн һайлау участкаларына килде.
       Ғәҙәттәгесә, иң әүҙемдәре ауыл халҡы булды - был көндө ауыл һайлаусыларының 92,28 проценты тауыш бирергә килде. Республика ҡалаларында, Өфөнән тыш, был күрһәткес - 86,26 процент. Баш ҡалала ла күрһәткес юғары булды - өфөләрҙең 79,69 проценты үҙ гражданлыҡ бурысын үтәне. Бөтә был һандарҙы һайлауҙарҙың яҡынса йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғолов иғлан итте.
       БР Үҙәк һайлау комиссияһында йомғаҡ яһағанда төп иғтибар Рәсәй президентын һайлау буйынса тауыштарҙы иҫәпләүгә бирелде. Дмитрий Медведев Башҡортостанда 88,01 процент тауыш йыйҙы, Геннадий Зюганов - 7,93 процент, Владимир Жириновский - 2,87, Андрей Богданов - 0,6.
       Әйткәндәй, күршеләр араһында Башҡортостан Путинға алмашҡа килеүсегә ҡарата лояллеге менән айырылып торҙо. Әгәр беҙҙә Медведев өсөн һайлаусыларҙың 88 проценттан ашыуы тауыш бирһә, Татарстанда - 79,24, Удмуртияла - 70,46, Свердловск өлкәһендә - 68,58 процент. Һайлауҙа ҡатнашыу ҙа уларҙа беҙҙәге менән сағыштырғанда түбәнерәк булды. Татарстанда - 83,42 процент, Удмуртияла - 64,2, Свердловск өлкәһендә - 58,86.
       Дүртенсе саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауға килгәндә, бында үҙ ҡатмарлылыҡтары булды - һайлауҙар беренсе тапҡыр ҡатнаш система буйынса үткәрелде. Яртыһы - 60 депутат ҡәҙимге система, бер мандатлы округтар буйынса һайланды, бында һайлау округынан депутат мандатын иң күп тауыш йыйыусы ала. Бөтә бер мандатлы округтар буйынса депутаттар һайланды. Улар араһында төрлө кешеләр бар - үҙ-үҙен күрһәтеүселәр, төрлө сәйәси партиялар вәкилдәре һәм бойондороҡһоҙ кандидаттар. Һайланған бер мандатлы депутаттарҙың фамилиялары әле асыҡлана, әммә уҙған, өсөнсө, саҡырылыш Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев яңы парламентҡа үтеүе билдәле.
       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың тағы 60 депутаты пропорциональ система йәки партия исемлектәре буйынса һайланды. Республикала 15 сәйәси партия теркәлгән, әммә һайлауҙа ҡатнашыуға уларҙың дүртәүһе генә - "Берҙәм Рәсәй", "Ғәҙел Рәсәй", Рәсәй Либераль-демократик партияһы һәм Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы дәғүә итте. "Берҙәм рәсәйҙәр" 85,79 процент тауыш йыйҙы, КПРФ - 6,95, "ғәҙел рәсәйҙәр" - 3,91, ЛДПР - 2,18. Башҡортостан Республикаһының ғәмәлдәге закондары буйынса сәйәси партия өсөн үтеү барьеры, Дәүләт Думаһына үтеү кеүек үк, - ете процент. Был ете процентлыҡ барьерҙы "Берҙәм Рәсәй" генә үтте. Ләкин закон буйынса парламент бер партиялы ғына була алмай, мандаттарҙы бүлеүгә унан һуңғы партия үткәреләсәк, беҙҙең осраҡта - КПРФ. Йыйылған тауыштар иҫәбенә ярашлы, 60 мандаттан 55-ен "берҙәм рәсәйҙәр" аласаҡ, ҡалған бишәүһе - коммунистарға. Шулай итеп, тулы легитим ике партиялы парламент төҙөләсәк.
       Башҡортостандағы һайлауҙарға күҙәтеүселәр юғары ҡыҙыҡһыныу күрһәтте. РФ Президентын һайлауҙы күҙәтеү буйынса Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе миссияһынан аккредитацияланған өс сит ил күҙәтеүсеһе булды. Икәүһе - Тәлғәт Әхмәт менән Мәрхәмәт Шакиров Ҡаҙағстандан - Дүртөйлөлә, Дүртөйлө һәм Илеш райондарында күҙәтеү алып барҙы. Беларустан Олег Исаев Өфөлә тауыш биреү барышын күҙәтте. Миссияла ҡатнашыусылар эшләү өсөн яҡшы шарттар булдырған өсөн Үҙәк һайлау комиссияһына рәхмәт белдерҙе. Башҡа күҙәтеүселәр ҙә булды.
       Бер нисә тиҫтә ялыу булды. Бөтә мөрәжәғәттәр эшсе төркөмдәр тарафынан туранан-тура территориаль һайлау комиссияларында ентекле ҡаралды. Бөтәһе буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде, ялыу биреүселәр улар менән таныштырылды. Дәүләкәндә тауыш биреү барышына тупаҫ ҡыҫылырға маташыу теркәлде. Унда ваҡытында сара күрелде, ысын бюллетендәр урынына һалырға йыйынған "макулатура" тартып алынды, һәм был участкала һайлау үтте, тип танылды.
       Үткән күп кимәлле һайлауҙарҙы БР Үҙәк һайлау комиссияһы, 69 территориаль комиссия, 3560 участка һайлау комиссияһы һәм 60 бер мандатлы һайлау комиссияһы әҙерләне һәм үткәрҙе. 120 төрлө бюллетень әҙерләргә тура килде.
       Башҡортостанда РФ Президентын һайлауҙы үткәреүгә федераль бюджеттан 141 миллион һум аҡса бүленде. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙарға республика бюджетынан 157 миллион һум бүленде. Бүленгән аҡсаның 70 проценты һайлау комиссиялары хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүгә китәсәк, 30 проценты күргәҙмә агитацияға, календарҙарға, ҡағыҙға, бюллетендәргә, канцелярия тауарҙарына, методик әсбаптарға китте.
       БР Үҙәк һайлау комиссияһы дүрт йылға бер һайлана. 2008 йылдың июнь айы уртаһында Үҙәк һайлау комиссияһының ғәмәлдәге составы вәкәләттәре тамамлана, һәм яңы состав һайланасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал