6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Яҡшыраҡ йәшәйбеҙ - күберәк бала табабыҙ
04.03.08


       Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары былтыр төбәккә 51 мең сабый бүләк итте. Республиканың яңы тыуған бәләкәй граждандары иҫәбе ярайһы уҡ артҡан: 2006 йылда алты меңгә аҙыраҡ тыуғайны.
       Дөйөм ил буйынса демографияны яҡшыртыу өсөн дәүләт ни тиклем хәстәрлек күрһә, рәсәйҙәр шул тиклем тырышлыҡ менән яуап бирә. Балалар пособиеһы бер нисә тапҡырға артҡайны - шунда уҡ балаһыҙ ғаиләләрҙә генә түгел, бер, ике һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙә лә тыуым күрһәткестәре лә артты.
       Рәсәй әсәйҙәренең һәм атайҙарының һуңғы ваҡытта киләсәккә ышанысы артты, күңелдәре күтәрелде, буғай... Торған һайын күберәк ғаиләләр, яҡты киләсәккә өмөтләнеп, икенсе балаһын табырға ҡарар итә. Ә ҡайһы берҙәре хатта өсөнсөһөнә тәүәккәлләй.
       Тыуымдың күтәрелеүенә балалар пособиеһының артыуы ғына түгел, илдең, төбәктәрҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы яҡшырыуы ла этәргес булып торҙо. Бигерәк тә бала табыусыларҙың һәм сабыйҙарҙың һаулығын һаҡлау өлкәһендә. "Сәләмәтлек" милли проекты буйынса перинаталь үҙәктәрҙе, балалар поликлиникаларын һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын заманса ҡорамалдар менән өҫтәмә йыһазландырыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә иҫәбенә күрһәтелгән ярҙам сифаты күпкә яҡшырҙы. Һөҙөмтә булараҡ - сабыйҙар үлеме кәмеү генә түгел, дөйөм үлем кимәле тотороҡланды.
       БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы 10 йылда төбәктә сабыйҙар үлеме тотороҡло кәмей, уның кимәле 2007 йылда яңы тыуған бер мең балаға ундан кәмерәк сабый тәшкил итте. Республикала бала тапҡан ҡатындарҙың үлеү күрһәткесе 2,3 тапҡырға кәмене.
       Бөгөн башҡортостандарҙың үлеүенә төп сәбәптәр булып ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, бәхетһеҙлек осраҡтары, ағыуланыу һәм имгәнеүҙәр, шулай уҡ онкологик сирҙәр тора.
       Күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға, башлыса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙа заманса технологиялар индереү иҫәбенә өлгәшелде. Врачҡа тиклем тикшереү үткәреүҙән башлап юғары технологик кардиохирургик операцияларға тиклем, ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеү системаһын үҙгәртеү ҙә ыңғай роль уйнаны.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә тиклем онкологик сирҙәрҙән үлеү актуаль проблема булып ҡала, шулай ҙа медиктар, дөйөм алғанда, яман шештәр диагностикаһының яҡшырыуын билдәләй. Рактан үлеү күрһәткесе кәмеүгә бара. Хәҙерге ваҡытта ул 100 мең кешегә 143 кеше тәшкил итә. Профосмотрҙар үткәреү иҫәбенә рак менән ауырыусыларҙы асыҡлау арта барыуы күҙәтелә.
       Суд-медицина экспертизалары һөҙөмтәһендә 2007 йылда Башҡортостанда граждандарҙың тере сағында амбулатор кенәгәләрендә бөтөнләй билдәләнмәгән 127 яман шеш осрағы теркәлде. Кеше үлгән, бер нәмәгә лә зарланмаған, баҡһаң, рактан икән...
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда, күпме тырышлыҡ һалыуҙарына ҡарамаҫтан, юл-транспорт һәләкәттәренән үлеү осраҡтары элеккесә юғары. Шуға күрә быйылдан башлап "Сәләмәтлек" милли проекты сиктәрендә хәлде яҡшыртыу буйынса тәғәйен саралар планлаштырылған. Медицинала юғары технологияларҙы үҫтереүгә лә ҙур иғтибар биреләсәк. Һуңғы өс йылда ғына республикала биш гемодиализ үҙәге эшләй башланы. Был йүнәлештә эш дауам иттереләсәк, тип вәғәҙә итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
       Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Республика кардиология диспансеры юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә тәүге федераль заказдар алды. Был, врачтарыбыҙ, ахыр килеп, күрһәтелгән юғары стандарттарға "өлгәште", тигән һүҙ. Шулай итеп, хәҙер улар үҙ яҡташтарын ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән ауырыуҙарҙы ла дауалау хоҡуғына эйә булды.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал