6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

"Том Сойер" хореография телендә
04.03.08


       Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы солисы Ринат Абушахманов шаян америка үҫмере тураһында балет ҡуйған. Беренсе һәм икенсе мартта театр сәхнәһендә уның премьераһы үтте. Театр репертуарында балалар спектакле бик тә етешмәй ине. Ангриппина Ваганова исемендәге Санкт- Петербург рус балеты академияһының хореография бүлексәһе студенты Ринат үҙенең диплом эше сифатында "Том Сойер"ҙы һайлаған. Һөҙөмтәлә уны театр тәнҡитселәре генә түгел, ә тамашасылар - өлкәндәр һәм балалар ҙа юғары баһаланы.
       Спектаклдең үҙе тураһында һөйләр алдынан, уның өҫтөндә нисек эшләүҙәре тураһында бер нисә һүҙ. Был турала балетмейстерҙан яҡшыраҡ кем белһен.
       - Ринат, беренсенән, премьера менән ҡотларға рөхсәт ит, икенсенән, традицион һорау: ни өсөн тап Марк Твендың әҫәре һине ижадҡа рухландырҙы?
       - Сөнки, Аллаға шөкөр, балеттың музыкаһы авторы, Сергей Прокофьев исемендәге ХХI быуат Рус симфоник оркестрының баш дирижеры композитор Павел Овсянников һау-сәләмәт. Уның "Том Сойер"ы Дәүләт Кремль һарайы сәхнәһендә 1998 йылда ҡуйылғайны. Мин тап ошо балет кәрәк, тип уйланым. Беҙ осрашып, минең уйлауым буйынса спектаклдең нисек булырға тейешлеген тикшерҙек. Мин уға музыкаль сценарий килтерҙем. Дөрөҫөн әйтәм, балетҡа музыканың ҡырҡ проценты тирәһен Павел Борисович яңынан яҙҙы. Маэстроны спектаклде тапшырыуға саҡырғанда мин бик тулҡынландым, ләкин Павел Борисович ҡәнәғәт ҡалды. Әйткәндәй, ул премьераға ла килде.
       - "Том Сойер"ҙы Башҡорт дәүләт театры сәхнәһенә ҡуйыуға күпме ваҡыт сарыф иттегеҙ?
       - Әҙерлек оҙаҡ барҙы. Әммә саф ваҡытты алғанда, бер ай тирәһе.
       - Һеҙ үҙегеҙ ҡәнәғәтме һуң?
       - Дөйөм алғанда, эйе. Ләкин автор булараҡ, был балетты ҡараған һайын ни ҙә булһа төҙәтеп ебәрге килә.
       Ысын таланттар һәр ваҡыт үҙҙәренә талапсан. Ябай тамашасы булараҡ әйткәндә, мин сәхнәнән күҙемде айырып ала алмай ҡараным. Андрей Брынцев, Гөлнара Хәлитова, Римма Закирова һәм Денис Зәйнетдинов башҡарыуында шат Том Сойер, нескә зауыҡлы Бекки Тэтчер, эскерһеҙ Эмми Лоуренс һәм шаян Гекльберри Финн шунда уҡ үҙенә ҡаратты. Геройҙар менән барған хәлдәргә бер нисек тә вайымһыҙ ҡалып булмай. Полли Томға ҡойма буярға ҡуша, ә уның башҡа малайҙар менән уйнағыһы килә - һәм барыһы ла уға эшен тиҙерәк бөтөрөргә ярҙамлашырға теләй. Мәктәптә күңелһеҙ дәресте класҡа осраҡлы ғына осоп килеп ингән бөжәк йәнләндерә, һәм уҡыусылар араһында шау-шыу, көлөш башлана. Том и Гек индеец Джо йәшергән хазинаны таба - һәм тағы ҡыуаныс. Балалар аудиторияһына иҫәпләнгән, йөкмәткеһе һәм ҡуйылышы буйынса еңел балет үҙенең төп бурысын - ялҡытмау һәм тамашасыларҙың иғтибарын тотоу - тулыһынса үтәй.
       Спектаклдән һуң тамашасыларҙың фекерен белештем. Хатта Марк Твендың ижады менән таныш булмаған балалар ҙа сәхнәлә хәл-ваҡиғалар барышын тулыһынса аңланыҡ, тинеләр. Өлкәндәрҙән иң яҡшы маҡтау - "балалар спектакле шулай оҡшар тип һис уйламағайным. Ҡыҙыҡһынып ҡараным, ваҡытымды бушҡа үткәрҙем, тип үкенерлек булманы". Ваҡыт, тигәндәй. Спектакль бик хәрәкәтсән, ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Театрҙа был балет ял көндәре һәм көндөҙгө ваҡытта барасаҡ. Кемдәр ҡарарға өлгөрмәгән, барып күреп, үҙ фекерегеҙҙе белдерә алаһығыҙ. Балаларығыҙ менән бергә барһағыҙ, өйгә ҡайтҡас, бергәләп фекер алыша аласаҡһығыҙ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал