6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тыңғыһыҙ Салауат
04.03.08


       "Тыңғыһыҙ Салауат" - 1970 йылда журналист Эдвин Нуриджанов үҙ очеркын шулай тип атаны. Унда ул ғалим- фольклорсы Салауат Әхмәҙи улы Ғәлин (1934 йылдың 3 мартында тыуған) тураһында һөйләгәйне. Ләкин бөгөн дә, "Ленинсы" гәзитендә был очерк баҫылып сыҡҡандан һуң 38 йыл үткәс тә, Салауат Ғәлин элеккеләй тынғыһыҙ булып ҡала. Дөрөҫ, хәҙер уға исеме-атаһының исеме менән өндәшәләр. Салауат Әхмәҙи улы хәҙер бит филология фәндәре докторы, билдәле фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй халыҡ мәғарифы отличнигы, яҙыусы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында кафедра мөдире.
       Әммә Баймаҡ районынан яҡташтары өсөн ул Ғәҙелбай ауылынан колхозсы улы Салауат Ғәлин булып ҡала. Бында ул ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Ә эргәлә Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы - данлыҡлы педагогия училищеһы булған Темәс ауылы урынлашҡан. 1948 йылда Салауат унда уҡырға инә һәм тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген Таулыҡай ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай.
       Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районында тәбиғәт матур, ә кешеләре талантлы. Уларҙың күптәре тураһында мин "Баймаҡ ере тураһында хикәйәт" (Сказание о земле Баймакской") тигән китабында һөйләнем, улар араһында Салауат Ғәлин да телгә алынған. 1953-1958 йылдарҙа ул Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультеты студенты була. Институтты тамамлағас, һәләтле егетте тел һәм әҙәбиәт кафедраһында ассистент итеп ҡалдыралар. Шул уҡ ваҡытта ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында уҡыуын да дауам итә. Үҙенең ғилми тикшеренеүҙәре өсөн тема итеп башҡорт фольклористикаһы проблемаларын һайлай. Ошо тема буйынса ул кандидатлыҡ, ә һуңыраҡ докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Быға Башҡортостан территорияһында һәм башҡорттар йәшәгән башҡа өлкәләрҙә фольклор экспедицияларында ҡатнашыу булышлыҡ итә.
       Экспедицияларҙа йыйылған материалдарҙы, архив документтарын Салауат Ғәлин 1963-1970 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләгән сағында файҙалана. Был ваҡытта уның менән йәнәштә Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән, Рөстәм Кузеев, Наил Бикбулатов кеүек күренекле ғалимдар эшләүе уға бик уңай тура килә.
       Салауат Ғәлин кабинетта ғына ултырып эшләй торған ғалим түгел. Ул республика гәзиттәре, ғилми йыйынтыҡтар биттәрендә хәҙерге башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры мәсьәләләре буйынса мәҡәләләре һәм рецензиялары менән сығыш яһаны һәм әле лә сығыш яһай. Тап шул саҡта талантлы журналист Эдвин Нуриджанов Ғәлиндың егәрлелегенә һоҡланып, уны "тынғыһыҙ" тип атаны. Ғалим Салауат Ғәлиндың эштәре Башҡортостанда танылыу яуланы. 1967 йылда уның башҡорт тарихи йырҙарын тикшереүгә арналған тәүге "Йылдар һәм йырҙар" тигән китабы сыҡты. Ул Сәләм исемендәге республика комсомол премияһына лайыҡ булды. Мин был китапты ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым һәм хатта уға рецензия яҙып, баҫтырып сығарырға батырсылыҡ иттем. Ләкин автор уны күрмәне буғай, уның яғынан бер ниндәй ҙә реакция булманы.
       Ул ваҡыттан һуң күп йылдар үтте. Хәҙер Салауат Әхмәҙи улы, "Башҡортостан" энциклопедияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 200-ҙән ашыу ғилми эштәр һәм уҡыу-методик әсбаптары авторы. Ул республикала беренсе "Башҡортостан мәҙәниәте" электрон уҡыу китабы авторы (был китап 2004 йылда төҙөлдө).
       Ғалим һәм яҙыусы Ғәлиндың мөһим эштәренән үрҙә телгә алынған "Йылдар һәм йырҙар", "Хәҙерге заман һәм фольклор", "Башҡорт халыҡ ижады", "Башҡорт халҡының йыр шиғриәте", "Халыҡ аҡылы сығанағы", "Башҡорт халыҡ эпосы" китаптарын атарға мөмкин.
       Бынан тыш, ул республика ғалимдары әҙерләгән күп томлы "Башҡорт халыҡ ижады" баҫмаһы редколлегияһы ағзаларының һәм төҙөүселәренең береһе.
       Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын хаҡлы рәүештә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары өсөн педагогик кадрҙар тимерлеге тип атайҙар. Салауат Әхмәҙи улы ла институт стенаһынан сыҡҡан. 1970 йылдан ул Стәрлетамаҡ педагогия институтында башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире була. 1987 йылдан Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында эшләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал