6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Тимер юлда пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү
03.03.08


       Пассажирҙар комплексы бөгөн, һис шикһеҙ, күп нәмәнән мәхрүм. Алыҫ араға пассажирҙар ташыу тураһында һөйләшеүҙе Куйбышев тимер юлының "Өфө" вагон депоһы начальнигы Александр Ходковский ошондай һүҙҙәрҙән башланы. Был комплекс бөтә илдәрҙә лә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә табышһыҙ тармаҡ. Башлыса ул йөк ташыуҙарҙы субсидиялау иҫәбенә йәшәп килде. Бына өс йыл инде йөк ташыу эшмәкәрлегенең был төрҙәрен айырыу һәм пассажирҙар комплексының үҙе өсөн үҙе аҡса эшләй аламы-юҡмы икәнлегенә анализ яһау йәһәтенән эш алып барыла.
       - Юҡ, бөгөнгө көнгә эшләй алмай, - ти алыҫ араға йөк ташыуҙар менән шөғөлләнеүсе Өфө тимер юлсылары вәкиле. - Шуға күрә беҙҙең тармаҡ пассажирҙар комплексына тотонолған сығымдарҙы Рәсәй бюджетына индереү мәсьәләләре менән ныҡлап шөғөлләнә. Ике йыл элек был сумма 60 миллиард һум тәшкил иткәйне. Былтыр федераль бюджетҡа беренсе транш 10,5 миллиард тәшкил итте, киләһе йылға бюджетҡа 20 миллиард һумдан ашыуыраҡ инергә тейеш.
       Ходковскийҙың ойошмаһында проблемалар, ысынлап та, етерлек. Төп фондтарҙың туҙыуы хаҡында барыһы ла белә. Иҫке вагондарҙы иҫәптән сығарыу яңылары килеү темпынан күпкә алдараҡ бара. Былтыр ғына "Өфө" вагон депоһы 23 иҫке вагондан баш тартырға мәжбүр булды. Шул уҡ ваҡытта һигеҙ генә яңы вагон килде, быйыл майға тиклем тағы алтау көтәләр. Ә пассажирҙар ағымы артҡандан-арта бара бит.
       - Билет алыуы проблемаға әйләнгән, йыш ҡына таныштар аша ғына һатып алырға мөмкин булған элекке замандар кире ҡайтыр, моғайын. Автомобиль транспорты граждандар ихтыяжын тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерә алмай, күп һанлы авиакатастрофалар менән бәйле, пассажирҙарҙың шикселлеге артты, етмәһә, самолетҡа билет та тимер юл билеты менән сағыштырғанда сиктән тыш ҡиммәт бит. Нисек кенә булмаһын, беҙ кешеләрҙең тимер юлға күпләп ағылыуын күҙәтәбеҙ.
       Мәҫәлән, төньяҡ йүнәлеште алайыҡ. Тимер юлсыларыбыҙ Яңы Уренгойға поезд маршруты ойошторғанда, унда шул тиклем ағым булыр тип башына ла килтермәгәйне. Көн аша Төньяҡҡа йөрөгән өс поезға бөгөн теләүселәрҙең барыһы ла һыймай. Ходковский әйтеүенсә, Яңы Уренгойға хатта көн һайын икешәр поезд ебәргәндә лә, вагондар йөҙ процент тулы китәсәк. Ихтимал, был нефть комплексына вахта менән эшләүселәрҙе йәлеп итеүсе күп фирмаларҙың, билет арзаныраҡ булыу сәбәпле, аэродромдарҙан тимер юл станцияларына күсеүе менән дә бәйлелер.
       Өфө - Баку йүнәлеше лә ҙур һорау менән файҙалана. Күрәһең, Башҡортостанда әзербайжан диаспораһы үҫеүен дауам итәлер. Халыҡ-ара бәйләнеш вагонында бөгөн бер буш урын да булмай. Бакуға көн һайын вагондар ебәреү тураһында мәсьәлә ҡуйылған һәм ыңғай хәл ителергә тейеш.
       Тиҙҙән йәй етә. Пассажирҙар өсөн, былтырғы маршруттарҙан тыш, 2008 йылда яңылары барлыҡҡа киләсәк. Мәҫәлән, Өфө - Берлин вагоны хәрәкәтен йышайтыу планлаштырыла. Куйбышев тимер юлында был "немец" вагонын, әйткәндәй, Өфө депоһы ғына хеҙмәтләндерә. Был маршрут быйыл йәй аҙнаһына бер тапҡыр түгел, ә ике тапҡыр йөрөргә тейеш.
       Былтыр Өфө станцияһынан тағы ике йүнәлештә - Бресҡа һәм Львовҡа тиклем туранан-тура пассажирҙар оҙата башланыҡ.
       Беҙҙә пассажирҙар өсөн актуаль булған башҡа тәҡдимдәр ҙә бар, ләкин күсмә составты комплектлап еткермәү арҡаһында беҙ уларҙы тормошҡа ашыра алмайбыҙ. Республикабыҙ халҡының, күсеп йөрөмәйенсә, үҙ вагонына ултырып китеү мөмкинлеге булһын өсөн, йылдан-йыл поездарыбыҙҙың йөрөү сиктәрен аҙлап булһа ла киңәйтергә тырышабыҙ, - ти Александр Ходковский.
       Тимер юлсыларға нисәнсе йыл рәттән бер һорауҙы бирәбеҙ: вагондар етерлек булмағас, пассажирҙар ағымы арта барыу проблемаһы нисек хәл ителә?
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә юл берәү генә - Өфөлә пассажир поездарының туҡтап тороу ваҡытын кәметеү, - тип яуап бирә Өфө депоһы начальнигы. - Йәғни был дефицитты йүнәлештәрҙе берләштереү иҫәбенә компенсациялайбыҙ. Мәҫәлән, 355-се "Өфө - Мәскәү" поезы баш ҡалаға киске сәғәт туғыҙҙа килә, ә иртәнсәк инде ул 360-сы булып Нижневартовскиға китә. Йәйге ваҡытта Симферополь менән Питер һәм башҡа йүнәлештәрҙе берләштерәбеҙ. Был мәжбүри сара һөҙөмтәһендә беҙ төнөн дә, йәғни тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ.
       Нисек килеп сыға һуң? Состав килгәс, беҙ вагондарҙы ысҡындырабыҙ ҙа, тиҙ генә уларҙы әҙерләп, тағы оҙатабыҙ, тағы ысҡындырабыҙ, тағы оҙатабыҙ... Әлбиттә, бындай эш режимы күсмә составты әҙерләү сифатында ла сағылмай ҡалмай. Был, үҙ сиратында, пассажирҙарҙың ялыуына килтерә. Был хәлдән нисек сығырға, үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ. Бер яҡтан, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү культураһын күтәреү тураһында һөйләйбеҙ, икенсе яҡтан, йүнәлештәр һанын кәметә лә алмайбыҙ.
       Хеҙмәтләндереү культураһы - айырым мәсьәлә.
       - Бына беҙҙән йыш ҡына, пассажирҙарға ниндәй яңылыҡтар тәҡдим итә алаһығыҙ, тип һорайҙар, - тип һүҙен дауам итә әңгәмәләшсебеҙ. - Самолетҡа ҡайҙа ғына ултырма - бер үк хеҙмәтләндереү: ашаталар, гәзит-журнал тәҡдим итәләр. Поезда ла шул уҡ. Бөтәһе лә регламентланған. Бында ике төп момент тип иҫәпләйем мин. Беренсенән, урын-ер әйбере хаҡы билет хаҡына ингән элекке системаға әйләнеп ҡайтыу. Бөгөн СВ, купе, ҡайһы бер плацкарт вагондарҙа был индерелгән дә инде. Йыл барышында был система бөтә вагондарҙа һәм поездарҙа ла эшләй башлар, тип уйлайбыҙ, һәм проводниктарға аҡса йыйып, урын-ер әйбере таратып йөрөргә тура килмәйәсәк, тимәк, эшкә һәм пассажирҙар менән аралашыуға ваҡыттары күберәк ҡаласаҡ. Был икенсе яғы. Мин көсләп нимәлер тәҡдим итеү яҡлы түгел. Нимәгә проводниктарға вагон буйлап йөрөп, ниндәйҙер хеҙмәтләндереүҙәр, тауарҙар тәҡдим итергә? Беренсенән, һәр кем улай булдыра алмай, икенсенән, ваҡытында йылмайып, пассажирҙарҙы борсоған һорауҙарға ихлас яуап биреү - бына был вагонда иң төп һәм дөрөҫ сервис, минеңсә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал