6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Скотт үҙ ҡапҡаһына үҙе шайба индереүгә булышлыҡ итте
03.03.08


       "Салауат Юлаев" Магнитогорск "Металлург"ы менән иптәштәрсә матч үткәрҙе. Ни өсөн иптәштәрсә һуң? Сөнки ул турнир бүленешенә бер нисек тә йоғонто яһамай. Өфөнө хәҙер таблицала беренсе урындан бер кем дә алып ташлай алмай, ҡорос иретеүселәр ҙә үҙҙәренең икенсе позицияһын нығытты. Һөҙөмтә - 3:0. Урал металлургтары миҙгелдә өсөнсө тапҡырына ярышташтарының ҡапҡаһын ала алманы.
       "Металлург" уйынсылары оппоненттарына ҡарағанда һүлпәнерәк уйнаны. Өфөләр иһә нығыраҡ тырышты, был аңлашыла ла - үҙ тамашасылары алдында уйнанылар бит.
       Ун беренсе минутта Руслан Нуретдинов Рәсәй үлсәмдәре буйынса яҡшы ғына алыҫтан шайба ташланы. Магнитка ҡапҡасыһы Скотт артыҡ көсәнмәй генә шайбаны тотоп алды. Ләкин нисектер шайба төшөп китеп, ҡапҡасының конькийына бәрелде һәм һыҙыҡ аша эскә үтте. Ҡапҡа һаҡсыһы үҙенә үҙе ташлаған, ә Нуретдинов иҫәбенә яҙылған голды тамашасылар алҡышлап ҡаршы алды. Былтыр Магниткала уйнаған сағында Рәсәй чемпионы исемен яулаған Руслан үҙенең элекке командаһына миҙгел эсендә өсөнсө шайбаны индерә.
       Магнитогорск "Металлург"ы ҡапҡаһына икенсе голды тамашасылар өсөнсө осорҙа ғына күрҙе, ул да ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Андрей Сидякин ташлағандан һуң шайба "металлургтар" һаҡсыһына эләгә, һуңынан - штангаға, унан - ҡапҡасыға һәм шунан һуң ғына ҡапҡа һыҙығы аша эскә үтә. Матчҡа Виталий Прошкин нөктә ҡуя. Ул ташлаған шайба уртанан оса, уйынсылар ҡамап алған Скотт уны тота алмай ҡала.
       "Салауат Юлаев"та бик һирәк уйынға сыҡҡан Милан Гниличка был юлы уңышлы матч күрһәтте.
       3:0 - "Металлург"тың фанаттар секторы тынып ҡала. Нимә тип килгәндәрҙер инде? Яратҡан клубтарының иптәштәрсә осрашыуҙа еңелеүен күреү өсөнмө? Әллә Өфөләге ҡайһы бер йүнһеҙ әҙәмдәрҙең Магнитогорск фанаттары адресына бысраҡ ташлауҙарын тыңлау өсөнмө? Ярай әле ул көндө милиция Өфө ҡунаҡтарын автобусҡа тиклем оҙатып ҡуйҙы - юҡһа, етди һуғыш сығыр ине.
       Рәсәй хоккей көйәрмәндәре мөхитендә ҙур проблемалар башланып тора - агрессив футбол фанаттары ахмаҡлығы күпкә тыныс боҙҙағы уйын көйәрмәндәренә йоға. Был Өфөгә лә ҡағыла. Ҡайҙандыр футбол тибындағы, юҡ-бар ҡысҡырып, тупаҫ ҡыланыусы фанаттар барлыҡҡа килде. Ҡайҙа һуң бында клубтың именлеге өсөн яуап биреүсе ғәййәр һаҡ хеҙмәте? Ни өсөн һүгенеп ҡысҡырыныуҙары йәки аҡса талауҙары өсөн уларҙы ҡулға алмайҙар? Әгәр бындай күренештәргә ҡаршы көрәшмәгәндә, эҙемтәһе бик күңелһеҙ булыуы ихтимал.
       ...Уйындан һуң Магнитогорск "металлургтары" араһында артыҡ ҡайғырып китеү һиҙелмәне - иптәштәрсә матч булды бит. Трэвис Скотт осрашыуға һәм голдарға аңлатма биреп:
       - Бөгөн мин беренсе тапҡыр үҙ ҡапҡама үҙем гол индерҙем. Элек бындай хәл булғаны юҡ ине. Икенсе голда ғәйепте минең менән һаҡсы араһында бүлешергә мөмкин, - тине.
       Магнитогорск "Металлург"ының генераль директоры, "фонтан һәм алтын балыҡтар менән бассейны" булған Геннадий Величкин үҙ командаһы менән бергә килгән. Уйындан һуң ул, кем еңеүсе булырын плей-офф күрһәтер, тип әйтеп ҡуйҙы. Геннадий Иванович:
       - Мин 17 йыл комментарий бирәм инде һәм арып бөткәнмен, - тине.
       "Бахыр ғына, - тип уйлап ҡуйҙым мин, - ҡалай интеккәндер инде..."
       - Һеҙҙең уйынсыларығыҙ бөгөн бик көсәнмәй генә уйнаны. Еңергә тигән бурыс ҡуйылмағайнымы?
       - Шулайыраҡ, беҙ хатта Рауил Ғосмановты үҙебеҙ менән килтермәнек.
       - Элекке уйынсығыҙ Руслан Нуретдинов, "Металлург" чемпион булыуын байрам иткәндә, һеҙҙе һыра менән ҡойондорғайны - шунан алып һеҙҙең клубҡа гол индерә. Бәлки, һеҙҙең командаға күберәк шайба ташлау өсөн, бөтә "юлаевсылар"ға был трюкты ҡабатларғалыр?
       - Руслан һыра менән мине түгел, тренер Канарейкинды ҡойондорҙо. Нуретдиновҡа мин бик яҡшы мөнәсәбәттәмен.
       "Канарейкинды һәм бер-ике йәшник һыра табырға ине", - тип уйлап ҡуйҙым мин һәм:
       - Нисек уйлайһығыҙ, Магнитка плей-оффта "Салауат Юлаев"ты еңеүе ихтималмы? - тип һораным.
       - Финалға барып етергә кәрәк әле, - тип ябай һәм мәғәнәле итеп яуап бирҙе 17 йыл эсендә арыған Геннадий Иванович.
       Руслан Нуретдинов матчтан һуң үҙ машинаһында Милан Гниличканы оҙатып ҡуйҙы. Һыра менән хәлде ул шулай тип аңлатты:
       - Ул саҡта Магнитканың чемпион исемен яулауын байрам иткәндә мин һыра менән кемде ҡойондорғанымды, кемде - юҡ, аныҡ хәтерләй алмайым. Барыбыҙ ҙа бер-беребеҙҙе ҡойондорғайныҡ. Мин ысынлап та Канарейкинды ҡойондорғайным, шикелле.
       - Һеҙ тағы ла элекке командағыҙ ҡапҡаһына гол индерҙегеҙ, әллә уға ҡарата айырым берәй иҫәбегеҙ бармы?
       - Юҡ, ташлау мөмкинлеге булғанда ҡул ҡаушырып торайыммы инде?
       - Күптән һорарға йыйынып йөрөйөм - һеҙ Башҡортостан Президентының иң яратҡан уйынсыларының береһе булыуығыҙ тураһында беләһегеҙме? Мортаза Рәхимов хатта бер ваҡыт "Салауат Юлаев"тың баш тренерынан һеҙҙең хаҡта һорашҡан, тип һөйләйҙәр...
       - Командалағы егеттәр был айҡанлы шаяртып әйтеп ҡуйғайнылар, ләкин үҙем был турала башҡаса бер кемдән дә ишетмәнем. Әгәр был ысынлап та шулай икән, мин бик шатмын...
       "Салауат Юлаев" регуляр уйындарҙы тамамлағансы, көйәрмәндәр плей-оффты көтә һәм чемпион булыу тураһында хыяллана.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал