6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Баш ҡалаға экологик коридорҙар кәрәк
29.02.08


       Тәбиғәт. Был һүҙ беҙҙә нимә менән ассоциациялаша һуң? Ҡала халҡы өсөн, моғайын, шашлыҡ менәндер. Районда туғандары булғандар өсөн - ауыл менән. Пенсионерҙар һәм баҡсасылар өсөн - фазенда менән.
       Ҡалала йәшәү фекерләүгә үҙ эҙен һала. Әгәр элек кешенең тәбиғәт менән йәнәш йәшәүе тәбиғи хәл булһа, һуңынан тәбиғәттә булыу, тимәк, ял итеү тигәнде генә белдерә башланы. Ә хәҙер күптәр цивилизация донъяһын ташлап китмәй генә ял итеүҙе өҫтөн күрә - рәхәт, әллә күпме сауҙа-күңел асыу үҙәктәре, фитнес-клубтар, кафелар төҙөлгән. Йәйен велосипедта, ҡышын саңғыла Өфө тирәләй сәйәхәт ҡылыусылар беҙҙең миллионлы ҡалала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәр уларға хатта сәйерһенеп ҡарай. Кинотеатрға йәки төнгө клубҡа барыу, йәки дивандан тормай ғына DVD-ла яңы фильм ҡарау күпкә еңелерәк бит. Шулай итеп ял көндәре үтеп тә китә.
       Ысынлап та, төрлө-төрлө сәскәләргә һоҡланып һәм ҡоштар һайрауын тыңлап, ялан буйлап велосипедта йөрө әле! Ә ҡайһы берәүҙәре үҙе менән фотоаппарат алып, Ағиҙел аръяғында әле осраштырған ҡуян йәки төлкөләрҙе фотоға төшөрә. Ҡайһы бер кешеләргә хатта мышы осрай. Уларға нимәгә был мышылар? Хайуандарҙы бик яратаһың икән, Ҡала Советы ҡаршыһындағы паркка бар, унда фотографтар төрлө йәнлек килтереп, фотоға төшөрә.
       Шуға ҡарамаҫтан, тәбиғәтте яратҡан, уны һаҡлау тураһында хәстәрлек күргән кешеләр бар. Һәм аҙ түгел. Уларҙың береһе - Наил Ҡоҙаяров - беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Наил бөтә буш ваҡытын Өфөнөң тирә-яғын ҡала һөжүменән һаҡларға маташыуға арнай. Ул яңғыҙы, үҙ аллы эш итһә лә, ярайһы уҡ һөҙөмтәле килеп сыға. Уны БР Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығында ла, Өфөнөң Баш архитектура идаралығында ла беләләр һәм һәр ерҙә уның эшен ыңғай баһалайҙар. Беҙҙең гәзиткә Ҡоҙаяров үҙ идеяларын йәмәғәтселеккә еткереү маҡсаты менән мөрәжәғәт итте.
       Ҡоҙаяровтың идеяларының береһе - экологик коридорҙар ойоштороу. Был идеяны, әйткәндәй, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығы хуплап сыҡты һәм ул БР Хөкүмәте тарафынан 2004 йылда хупланған Башҡортостандың һаҡлауға алынған тәбиғәт территориялары системаһының план-схемаһына тап килә.
       Экологик коридорҙар тураһында идеяның асылы бына нимәлә. Республикабыҙҙа айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары - тәбиғи парктар, заказниктар һәм башҡалар бар. Ләкин был территориялар бер-береһенән айырылған. Һөҙөмтәлә теге йәки был айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһында йәшәгән айырым төрҙәр үҙ-ара аралаша алмай. Һаҡланған территорияларҙағы булһа ла йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһы элеккесә төрлө-төрлө булып ҡалһын өсөн, был территориялар экологик коридорҙар менән тоташтырылырға тейеш.
       Ҡоҙаяров, Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡоштарҙың һәм һыуҙа йәшәүселәрҙең төйәктәрен өлөшләтә айырыу һәм ҡоро ер йәнлектәренең төйәктәрен төньяҡтан көньяҡҡа һәм көнбайыштан көнсығышҡа табан тулыһынса айырыу тенденцияһы күҙәтелә, тип иҫәпләй. Төньяҡтан көньяҡҡа - был Яңауыл - Бөрө - Өфө - Стәрлетамаҡ - Күмертау автомагистрале линияһы. Көнбайыштан көнсығышҡа - был Октябрьский - Туймазы - Өфө - Иглин - Аша - Эҫем - Кропачево тимер юл һәм автомобиль магистралдәре линиялары.
       Был линиялар киҫешкән урында айырыуса көсөргәнешле хәл барлыҡҡа килә. Тап Өфө районында көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә айырыу тамамлана. Урбанизацияланған Өфө ярымутрауы ҡырағай ҡоро ер йәнлектәренең күсеүе өсөн үткеһеҙ ҡаршылыҡ булып тора. Өфө районының төньяҡ сигенә тиклем барып еткән химия заводтары һыҙаты һәм улар тирәләй үҫешкән инфраструктура эшҡыуарҙарҙың, инвесторҙарҙың һәм уларҙы хеҙмәтләндереүсе архитекторҙарҙың иғтибарын йәлеп итә.
       Шулай итеп, Өфө ярымутрауы әле нисектер Өфөнөң киңлеккә үҫеүен сикләһә, төньяҡ өлөштө артабан урбанизациялау Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары араһындағы майҙанда бара. Ә Шөғөр йылғаһы үҙәнен технократтар килтерелгән кремний минераль ресурстары һәм ҡала сүплегенең ағыулы көлө менән күмеүе ихтимал.
       Тап беҙҙең көндәрҙә төҙөлөш шауҡымы ҡағылмаған айырым сауҡалыҡтарға, баҫыуҙарға һәм ауыл хужалығы баҫыуҙарына экологик коридор булдырыу өсөн һуңғы мөмкинлек бар. Һүҙ бында Өфө районының төньяҡ өлөшөндә Максимовка күленән алып Вотикеево ауылынан көньяҡтараҡ урман массивы аша, Шөғөр йылғаһы үҙәне буйлап Ағиҙел йылғаһы үҙәненә берҙән- бер коридор ҡалдырыу мөмкинлеге тураһында бара. Благовещен ҡалаһының сәнәғәт зонаһы Өфөнөң төньяҡ заводтары менән ҡушылмаҫ, һәм Благовещен районының көньяҡ сиге буйлап тәбиғи һыҙат ҡалыр, тигән өмөт һаҡлана.
       Әгәр ҡоштар һәм балыҡтар күсеүе өсөн күпер ҡаршылыҡ булып тормаһа, Ағиҙел йылғаһының һыубаҫар туғайындағы ҡырағай ҡоро ер йәнлектәре күпер аҫтындағы пляждарға килеп сыҡмаясаҡ, әлбиттә. Йәйен күпер эргәһендәге ҡала яры шау-гөр килеп тора. Шуға күрә Ағиҙел һәм Дим йылғаһы үҙәндәре ҡушылыуын икенсе урындараҡ, урбанизацияланған үҙәктән бер аҙ алыҫтараҡ ойоштороу маҡсатҡа ярашлы булыр ине.
       Ҡоҙаяров ҡырағай хайуандар йәшәрлек урман массивтары һәм туғайҙар һаҡланып ҡалған ике йылға үҙәнен экологик бәйләүсе функцияһын үтәй алырлыҡ дүрт географик коридор тәҡдим итә.
       Беренсе коридор ҡырағай йәнлектәргә Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яры участкаһынан, Тирмән комбинатынан "Сиған яланы"ның көньяҡ ситенә тиклем автомагистраль аша Дим урман массивына үтергә мөмкинлек бирә. Икенсе коридорҙы Архимандрит күле ситендәге урман массивын Дим үҙәне менән бәйләү өсөн төҙөргә мөмкин. Өсөнсө коридор Ағиҙел йылғаһының ҡом сығарғандан һуң ҡалған һул яҡ яры ҡултыҡтарынан башланыуы мөмкин. Дүртенсе коридор башҡарып сығыу өсөн иң ҡатмарлыһы, ләкин ул етерлек киң булғанда, Ағиҙел, Дим йылғалары һәм Өршәк тамағы үҙәндәрендәге урман массивтарын туранан-тура экологик бәйләүҙе тәьмин итәсәк.
       Әйткәндәй, сит илдәрҙә тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күптән инде нормаға әйләнгән. Күп кенә Европа илдәрендә, ваҡ йәнлектәр машина аҫтына килеп инмәһен өсөн, автомобиль юлдары тәпәш сетка менән кәртәләнгән. Ҡала ситендә генә йөрөгән ҡырағай йәнлектәр бер кемдән ҡурҡмай, иркен йөрөй, сөнки уларға бер кем дә теймәй. Бәлки, беҙгә лә Европа стандарттарына яҡынлашырға ваҡыттыр?

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал