6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сауҙа

"Социаль" тауарҙар хаҡында
29.02.08


       Был һайлау алды көндәрендә барыбыҙ өсөн ғәзиз булған икмәк тураһында һөйләмәй, башҡа нимә тураһында һөйләйһең инде? Бөгөн һайлау һәм инфляция - төп темаларҙың береһе. Әгәр сәйәсәт темаһы бер миҙгел генә булһа, "хаҡтар мәсьәләһе" беҙҙе һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындыра - иртән һәм кисен, төштән һуң һәм (бигерәк тә) төшкә тиклем, ғөмүмән, тәүлек әйләнәһенә.
       Шуға күрә бөгөн тап хаҡтар тураһында һөйләшәйек. Эйе-эйе, беҙгә, ябай граждандарға, бер минут та тыңғылыҡ бирмәгән хаҡтар хаҡында. 2007 йылдың сентябрендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың ҡырҡа күтәрелеүен бер кем дә онотмағандыр, моғайын.
       Ул саҡта социаль мөһим тауарҙарға сауҙа өҫтәмәләрен мөмкин тиклем кәметеү, шулай уҡ урындағы етештереүселәргә эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу аҙыҡ-түлек баҙарында тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса ҡулайлы сара булып тойолдо.
       Билдәле булыуынса сауҙа өҫтәмәһе - етештереүсе хаҡы менән һатыу хаҡы араһындағы айырма. Тап ошо күрһәткескә сик ҡуйылды - БР министрлыҡтары менән ҡаланың эре сауҙа структуралары етәкселәре араһында килешеү һөҙөмтәһендә социаль мөһим тауарҙарға сауҙа өҫтәмәләре бер проценттан ун процентҡа тиклем сиктә билдәләнде.
       "Социаль мөһим тауарҙар" ни икәнлеген төшөнөп етмәүселәргә аңлатабыҙ - был БР Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан төҙөлгән продукция исемлеге, уға 130 атама менән төрлө аҙыҡ-түлектәр инә - һөт, май, икмәк, йомортҡа, сыр - ҡыҫҡаһы, кешегә ҡәҙимге, "сәләмәт" йәшәү өсөн кәрәкле булған бөтә нәмәләр.
       Ҡайһы берәүҙәр, бәлки, тәғәйен бер сортҡа хаҡ ни өсөн кәметелгән икән, әллә сифаты насарыраҡ, тәме башҡасараҡ микән, тип шикләнеп ҡалыр. Беҙ был һорауға ҡағылышлы, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһының башҡарыусы директоры Светлана Йәғәфәроваға мөрәжәғәт иттек. Бына ул нисек аңлатты:
       - Ысынында иһә, социаль аҙыҡ-түлектәр - икмәк, сыр, колбаса һәм башҡалар - үҙҙәренең ҡиммәтле "туғандарынан" бер ни менән дә айырылмай: тәме лә, сифаты ла шул уҡ. Былар беҙҙең ассортименттан ҡәҙимге продукттар, - тип аңлатты Светлана Роберт ҡыҙы. - Етмәһә, был сорттарҙы һайлауға беҙ, бер нисә мөһим факторҙы күҙ уңында тотоп, бик ентекле ҡараныҡ.
       Бының өсөн беҙ иң тәүҙә, беҙҙең сауҙа селтәрҙәрен икмәк, һөт, сыр, колбасаларҙың ҡайһы сорттары менән ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итә алыуҙарын асыҡлау өсөн, урындағы тауар етештереүселәр менән һөйләштек. Әгәр ниндәйҙер аҙыҡ-түлекте "социаль" яһайбыҙ икән, беҙ уның магазиндарҙа даими булыуын тәьмин итергә тейешбеҙ бит - юҡһа, ул ниндәй социаль тауар булһын?
       Икенсенән, хаҡ факторы ҙур роль уйнай. Бер магазин да "социаль" тауар сифатында бигерәк ҡиммәт йәки, киреһенсә, иң арзан тауарҙы ҡуймаясаҡ. Был һатыусыға ғына түгел, һатып алыусыға ла файҙаһыҙ. Шул уҡ ваҡытта сауҙа ойошмаһы үҙ продукцияһының бөтә исемлеген дә "социаль" яһай алмай. Бөтә ассортименттан бер нисә генә атама һайлап алына - мәҫәлән, төрлө ҡуйылыҡтағы һөттөң ике төрө, бер нисә төрлө май, икмәк, сыр һәм башҡалар.
       Быларҙан тыш, "социаль" сорт халыҡта һорау менән дә файҙаланырға тейеш. Ни өсөн икәнен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер, моғайын.
       Бына, күреүегеҙсә, барыһы ла ябай ғына! Борсолоуҙарыбыҙ бушҡа булған, күрәһең, һәм хәҙер тыныс күңел менән магазинға барып, теләгән тиклем экономияларға мөмкин.
       Дөрөҫ, икенсе һорау ҙа тыуа. Ҡасанға тиклем магазиндарыбыҙ һәм супермаркеттар "социаль" хаҡтар менән ҡыуандырыр икән?
       Светлана Йәғәфәрова әйтеүенсә, "селтәрҙәр" һәм республика министрлыҡтары араһында төҙөлгән килешеүҙең срогы сикләнмәгән һәм ваҡытын оҙайтыуға мохтаж түгел. Шуға ҡарамаҫтан, 2008 йылдың 1 майында сауҙа өҫтәмәләрен туҡтатып тороу кәрәклеге ҡайтанан ҡараласаҡ, тигән рәсми булмаған килешеү бар. Светлана Роберт ҡыҙы аңлатыуынса, "хәлгә ҡарап", ҡарар ҡабул ителәсәк - бәлки, "социаль" хаҡтар артабан да дауам иттерелер.
       Килешеү шарттарын боҙоуға килгәндә, бындай осраҡтар хәҙер аҙайғандан-аҙая. БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, аҙна һайын үткәрелгән мониторинг мәғлүмәттәре буйынса республикалағы бөтә магазиндар ҙа үҙҙәре ҡабул иткән йөкләмәләрҙе күҙәтә. Был ғәжәп түгел, тиҙәр ведомство матбуғат хеҙмәтендә, сөнки сауҙа ойошмалары араһында конкуренция бик юғары, һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡты күтәреүҙән фәтеүә булмаясаҡ. Әгәр инде айырым бер сауҙа нөктәһендә сауҙа өҫтәмәләрен бер аҙ күтәрәләр икән, уның етәкселеге менән шәхси әңгәмәнән һуң бөтәһе лә үҙ урынына баҫа. Тик хаҡ структураһы сауҙа өҫтәмәләренән генә тормай бит, ә үҙҡиммәткә һәм етештереүгә сығымдарға ла бәйле. Ә был факторҙарға, билдәле булыуынса, туранан-тура бер нисек тә йоғонто яһап булмай. Шуға күрә лә сауҙа өҫтәмәләрен сикләгән хәлдә лә хаҡтарҙың артабан үҫеүенә юл ҡуймау мөмкин түгел.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал