6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудов журналистарҙан грипп йоҡторҙомо?
29.02.08


       Һеҙ берәй ваҡыт ғәжәйеп ҡала - Пьонгчангта булғанығыҙ бармы? Ошо ҡаланың биатлон трассаһында Максим Чудов беренсе тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа осраны. Донъя Кубогының һуңғы этаптарында һәм чемпионатта әллә күпме миҙал яулап ҡайтҡан Өфө районының Михайловка ауылы егете Пьонгчангта призерҙар иҫәбенә лә, тәүге алтау иҫәбенә лә инмәне.
       Һөҙөмтәлә - 33-сө генә урын. Әлбиттә, бер еңелеүҙән генә һығымта яһарға ашыҡмайыҡ - егет, Швециянан дүрт миҙал яулап ҡайтып, миҙгелгә үҙ бурысын артығы менән үтәне.
       Спринттың беренсе ут рубежында Чудов бер тапҡыр ғына яҙа атты, икенсеһендә - ике тапҡыр. Хатта өс яҙа атыу менән дә Максим, ғәҙәттәге юғары тиҙлеген күрһәтһә, тәүге унауға дәғүә итә ала ине, ләкин ни эшләптер был юлы уға хас етеҙлек һиҙелмәне.
       Беренсеһендә генә Чудов барыһынан да тиҙерәк йүгерҙе. Икенсеһендә инде уның тиҙлеге төштө - Максим 17-се генә саңғы һөҙөмтәһе күрһәтте. Икенсе атыуҙа ике хата яһағас, ул, күрәһең, бер ергә лә ашыҡманы һәм һуңғы юлды тиҙлек буйынса 55-се һөҙөмтә менән генә үтте. Уның дөйөм йүгереү һөҙөмтәһе - 21-се урын.
       Беҙ Максим Чудовтың шәхси тренеры Виктор Никитинға шылтыраттыҡ. Ул "БАШвестЪ"ҡа бына нимәләр һөйләне:
       - Максим Чудов ауырый! Шул арҡала бөтә уҙышты үҙ кимәлендә үткәрергә көсө етмәне. Хәҙер уға бысраҡ ташларға кәрәкмәй - киреһенсә, рухын төшөрмәү өсөн, матбуғатта яҡлап сығырға кәрәк!
       - Юҡ, мин уға бысраҡ ташларға йыйынмайым... Һеҙ бына сирләүе тураһында әйткәнгә тиклем, Өфөлә уға нимә ашаттылар икән, был тиклем ауыр йүгерҙе, тип уйлағайныҡ.
       - Ул ғәҙәттәгесә - өйөндә ашап йөрөнө. Тик бына осоуҙар, бер-бер артлы журналистар менән осрашыуҙар... Бына ошо осрашыуҙар ваҡытында кемдәндер грипп эләктергәндер инде. Хәҙер ул эҙәрлекләү уҙышында ҡатнашмаясаҡ, ғөмүмән, ул Пьонгчангта башҡа күренмәйәсәк. Стартҡа Ханты-Мансийскиҙа 6 мартта башланасаҡ киләһе этапта ғына сығасаҡ. Уға хәҙер иң мөһиме - сиренән төҙәлеү...
       Чудов ауырыған саҡта донъя Кубогының мәрәй ярышы буйынса ярышташтары мәрәй йыйҙы. Максимдан алда барыусы рәсәйле Дмитрий Ярошенко, 17-се булып, 15 зачет балы йыйҙы һәм хәҙер уның активында 577 мәрәй. Чудовты эҙәрлекләүсе норвег Эмиль Хельге Свендсен уҙышта еңеү яуланы. Уның активында хәҙер 465 балл. Максим Чудов үҙе дөйөм иҫәптә 541 мәрәй менән өсөнсө булып килә.
       Ханты-Мансийскиҙа һәм Норвегия Холменколленында Макс лидер Оле Эйнар Бьорндаленды (735 мәрәй) ҡыуып етә алмаясаҡ, әлбиттә, ә бына Ярошенконы ҡыҫырыҡлап сығара алыр, моғайын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал