6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Пенсионерҙарға - лайыҡлы пенсия, ветерандарға - фатирҙар
28.02.08


       Пенсионерҙарға пенсияһын арттырырға, ветерандарға фатир бирергә. РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Медведев Өфөгә килгән ваҡытында ошо һәм башҡа положениеларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәсәй төбәктәре башлыҡтары менән социаль мәсьәләләргә арналған кәңәшмәлә пенсионерҙарҙың тормошон һәм уларҙы социаль хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу саралары тикшерелде. "Был мәсьәләләр һәр ваҡыт дәүләттең иғтибар үҙәгендә тотола, ләкин уларҙың ҡайһы берҙәре хәл ителмәгән әле. Пенсионерҙар тураһында хәстәрлек - мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе", - тине Медведев.
       Хәҙер дәүләттең бөтә булған социаль программаларын тормошҡа ашырыу өсөн финанс мөмкинлектәре бынан биш йыл элеккегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, тип иҫәпләй беренсе вице- премьер. Хәҙер төп бурыс - пенсия күләмен арттырыу. Рәсәй Федерацияһында 38,5 миллион пенсионер иҫәпләнә, уларҙың күбеһе өсөн пенсия төп табыш сығанағы булып ҡала. Пенсия тәьминәтенә Рәсәй бюджетында 3,3 триллион һум аҡса һалынған. Быйыл февралдән пенсияның страховка өлөшө 12 процентҡа күтәрелде. 1 апрелдән ул тағы ла 7,5 процентҡа артасаҡ. 2008 йылдың авгусынан пенсияның база өлөшө 15 процентҡа күтәреләсәк, һәм 2009 йылда уртаса социаль пенсия күләме йәшәү минимумына тигеҙ булырға тейеш. "Беҙҙең бурыс - пенсия күләмен арттырыу ғына түгел, шулай уҡ уның һатып алыу һәләтлелеге кәмемәһен өсөн шарттар ҙа булдырыу", - тине Медведев.
       Пенсия күләме уртаса эш хаҡына тигеҙ булырға тейеш, тип иҫәпләй беренсе вице-премьер. Йәғни айына 13,5 мең тирәһе. Хәҙер Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына айына дөйөм түләүҙәр күләме ил буйынса уртаса эш хаҡына тигеҙ, ҡалған пенсияларҙы иҫәпләп сығарғанда ла ошоға ынтылырға кәрәк, тине Дмитрий Медведев. Еңеүҙең 65 йыллығына ветерандарҙың торлаҡҡа сиратын бөтөрөүгә өлгәшергә кәрәк. "Һуғыш ветерандары беҙҙә аҙайғандан-аҙая, - тине ул, - бөгөнгө көндә 95 меңгә яҡын кеше фатирға мохтаж".
       Кәңәшмәлә РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова ҡатнашты. Ул "берҙәм социаль регистр" булдырырға һәм унда РФ территорияһындағы бөтә льготасыларҙы индерергә тәҡдим итте. Министр фекеренсә, бындай регистрҙы Пенсия фонды базаһында булдырырға мөмкин. Иң киҫкен социаль проблемалар араһында ул граждандарҙың льготасылар категорияларын өҫтәмә дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе атаны. Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы башлығы был өлкәлә әле проблемалар етерлек булыуын таныны һәм яҡын араларҙа улар өҫтөндә эшләргә вәғәҙә итте.
       Министр шулай уҡ, иң элек ветерандарға һәм инвалидтарға торлаҡ биреү механизмына төҙәтмәләр индерергә кәрәк, тип белдерҙе. Беренсе сиратта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк, тине ул.
       Медведев халыҡтың берҙәм социаль регистрын булдырыу идеяһын хупланы. Беренсе вице-премьер шулай уҡ кешеләрҙе социаль карта менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостан тәжрибәһен юғары баһаланы. "Теге йәки был формала социаль карта иртәме-һуңмы бөтә ерҙә индерелергә тейеш", - тине беренсе вице-премьер. Ул, Рәсәйҙә социаль регистр төҙөү буйынса проект әҙерләргә ҡушасаҡмын, тип белдерҙе.
       Президентлыҡҡа кандидат коляскала йөрөргә мәжбүр булған инвалидтар проблемаһына ла иғтибар йүнәлтте. Инвалидтар коляскаларын һәм сифатлы ортопедик продукцияны ватан сәнәғәтендә етештереү мәсьәләләре менән шөғөлләнергә ваҡыт, тине ул.
       Эш хаҡын күтәреү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, эш хаҡының әлеге мәлдәге үҫеше элек эш хаҡы бөтөнләй артмаған осор өсөн компенсация ғына. Шулай ҙа бөгөн эш хаҡы хеҙмәт етештереүсәнлегенә һәм тулайым эске продуктҡа ҡарағанда тиҙерәк үҫә. Был уйланырға мәжбүр итә. Ҡайһы бер тармаҡтарҙа беҙгә етештереүсәнлекте, күптән түгел Кремлдә президент әйткәнсә, дүрт тапҡырға түгел, ә тиҫтәләгән тапҡырға арттырырға кәрәк, тине Медведев.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал