6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Кешене сабырлыҡ һәм хеҙмәт тәрбиәләй
28.02.08


       Бөтә бәләләрҙең башы эшһеҙлектән.
       Енәйәт-башҡарыу системаһының эшмәкәрлеге элеккесә хөкөм ителеүселәрҙе эш менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Хөкөм ителеүсе, эшләп, үҙенә тотонолған бюджет сығымдарының бер өлөшөн ҡаплай. Тотҡондарҙың үҙҙәре өсөн хеҙмәт - шәхси эшендә өҫтәмә плюс та, йәғни шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығыу мөмкинлеге. Эш менән мәшғүл булһаң, ваҡыт та һиҙелмәй үтә. Ахыр килеп, эш - ул хеҙмәт хаҡы ла: ҙур булмаһа ла, ул хөкөм ителеүселәргә ҡаҙна иҫәбенә бирелгәндән тыш ни ҙә булһа һатып алырға мөмкинлек бирә. Артыҡ туҙҙырмаһаң, күпмелер ваҡыттан һуң иреккә сыҡҡас яңы тормош башлап ебәрерлек бер ни тиклем аҡса тупларға мөмкин. Ә ҡайһы берәүҙәре эш хаҡын үҙ ғаиләләренә ҡайтара.
       Бөгөнгө тотҡондар эшселәр отрядына, производствоға эләгергә ынтыла. Әммә Рәсәй Федераль хөкөмдәрҙе үтәү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы төбәктең холоҡ төҙәтеү учреждениеларында ултырған тотҡондарҙың дүрттән бер өлөшөнән аҙырағын ғына түләүле эш урындары менән тәьмин итеүгә өлгәшә, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. Һуңғы ваҡытта заказсы материалынан продукция етештереү буйынса коммерция ойошмалары менән хеҙмәттәшлек әүҙем үҫешә. Мәҫәлән, былтыр йыл аҙағында Өфөнөң 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһы базаһында мебель цехы асылды. Линияны баш ҡаланың уңышлы эшләүсе бер фирмаһы асты.
       - Беҙҙә бер мәл заказдар шул тиклем күбәйҙе, уларҙы ҡыйынлыҡ менән ваҡытына өлгөртә торғайныҡ, - тип һөйләй предприятие вәкиле Андрей Сюрин. - Кисекмәҫтән производствоны киңәйтергә кәрәк ине. Тәүҙә мебелде беҙҙең чертеждар буйынса һәм беҙҙең материалдан башҡа мебель фабрикаларында әҙерләнеләр, ләкин беҙҙе уларҙың сифаты ҡәнәғәтләндермәне. Үҙ ҡорамалдарыбыҙҙы урынлаштырыу өсөн майҙан эҙләп табырға кәрәклеген аңланыҡ. Бер нисә вариантты анализлап, колониянан да яҡшыраҡ урын булмаҫ, тигән һығымтаға килдек. Ул ҡала эсендә урынлашҡан, бөтә кәрәкле коммуникациялары менән иркен производство биналары бар. Эшсе көсө артынан да алыҫ йөрөргә кәрәкмәй.
       Ноябрь айында ҡорамалдар - ошо цех өсөн махсус һатып алынған биш яңы станок килтереп ултырттыҡ, ә декабрҙә әҙер продукцияның тәүге өлгөләрен алдыҡ. Өҫтәлдәр, шкафтар, тумбалар - сифаты буйынса предприятиеның башҡа цехтарында әҙерләнгәндәренән һис тә ҡалышмай.
       - Бөтә продукция бер марка аҫтында сығарыла. Ҡайһы цехта әҙерләнеүе тураһында төрөүсе номеры буйынса ғына белергә мөмкин. Ә сифаты яғынан бер нисек тә айырылмай, юғиһә, был цехты асып тороуҙан бер ниндәй мәғәнә булмаҫ ине, - тип билдәләне Сюрин.
       Яңы производство 49 хөкөм ителеүсене эшкә урынлаштырырға ярҙам итте. Мартта уларҙың иҫәбен 68 кешегә тиклем еткерергә планлаштырабыҙ. Дөйөм алғанда, 13-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында тотҡондарҙың өстән бер өлөшө тиерлек - мең ярым кешенән 400-ө тирәһе түләүле эш урыны менән тәьмин ителгән. Өс сменала эшләйҙәр. Металл тара, изотермик автомобиль тағылмалары, тротуар плиткалары, төҙөлөш блоктары, ағас мебель, резинанан һәм пластмассанан изделиелар, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, өҫ кейеме, аяҡ кейеме һәм башҡа бик күп нәмәләр етештерәләр. Советтар иленә хас ҡолас менән төҙөлгән производство биналары үҙҙәренең ҙурлығы һәм ныҡлығы менән хайран итә. Шул уҡ ваҡытта учреждениеларҙың ҡеүәттәре тулы файҙаланылмай бит, тип билдәләне 13-сө колония начальнигының производство буйынса урынбаҫары Вадим Филиппов. Һәм был күренеш республиканың бөтә холоҡ төҙәтеү учреждениеларында күҙәтелә. Ә бит төбәктең пенитенциар системаһы сәнәғәт предприятиелары машиналар эшләү, металл, ағас эшкәртеү продукцияһы, төҙөлөш материалдары етештереү өсөн заманса технологик ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Холоҡ төҙәтеү учреждениелары ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә урынлашҡан һәм уларға тимер юлдар килә.
       - Хөкөмдө үтәү системаһын коммерция структуралары менән берҙәй шарттарҙа баҙар мөнәсәбәттәренә ҡуйып булмай. Енәйәт-башҡарыу системаһының производство секторы хәҙерге иҡтисади шарттарҙа юғалып ҡалмаһын өсөн уға айырым ҡараш кәрәк, - тип билдәләнеләр матбуғат хеҙмәтендә. - Енәйәт- башҡарыу системаһы предприятиелары тарафынан продукция етештереүгә һәм хеҙмәтләндереүҙәргә заказдарҙы тәьмин итеүгә бюджет финанслауын һәм дәүләт ярҙамын арттырыуҙан тыш, беҙ һалым льготаларын кире ҡайтарырға кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. 2002 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү учреждениеларының социаль һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ихтыяждары өсөн файҙаланылған килемгә һалым һалынмай торғайны бит. 1990 йылдар аҙағында Башҡортостан Республикаһының енәйәт-башҡарыу системаһы урындағы һалымдарҙың ҡайһы бер төрҙәре буйынса льготалар менән файҙаланды, был хәҙерге производствоны һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итте лә инде.
       Хәҙерге ваҡытта Федераль хөкөмдәрҙе үтәү хеҙмәте алдында производство хеҙмәтен яраҡлашыу, өйрәнеү, реабилитацион хеҙмәткә әйләндереү бурысы тора. Хөкөмдө үтәү органдарында производство хужалығы, беренсе сиратта, хөкөм ителеүселәрҙең холҡон төҙәтеүгә, тәрбиәләүгә хеҙмәт итергә тейеш. Хәҙерге ваҡытта холоҡ төҙәтеү учреждениелары базаһында хөкөм ителеүселәрҙе хеҙмәт менән тәрбиәләү үҙәктәре, уҡыу-производство һәм дауалау-производство оҫтаханалары булдырыу тураһында мәсьәлә хәл ителә, уларҙың маҡсаты - хөкөм ителеүселәргә һөнәр биреү, уларҙы иреккә сыҡҡас ҡәҙимге тормошҡа әҙерләү һәм һөҙөмтәлә - йәмғиәткә тәрбиәле граждандар ҡайтарып биреү.
       Ә 13-сө колониялағы мебель цехы етәкселәре үҙ кадрҙары менән бик ҡәнәғәт:
       - Дөрөҫөн әйтәм, мин ниндәй контингент менән эшләйәсәгем тураһында уйланманым да, - тип һөйләй Андрей Сюрин. - Аҙаҡтан хатта бик ҡәнәғәт ҡалдым: егеттәр ҙур теләк менән эшләй, байрам һәм ял көндәрендә үҙҙәре теләп эшкә сыға. Тәртип яғынан да бында иректәгеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ, тип әйтер инем. Бер кем дә һуңламай, төшкө ашҡа бергә китәләр һәм бергә киләләр. Дөрөҫ, бер сәғәт эсендә өлгөрмәйҙәр, ләкин был уларҙың ғәйебе түгел. Был проблема сәнәғәт зонаһы өсөн айырым ашхана төҙөлгәс хәл ителер, тип уйлайым.
       - Етмәһә, был егеттәр эсеп йөрөмәй, - тине ул һәм, уларҙың фирмаһы иң һәләтле һәм эшһөйәр егеттәрҙе иреккә сыҡҡас үҙ штатына алырға әҙер, тип өҫтәне.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал