6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Медведев Өфөлә рәсәйҙәрҙе социаль тәьмин итеү тураһында һөйләне
27.02.08


       Өфөлә РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Медведев булып китте. "Өфө" халыҡ-ара аэропортында уны Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, башҡа рәсми кешеләр ҡаршы алды.
       Медведевтың бурысы - Башҡортостанда граждандарҙы социаль тәьмин итеү системаһы эше менән танышыу һәм Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре менән рәсәйҙәрҙе социаль тәьмин итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәреү ине.
       Көндөң тәүге яртыһында ул ҡарттар һәм инвалидтар өсөн Өфө йорт-интернатын ҡараны. Дүрт ҡатлы йоҡо корпусы былтыр, юбилей йылында, төҙөлдө. Бина 235 кешегә иҫәпләнгән. Интернатта сирләү арҡаһында тулы ҡанлы йәшәү рәүеше алып барыу мөмкинлегенән мәхрүм булған йәштәр ҙә, ҡарт көнөндә ҡарауһыҙ ҡалған ололар ҙа бар. Был кешеләр барыһы ла бында хәстәрлек, иғтибар һәм медицина тәрбиәһе тапҡан. Йорт-интернатты ҡарап, Медведев республикала бындай учреждениеларҙың тотош бер селтәре булдырылыуын хуплап телгә алды.
       РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары бынан һуң РФ Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһен ҡараны. Бүлексә идарасыһы Фоат Хантимеров Медведевҡа бөгөн Башҡортостанда эшләгән эре "пилот проекттары" тураһында һөйләне.
       Республикала уңышлы тормошҡа ашырылған беренсе ошондай проект - Рәсәй Пенсия фонды төбәк бүлексәһенең 69 клиент хеҙмәтен булдырыу. Улар көн һайын һигеҙ меңдән ашыу кешене ҡабул итә. Медведевтың был система ышаныслымы- түгелме икәнлеге тураһында һорауына Хантимеров, система бик ышаныслы, клиент хеҙмәттәрен иң төпкөл ауылда ла ойошторорға мөмкинлек бирә, тип яуап бирҙе.
       Башҡортостанда эшләп килгән пенсия тәьминәте системаһы хеҙмәтләндереү механизмын мөмкин тиклем ябайлаштыра. Хантимеровтың әйтеүенсә, күп предприятиелар үҙ эшселәре тураһында мәғлүмәтте үҙәкләштереп бирә, һәм хеҙмәткәрҙәргә бирелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн ҡайтанан тикшерергә кәрәкмәй - был процесс тулыһынса автоматлаштырылған. Әгәр документ дөрөҫ тултырылмаһа, система автоматик рәүештә предприятиеға ярашлы белдереү ҡағыҙы ебәрә.
       Республикала ойошторолған Пенсия фондының тағы бер проекты - страховкаланған кешеләргә мотлаҡ пенсия страховкаһының шәхси иҫәптәре тураһында мәғлүмәт бирелә.
       Дмитрий Медведевты, заманса мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, Пенсия фонды органдары структураһын оптималләштереү буйынса проекты айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Проекттың маҡсаты - функцияларҙы төрлө кимәлдәр буйынса ҡайтанан бүлеү. Төбәк кимәленә пенсия процесының иң мөһим өлөштәре йөкмәтелә, район органдарына - халыҡты хеҙмәтләндереү һәм тәүге документтар йыйыу буйынса функциялар, ә район-ара кимәлдә һәр пенсионерға һәм ай һайын аҡсалата түләүҙәр алыусыға электрон түләү асыласаҡ. Былар барыһы ла автоматик режимда һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңынан иҫәпләү һәм индексация үткәреү мөмкинлеге бирә.
       Медведевҡа Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһендә эште ойоштороу оҡшаны. Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандың "пилот проекттары" индереү буйынса тәжрибәһе илдең башҡа төбәктәрен дә ҡыҙыҡһындырасаҡ, тип билдәләне. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына дәүләт ярҙамы тураһында һөйләп, Дмитрий Медведев, уларҙың пенсиялары ил буйынса уртаса эш хаҡы кимәлендә булырға тейеш, тип билдәләне.
       Һуңынан рәсәйҙәрҙе социаль тәьмин итеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә башланды. Унда пенсиялар, дарыуҙар, төрлө маҡсатлы программалар һәм башҡа күп нәмәләр тураһында һүҙ алып барылды. Медведевтан тыш, кәңәшмәлә Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова, уның урынбаҫары Юрий Воронин һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал