6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Сит илдә лә балалар күҙәтеү аҫтында булырға тейеш!
27.02.08


       Республикабыҙҙың ике министры - БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин менән БР физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов күптән түгел Рәсәй Туроператорҙары ассоциацияһынан бер үк йөкмәткеле хат алды.
       Хатта Рәсәй уҡыусыларының һәм студенттарының Рәсәй Федерацияһынан ситкә йыш ҡына ойошторолмаған сәфәргә сығыуы менән бәйле хәл айҡанлы борсолоу белдерелә. Башлыса, бындай сәфәрҙәрҙең маҡсаты - ҡыҫҡа ваҡытлы белем арттырыу программаларына һәм балалар ял лагерҙарына барыу.
       Бындай программаларға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың күбеһе был сәфәрҙәрҙе үҙ аллы ойоштороусы урта мәктәптәрҙәге сит тел уҡытыусылары йәки юғары уҡыу йорттарындағы халыҡ-ара бүлектәр аша эләгә. Был осраҡта балаларҙың һәм уҡыусыларҙың сит илгә сығыуын дәүләт органы бөтөнләй контролдә тотмай. Етмәһә, тейешле гарантияһыҙ сит илгә сыҡҡан балаларҙың именлеге хәүефләндерә.
       Башҡортостан министрҙарын был хәл айҡанлы борсолоуҙарын уртаҡлашырға һәм был мәғлүмәтте үҙҙәренең ведомстволары подразделениеларына еткерергә саҡырҙылар.
       Мәскәүҙә был айҡанлы борсолоу ғына түгел, сара күрә лә башланылар. Февраль башында үҫеп килеүсе быуындың сит илгә сәфәрҙәрен тәртипкә һалыу өсөн Рәсәй Туроператорҙар ассоциацияһында Белем арттырыу сәфәрҙәре һәм балалар туризмы буйынса комитет төҙөлдө. Уның маҡсаты - балалар һәм йәштәр туризмы именлеген тәьмин итеүҙә ярҙам, Рәсәй балаларының һәм йәштәренең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен бойомға ашырыуға һәм яҡлауға булышлыҡ итеү. Комитет "Туризм тураһында"ғы Федераль законға ярашлы эш итә. Комитет башлығы итеп Борис Самарянов тәғәйенләнде.
       Самарянов, балалар һәм йәштәр ялы үҙ структураһы буйынса белем арттырыу туристик программаларынан бер аҙ айырыла, тип иҫәпләй. Ләкин уларҙы был ике йүнәлештә стандарттар һәм сервис кимәле йыш ҡына берҙәй юғары булмауы берләштерә. Ҡайһы берҙә был кимәл ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә һәм туристик хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүҙә хәҙерге Рәсәй закондарына ла, шулай уҡ айыҡ аҡыл күҙлегенән Рәсәй балаларының именлеген тәьмин итеү талаптарына ла яуап бирмәй. Хәҙер Рәсәй туризм тармағы әүҙем үҫешә. Рәсәй Хөкүмәте тотош бер норматив акттарҙы яңыртыуға саҡыра.
       Рәсәй туроператорҙар ассоциацияһы вәкиле Өфөлә лә бар. Ул Өфө "Стар Травел" йәштәр туроператоры бүлексәһе етәксеһе Елена Захарина. Уның әйтеүенсә, балалар туризмы баҙары, башлыса, Рәсәй эсендәге йүнәлештәрҙән тора, сит илгә сәфәрҙәр бик аҙ.
       - Бындай ойошторолмаған сәфәрҙәр хәүефле, - тип иҫәпләй Елена Сергеевна, - шуға күрә яҡын арала был эшмәкәрлекте оптималләштерергә, ул-был була ҡалһа, яуаплылыҡты индереп, уны законлы яһарға кәрәк. Ә был, үҙ сиратында, балалар туризмы, туризм агентлыҡтары буйынса яңы комитеттың, БР Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлыҡтың, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының бергәләп эшләүен күҙ уңында тота.
       Рәсәй Туроператорҙар ассоциацияһының Белем арттырыу сәфәрҙәре һәм балалар туризмы буйынса яңы комитеты үҙ алдына бер нисә тәү сираттағы бурыстар ҡуя. Был, беренсе сиратта, артабан балалар һәм белем арттырыу туризмы баҙарында клиенттар һәм субагентлыҡтар менән эшләү өсөн туроператорҙарға тәҡдим ителәсәк норматив документтар эшкәртеү. Икенсенән, балалар һәм белем арттырыу туризмын ойоштороу проблемаларына иғтибар йәлеп итеү өсөн РФ Граждандар йәмғиәте институттары менән эшләү. Комитет етәкселеге, Рәсәй Федерацияһы граждандарына балалар һәм белем арттырыу туристик сәфәрҙәре сифаты һәм уларҙы ойоштороу өлкәһендәге проблемалар, шулай уҡ сәфәрҙе һәм уны ойоштороу буйынса компанияны һайлағанда туристик агентлыҡтарға дәғүә ителергә тейешле норматив талаптар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт еткерергә кәрәк, тип иҫәпләй. Ахыр килеп, яңы ойошторолған комитеттың төп бурыстарының береһе - сит илдә Рәсәй балаларының мәнфәғәттәрен яҡлау.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал