6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

"Урал" тәүге алты команда иҫәбенә инде
27.02.08


       Өфө "Урал"ы үҙ өйөндә Калининградтан "Динамо-Янтарь"ға ҡаршы матчта мөһим еңеү яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңеү бишенсе өҫтәмә партияла ғына тартып алынды.
       Өфө клубы ҡәҙимгесә уйнаны. Алексей Казаков шулай уҡ тупты яҡшы бирә һәм етеҙ һөжүм итә, Леонид Кузнецов элеккесә блоктарҙы яҡшы ҡуя, Лоик Де Кергре үҙенә хас булғанса оҫта пас бирә.
       Максим Терешин менән Владимир Мельник тотороҡло уйнамай - йә береһе яҡшыраҡ уйнай, йә икенсеһе. Был юлы Мельник үҙен тупты биреүҙә яҡшы күрһәтте, ә бына Терешин һөжүмдә бер нисә хата ебәргәс, уны Евгений Матковскийға алыштырҙылар, ул дүрт мәрәй йыйырға өлгөрҙө.
       Беренсе сетта хужалар өҫтөнлөк яуланы, 25:21. Икенсе партияла ҡунаҡтар тап киреһенә өлгәште, 25:21.
       Мөһим сетта отолғас, "уралдар" ҡыҙып китте. 25-се һөҙөмтәле туп артынан өсөнсө ҡыуышыуҙа өфөләр ҙур өҫтөнлөк менән еңеүгә өлгәште - ҡаршы яҡ команда 14 мәрәй генә йыя алды.
       Күп тамашасылар был байрам артабан да шулай дауам итер тип көткәйне лә, әммә дүртенсе сетта хужалар тағы ла отолдо. Биш мәрәйгә айырманы "уралдар" уйын аҙағында ғына тигеҙләй алды. Хәл иткес мәлдә уларға тағы ла йылдамыраҡ уйнарға кәрәк ине лә, ләкин килеп сыҡманы, "янтарҙар" иҫәпте үҙҙәренең файҙаһына 25:23-кә тамамлауға өлгәште, һәм, әлбиттә, тай-брейк.
       Бишенсе ҡыҫҡартылған партияны "динамолар" ышаныслы башланы һәм иҫәпте 8:5 итте. Ҙур тырышлыҡ һалып, "Урал" иҫәпте тигеҙләне, 12:12.
       Кем кемде? Уйын аҙағында оҙон буйлы Леонид Кузнецов ярышташына айырым блок ҡуйҙы, ә Владимир Мельник үҙ командаһына икенсе мәрәй килтерҙе - 18:16 һәм партиялар буйынса 3:2.
       Матчтан һуң ике команда вәкилдәре лә ҡәнәғәт ҡалды. "Динамо-Янтарь" (Калининград) командаһы уйынсыһы Константин Сиденко:
       - Беҙ Өфөлә бер мәрәй алыуыбыҙ менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Беҙҙең хәлдә һәр мәрәй алтынға тиң. Беҙҙә хатта бер-ике матчбол да булды, ләкин һеҙҙең команда уңышлыраҡ уйнаны.
       "Урал" (Өфө) волейбол командаһының баш тренеры Юрий Маричев:
       - "Динамо-Янтарь" бик етеҙ уйнай, беҙгә уларға эйәреүе ҡатмарлыраҡ булды. Был яҡтан беҙ, бер мәрәй юғалтһаҡ та, ике мәрәй оттоҡ. Икенсе яҡтан, үҙ өйөбөҙҙә уйнаныҡ. Ә өйҙә һәр ваҡыт еңергә теләйһең бит - 3:0 йәки 3:1-гә. Күреп тораһығыҙ, беҙҙең команда һәр ваҡыт аҙағына тиклем көрәшә, бына бөгөн дә бишенсе партияла ҡаушап ҡалмауыбыҙ арҡаһында еңеүгә өлгәштек...
       Был еңеүҙән һуң "Урал" турнир таблицаһында алтынсы юлда ҡалды. Тәүге алты команда иҫәбенә инеү - Башҡортостан командаһының беренсе бурысы. Чемпионатта йомғаҡлау урындары плей-оффһыҙ уйнатыласаҡ - беренсе һәм икенсе коллектив "алтын" һәм "көмөш"тө бүлешәсәк, өсөнсө һәм дүртенсе - "бронза"ны, ә бишенсе һәм алтынсы Европа волейбол конфедерацияһы кубогына һуңғы путевка өсөн көрәшәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал