6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Кем һин, Ватанды һаҡлаусы?
26.02.08


       Бына тағы февраль һәм уның иң иҫтәлекле датаһы - Ватанды һаҡлаусылар көнө. Мылтыҡ тотоп, итек кейеп, ике йылдан ашыу ғүмерен Ватанды һаҡлауға биреүселәр сафына инмәһәм дә, был байрам минең өсөн үтә ҡәҙерле һәм изге - хәрби тамырҙарым үҙен һиҙҙерәлер инде, күрәһең. Минең атайым - 25 йыл, әсәйем 10 йыл ғүмерен армияға арнаған.
       Мәскәү эргәһендәге хәрби ҡаласыҡтарҙың береһендә үткән бәхетле бала сағым әле булһа күҙ алдымда. Иваново өлкәһенә ҡараған был боронғо ҡаласыҡта ла туҡыу фабрикаһы бар ине. Ҡала ике өлөшкә - иҫке һәм яңыға бүленгәйне, хәрбиҙәрҙең күбеһе яңы өлөшөндә йәшәне.
       Әйтергә кәрәк, төп ҡала халҡы хәрбиҙәрҙе яратманы. Бала саҡта быны аңламай торғайным: улар бөтәһе лә форма кейгән, шаяндар, беҙҙең "хәрби" микрорайонда юлдар ҙа яҡшыраҡ (бер нисә хәрби частың махсус техникаһы сифатлы юл талап итә ине), беҙҙәге магазиндарҙа ҡаланың иҫке өлөшөндәгегә ҡарағанда тауарҙар ҙа күберәк! Офицерҙар һарайы үҙе генә ни тора ине!
       Белеме самалы булған хеҙмәтсәндәр синыфы менән кадрҙағы офицерҙар составы араһындағы социаль айырма ни тиклем ҙур булыуын һуңынан, байтаҡ йылдар үткәс кенә, аңланым. Шулай ҙа һүҙемдең асылы был турала түгел.
       Йылына бер тапҡыр - тап 23 февралдә - иҫке ҡала халҡы ла, беҙҙең хәрби микрорайон да берләшә торғайны. Иҫке ыҙғыш- талаштар, үпкәләшеүҙәр, дөмбәҫләшеүҙәр (уныһы ла булғылай ине) һәм бәрелештәр онотола ине. Офицерҙар һарайы алдындағы майҙанға ҡала халҡы йыйыла. Ҙур булмаған парад, мылтыҡтарҙан салют, былар барыһы ла төп урында - трибунала ултырыусылар хөрмәтенә булды. Һәм минең бәләкәй генә йөрәгемде иңендә офицер погондарын йөрөтөүселәр өсөн ғорурлыҡ тойғоһо сорнап алыр ине.
       Ә күпмелер йылдар үткәс, инде үҙем әсәй булғас, 23 февралдә һәм 9 майҙа күңелемде моңһоулыҡ солғап ала.
       Хәтеремдә, ошондай байрамдарҙың береһендә, ул ваҡытта инде запасҡа сыҡҡан атайым: "Бөгөн һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын хөрмәтләйәсәктәр, һәм һеҙ, ҡыҙҙарым, уларға 100-әр грамм "фронт өлөшөн" һәм бутерброд таратып сығырһығыҙ", - тине.
       Алдан үҙ пенсияһына араҡы, колбаса менән икмәк һатып алып ҡуйҙы. Ә беҙ аңламаныҡ. Нисек инде улай? Шул хәтлем аҡса түгеп?! Һуңынан ветерандарҙы былай ҙа район хакимиәте кафеға саҡыра бит... Беҙ нимәгә батмус тотоп йүгереп йөрөргә тейешбеҙ?!
       Әлеге батмус менән тантаналы йыйылыш ваҡытында эскәмйәлә шым ғына ултырған ветерандарҙың эргәһенә килгәнсе башта ошондай фекерҙәр ҡайнаны. Сәхнәнән ҡотлау һүҙҙәре, район уңыштары һәм ҡаҙаныштары хаҡында традицион статистика яңғыраны, хәрби комиссар армияла хәҙер күпме егеттәр хеҙмәт итеүе тураһында сығыш яһаны, был байрамдарҙа һәр ваҡыт уйнатылған "День Победы" йыры яңғыраны. Ә улар, фронтта йәки һуңынан һәләк булған иптәштәрен хәтерләп, уңайһыҙланып ҡына күҙ йәштәрен һыпырып, шым ғына ултырҙы.
       "Фронт" 100 грамын таратҡан апайымдың артынан бутербродтар һалынған батмусты һуҙғанда мин бер ветерандың шым ғына "Рәхмәт, ҡыҙҙар, ҡарттарҙы хөрмәтләүегеҙгә" тигән һүҙҙәрен ишеттем. Һәм ошо ветеран, рюмкаһын бушатып ҡуйғас, таяғына таянып баҫты ла, ҡапыл йәштәрсә яңғыратып: "Советтар Союзына, Ватаныма хеҙмәт итәм!" - тип ҡысҡырып әйтте. Күптәр был минутта тамағына төйөлгән күҙ йәштәрен йотто. Мине тағы ла улар, Ватанды һаҡлаусылар, өсөн ғорурлыҡ та, һағыш та сорнап алды.
       Уларҙы бөгөн дә ҡайһы берҙә мәктәп кисәләренә саҡыралар. Күпме генә ҡалған инде улар! Рәсәйҙең күп мәктәптәрендә башланғыс хәрби әҙерлек дәресен бөтөрҙөләр, ҡайһы берҙәрендә бер йыл ғына уҡыталар. Хәҙер Ватаныбыҙҙы кем һаҡлар һуң? Беҙ атайым менән йыш ҡына был темаға һөйләшәбеҙ. Тәбиғи, ул һәр йәш егет армияла хеҙмәт итергә тейеш, тигән фекер яҡлы, ә мин профессиональ армияһы булған башҡа илдәрҙе миҫалға килтереп, бындай фекерҙең мәғәнәһеҙлеген иҫбатларға маташтым. Күп йылдар үткәс кенә аңланым: баҡһаң, атайым үҙен граждан тип һанаған һәр кемдең күңелендә Патриотизм тойғоһо йәшәргә тейешлеген аңлатырға тырышҡан.
       Шулай итеп, бөгөн кем Ватанды һаҡлай һуң? Ваҡытлы хеҙмәтме йәки контракт буйынса хеҙмәт булһынмы, армияла хеҙмәт итеүселәрҙең барыһы ла, әлбиттә. Шулай ҙа башҡалар ҙа: ауылда һәм ҡалала йәшәйме, фермала йәки банкыла эшләйме, ҡайҙа ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, барыһы ла һаҡлай, минеңсә. Әгәр кеше үҙ хеҙмәте менән илебеҙгә файҙа килтерә, уны байыта икән, бындай кешене патриот тип атарға мөмкин. Күп кешеләр ҡатнашлығында ҙур һуғыштар заманы үткән. Хәҙер бер кнопкаға баҫыу ғына еңеү килтереүе мөмкин. Һәм хәҙер икенсе майҙанда - иҡтисади өлкәлә һуғыштар алып барыла. Был процестарҙан ситтә ҡалмаусылар үҙен һаҡлаусы һәм патриот тип иҫәпләй ала, тип уйлайым мин. Рәсәйҙәр өсөн "патриотизм" һүҙе "Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ" һүҙбәйленешенең синонимына әйләнһен ине.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал