6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хөкүмәттә

Тулайым төбәк продуктын икеләтә арттырыу - үтәрлек бурыс
26.02.08


       Башҡортостандың хужалыҡ комплексы былтыр нисек эшләне һуң? Республика социаль өлкәлә ниндәй уңыштарға өлгәште? Яҡын киләсәктә ниндәй бурыстарҙы хәл итәһе бар? БР Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында ошо һорауҙарға яуаптар яңғыраны.
       Уҙған йылға йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, республика иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙә юғары үҫеш темптарына өлгәште, тип билдәләне. Мәҫәлән, уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса тулайым төбәк продукты, ә был төбәктең иҡтисади эшмәкәрлегенең төп күрһәткесе, элгәре йыл менән сағыштырғанда 8,2 процентҡа артты. Әгәр республика иҡтисадының үҫеш темпы өс йыл рәттән кәмендә 7,2 процент булһа, тулайым төбәк продуктын икеләтә арттырыу бурысына өлгәшеләсәк, тип билдәләне Премьер-министр. Әммә быйыл "инновацион үҫеш өсөн шарттар булдырыуға төп баҫым яһарға һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарында инновацион продукция өлөшөн 12-15 процентҡа еткерергә" кәрәк.
       - Иҡтисади үҫешкә эшкәртеүсе предприятиелар ҙур йоғонто яһаны, оҙатылған сәнәғәт продукцияһы, башҡарылған эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр күләмендә уларҙың өлөшө 2006 йылда 74,3 проценттан 2007 йылда 75,5 процентҡа тиклем артты, - тип хәбәр итте Рафаэль Байдәүләтов. - Күн, күндән изделиелар һәм аяҡ кейеме етештереүҙә үҫеш темптары сәнәғәт буйынса уртаса күрһәткескә - ете процентҡа тигеҙ булды. Химия тармағында, целлюлоза-ҡағыҙ, шулай уҡ нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлегендә етештереү күләмдәренең үҫеше - 2,4 проценттан 3,2 процентҡа тиклем.
       Республиканың аграр комплексында эштәр яҡшы ғына. Беҙ һөт, бал етештереү, һыйыр һәм йылҡы малы иҫәбе буйынса илдә алдынғылыҡты биләйбеҙ. Республиканың тулайым төбәк продуктының дөйөм күләмендә тармаҡ өлөшө туғыҙ проценттан ашыу тәшкил итә.
       - Агросәнәғәт комплексының тулайым продукцияһы күләме 84 миллиард һум кимәленә яҡынлашты. Ләкин шул уҡ ваҡытта 2010 йылға агросәнәғәт комплексы өсөн тулайым эске продуктты икеләтә арттырыуға өлгәшеп булыр микән, - тип борсолдо Байдәүләтов. - Ете йылда үҫеш 48,4 процент тәшкил итте.
       Шуға күрә хөкүмәт республика аграрийҙары алдына ҡуйған бурыстарҙың береһе - йыл һайын кәмендә 10-11 процент үҫеш темпына өлгәшеү, йәғни тулайым продукция етештереүҙе йылына 20-22 миллиард һум күләмендә арттырыуға ирешеү.
       Беҙ инвестиция һәм төҙөлөш өлкәләрендә юғары үҫешкә өлгәштек. Былтыр иҡтисадыбыҙға 148 миллиард һумлыҡ инвестициялар һалынды. Төҙөлөш тармағында үҫеш 21 процент кимәленә етте.
       Йылдың иң мөһим йомғаҡтарының береһе - табышһыҙ эшләүсе предприятиелар һаны кәмене - 2006 йыл менән сағыштырғанда 3,4 процентҡа, дөйөм алғанда 12,5 процентҡа. "Был РФ субъекттары араһында иң түбән күрһәткес. Һуңғы өс йылда был параметр буйынса 10 процентҡа кәметеүгә өлгәшелде", - тине Байдәүләтов.
       Иҡтисади үҫеш темптары артыу менән кешеләрҙең тормош кимәле лә яҡшыра. Быны Рафаэль Ибраһим улы килтергән һандар иҫбатлай. Халыҡтың ғәмәлдәге аҡсалата табышы бер йылда 13,6 процентҡа артты, Рәсәй буйынса - 10,4 процентҡа ғына. Республика буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы 11 мең һумдан ашыуыраҡ тәшкил итте, үҫеш - 26,3 процент.
       Кешеләрҙең килеме артыу менән уларҙың һатып алыу мөмкинлеге лә күтәрелә. Ваҡлап һатыу әйләнеше 27 процентҡа тиерлек артты.
       - Халыҡтың тормош кимәле иҡтисади үҫеш темпына ярашлы күтәрелергә тейеш. Мин быны 2008 йылдың төп бурысы тип атар инем, - тип һүҙен йомғаҡланы Рафаэль Байдәүләтов.
       Әйткәндәй, социаль сәйәсәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар ҙа бик бәләкәй түгел. Былтыр йыл буйына ғаиләне, әсәлекте, балалыҡты, йәштәрҙе, инвалидтарҙы, өлкән быуын кешеләрен яҡлауға ҙур иғтибар бүленде. Был эш быйыл да дауам иттереләсәк. Быйылғы йыл республика Президенты Указы менән Ғаиләгә социаль ярҙам йылы итеп иғлан ителде.
       - 2007 йылда күрелгән саралар һөҙөмтәһендә демографик хәл яҡшырҙы. Тыуым 13,2 процентҡа артты, ә үлем 0,7 процентҡа кәмене. Республика һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр халыҡ иҫәбенең арта барыуына өлгәште.
       2008 йылда Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға тиклем осорға демографик сәйәсәте концепцияһын, Башҡортостан Республикаһында 2008-2012 йылдарға балаларҙың һәм йәштәрҙең ялын, сәләмәтләндереүҙе, эш менән тәьмин итеүҙең ведомство-ара дәүләт-ижтимағи системаһын үҫтереү концепцияһын эшкәртергә һәм ҡабул итергә планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал