6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Бергә-бер көрәш

Буш ҡул, һынған танау һәм бер ниндәй һаҡланыу сараларыһыҙ!
22.02.08


       Теләктәшлек йөҙөнәнме, осраҡлы рәүештәме, "Юлаҡлы юлбарыҫ" каратэ турнирына арналған матбуғат конференцияһына килеүселәрҙең яртыһы тиерлек буйлы кейем кейгәйне. Башҡортостандың физкультура, спорт һәм туризм буйынса министры урынбаҫары Василий Жернов та "юлаҡлы" әңгәмә ҡорҙо:
       - Рәсәйҙең һәр төбәгендә үҙ визит карточкаһы - билдәле бер спорт төрө бар. "Юлаҡлы юлбарыҫ" тураһында һүҙ сыҡһа, күптәр "был Өфө, был каратэ, был Мәғсүмов" тиҙәр.
       Рөстәм Мәғсүмов - республика Каратэ федерацияһы президенты. Етенсе йыл рәттән ул үҙ спортсылары менән бөтә Рәсәйҙән каратистарҙы башҡорт ерендә ҡабул итә, ә күптән түгел каратэ буйынса "Юлаҡлы юлбарыҫ" үҫмерҙәр турниры халыҡ-ара статус алды.
       Башта был турнир балалар республика рангында үтте. Ойоштороусылар географияла сикләнеп ҡалмаҫҡа ҡарар итте һәм илдең башҡа төбәктәренән дә балаларҙы саҡыра башланы. Баҡһаң, Рәсәйҙә 50-нән ашыу субъектта спорттың был төрөн үҫтерәләр икән. Шулай итеп, "Юлаҡлы юлбарыҫ" тәүҙә Бөтә Рәсәй үҫмерҙәр, һуңыраҡ халыҡ-ара турнир статусына эйә булды. Әйткәндәй, 23-24 февралдә Өфөгә Мәскәүҙән, Питерҙан, Екатеринбургтан, Новосибирскиҙан, Силәбенән, Һамарҙан, Дағстандан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан каратистар киләсәк.
       - VII Халыҡ-ара үҫмерҙәр турниры мастерҙар турниры буласаҡ, - тип өҫтәне Рөстәм Мәғсүмов. - Тәүге тапҡыр унда Рәсәй спорт мастеры исеме биреләсәк. Был ҙур алға китеш, тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Беҙ үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алдыҡ, турнирҙа республикабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһарлыҡ егеттәр беҙҙә етерлек, спорт мастеры исеменә дәғүәселәр күп.
       Мастерҙар турниры юғары планкала үткәреү шарттарын да талап итә. Турнирҙы үткәреү ҙә, халыҡ-ара категориялы судьялар булыу ҙа, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу ҙа, әйткәндәй, иң ҡиммәт һәм тос миҙалдар ҙа - былар барыһы ла "Юлаҡлы юлбарыҫ" почеркы. Тик бөтә спорт ҡанундары буйынса ярыштар дүрт майҙансыҡта үтергә тейеш, әммә Солтанов урамындағы Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсәү генә тәҡдим итә ала. "Аҡыл менән уйлап ҡараһаң, беҙгә Спорт һарайында йәки "Өфө-Арена"ла йыйылырға ине лә бит, ләкин беҙ бындай биналарҙы ҡуртымлай алмайбыҙ", - ти Башҡортостандың баш каратисы.
       Республика быйыл кемдәргә таяна һуң? Февраль башында Федерация һайлап алыу ярыштары үткәрҙе, унда Өфө, Белорет, Нефтекама һәм Учалы каратистары сығыш яһаны. Һәм хәҙер был миҙгелдең фавориттары тураһында һөйләргә мөмкин.
       - Игеҙәк Бурдовтар, күптән түгел Ҡаҙағстанда халыҡ-ара турнирҙа алтын миҙал яулап ҡайтҡан Карина Ҡәйүмова, Виктор Петров, Олег Тимербаев, Руслан Хөсәйенов - былар беҙҙең лидерҙарыбыҙ, - ти Мәғсүмов. - Әммә быйыл уларҙан тыш, башҡа малайҙар ҙа үҙ оҫталыҡтарын иҫбатлай алырҙар, тип ышанам.
       Спорт мастеры исемен ала алмаһалар ҙа, барыбер оҫталыҡтарын арттырыуға стимул буласаҡ. "Юлбарыҫ"та һәр ауырлыҡ категорияһында 60-ҡа яҡын каратист көрәшә, ә "алтын" бит берәүгә генә эләгәсәк! Ҡалғандары үҙ-ара ярыша, һәм ҡайһы берҙә ҡаты көрәштә өсөнсө урын беренсеһенән дә мөһимерәк була.
       - Бизнесҡа киткән күп кенә спортсыларҙың үҙенекеләргә ярҙам итеүе бик шатландыра. Беҙҙә ошондай тенденция һалынған да инде, - тип дауам итә Рөстәм Мәғсүмов. - Мәҫәлән, был юлы кикбоксинг буйынса донъя чемпионы Альберт Ишбулатов ҙур бүләк һатып алған. Ул һәр ваҡыт бәләкәй ауырлыҡта сығыш яһаны. Ә ҙур приздар һәр ваҡыт ҙур ауырлыҡ категорияһындағы көрәшселәргә эләгеүен күреп, ул бигүк шатланмағандыр инде. Альберт турнирға үҙе килеп, бәләкәй ауырлыҡтағы иң яҡшы каратисҡа махсус бүләк тапшырасаҡ.
       Авторҙан. "БАШвестЪ"тың спорт хәбәрсеһе бөгөнгө һөйләшеүҙә ҡатнаша алманы, шуға күрә мине: "Текста бер нисә тапҡыр үҙеңдең ҡыҙ кеше икәнеңде яҙып кит. Юҡһа, мине ҡыҙҙар кеүек яҙған, тип уйларҙар!" - тип иҫкәртте. Бына шулай, мин һеҙҙең иғтибарығыҙҙы мәҡәлә аҫтындағы ҡултамғаға йүнәлтеү генә түгел, БР Каратэ федерацияһы президентынан "ҡыҙҙар кеүек":
       - Спортсылар "Юлаҡлы юлбарыҫ" турниры ваҡытында етди имгәнеү алғандары булдымы? Ғөмүмән, турнирҙа медицина ярҙамы нисек тәьмин ителә? - тип һорап ҡуйҙым.
       - Әлбиттә, бергә-бер көрәштең һәр төрөндә, моғайын, ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһыңдыр ул. Рәсәй каратэһы практикаһында ла хатта үлем менән тамамланған етди имгәнеүҙәр булғаны бар. Йылдар үтеү менән каратэла ярыш ваҡытында тамаша күберәк һәм имгәнеүҙәр аҙыраҡ булһын өсөн билдәле бер ҡағиҙәләр эшкәртелде.
       "Юлаҡлы юлбарыҫ" турнирында Өфө ҡала врач-физкультура диспансерынан квалификациялы врачтарҙан торған ике бригада дежур итә. Бөтә спортсылар медицина страховкаһы буйынса һәм турнирҙан кәмендә биш көн алда медосмотр үткәреп кенә индерелә. Алты йыл ярыштар үткәреү осоронда беҙҙә артыҡ етди имгәнеүҙәр булманы. Ә күгәреүҙәр, танау, бармаҡ һыныуҙар - каратэла быларһыҙ булмай, әлбиттә. Спорттың был төрөндә дөрөҫ судьялыҡ итеүгә күп нәмә бәйле. Судья көрәшселәрҙең ударҙарын алдан һиҙенергә, ауыр эҙемтәләргә килтерерлек алымдарға юл ҡуймаҫҡа тейеш.
       - Ә һаҡланыу сараларына килгәндә? Шлемдар, протекторҙар?
       - Мин һәр ваҡыт әйтә киләм: нимә ул каратэ? Япон теленән тәржемә иткәндә, был "буш ҡул юлы" тигәнде белдерә. Әгәр көрәшсегә, һалдат кеүек, каска, бронежилет кейҙерһәк, ул каратист булмай. Бындай "кейем-ҡоралдар" менән теләгән бер кеше рингка сығып һуғыша ала. Каратэның асылы шуға ҡайтып ҡала: спортсы тәбиғәттән түҙемле, бер ниндәй һаҡланыу саралары ҡулланмайынса, үҙ тәне менән оҫта идара итә белергә тейеш. Тренер уны буш ҡул менән һуғыша һәм һаҡлана белергә өйрәтергә тейеш тә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал