6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Тикшереүҙәр

Немецты Рязань эргәһендә ҡулға алалар
22.02.08


       Ике студентты үлтереүҙә шикләнелгән икенсеһе табылды. Владимир Шеферҙы (Шеефер) шаршамбы көнө, 20 февралдә, Рязань эргәһендәге Касимов ҡалаһында ҡулға алдылар.
       - Ир магазиндан сығып барған сағында тотола, - тип һөйләне "БАШвестЪ"ҡа БР буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Руслан Шәрәфетдинов. - Операция Рязань өлкәһенән коллегалары ярҙамында Башҡортостан милицияһы көсө менән үткәрелә.
       "БАШвестЪ" элек хәбәр итеүенсә, 23 йәшлек Кәрим Ғимаҙисламов һәм 20 йәшлек Елена Мартынюк Өфөлә беренсе февралгә ҡарата төндә үлтерелә. Ул көндө Кәримдең "Хонда"һы көрткә бата. Үҙҙәре сыға алмағас, егет эргәнән үтеп барыусы ике егеткә мөрәжәғәт итә. Тегеләр машинаны этәреп сығарғас, үҙҙәрен Дуҫлыҡ Монументына тиклем илтеп ташлауҙарын үтенә. Машинаға инеп ултырғас, улар, пистолет менән янап, водителгә ҡул бығауы кейҙерәләр, икеһенең дә бөтә ҡиммәтле әйберҙәрен тартып алалар, һуңынан ҡала ситенә сығарып, икеһен дә быуып үлтерәләр. Мәйеттәрен гаражға йәшереп, үҙҙәре Ғимаҙисламовтың машинаһына ултырып ҡаса.
       Иртәгеһенә үк ғәйеп булған студенттарҙы, шулай уҡ автомобилде эҙләй башлайҙар. Бер аҙнанан һуң милиционерҙар "Хонда Аккорд"ты ҡала урамдарының береһендә таба. Засада ҡороп, улар иномарка артынан кем килеүен көтөп алалар. Был үлтерелгән егеттең өҫ кейемен кейеп алған Евгений Фадеев була. Асыҡланыуынса, 1979 йылғы, бер ерҙә лә эшләмәгән был ир урлашҡан өсөн элек дүрт тапҡыр хөкөм ителгән була. Фадеевты тотҡас, уның иптәше 27 йәшлек өфөлө Владимир Шефер (Шеефер) булыуын билдәләйҙәр. Уныһы Өфөнөң шәхси һаҡ предприятиеларының береһендә һаҡсы булып эшләгән - бына ҡайҙан пистолет һәм ҡул бығауы булған икән. Шефер, дуҫының тотолоуы тураһында белгәс, ҡасып сығып китә.
       Милицияға ҡасаҡтың эҙенә төшөп, уны тотоу өсөн ике аҙнаға яҡын ваҡыт талап ителә. Рязань өлкәһенә ул туғандарына юл тотҡан булған. Хәҙер ул Өфөгә килтерелгән.
       - Беҙ Немецтың (Шеферҙың ҡушаматы - Ә.Ш.) был ҡылығы тураһында белгәс, шаҡ ҡаттыҡ, - тип һөйләнеләр Шеферҙың һаҡ агентлығы буйынса коллегалары. - Ҡарап тороуға, ҡәҙимге егет, ҡатыны, балаһы бар. Дөрөҫ, ул ҡомарлы уйындар менән мауығып киткән, тигән һүҙ йөрөгәйне.
       Енәйәт эшен РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса тикшереү идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса үҙәк район-ара тикшереү бүлегендә тикшерәсәктәр. Енәйәттең төп мотивы итеп еңел табыш алыу маҡсаты ҡарала. Үлтереүселәр ҡорбандарының кеҫә телефондарын һатҡандар, автомобилде лә һатырға теләгәндәр, хатта гәзиткә иғлан да биргәндәр, ләкин өлгөрмәгәндәр. Ике кешене үлтереү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тиҙҙән ҡулға алыныусыларға рәсми ғәйепләү белдереләсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал