6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Акциялар һәм форумдар

Рәхмәт белдереүме әллә кәмһетеүме?
21.02.08


       2007 йылдың 2 декабрендә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа ҡатнашыусылар һайлау участкаларында тауыш биреүселәргә "рәхмәт ҡағыҙҙары" таратыуҙарын хәтерләй, әлбиттә. Был "рәхмәт ҡағыҙҙары" ҡала һәм республиканың күп сауҙа нөктәләрендә аҡсалата ташламаға купондар ролен үтәне. Был ҡағыҙҙы күрһәтеп, биш процентҡа арзаныраҡҡа аҙыҡ-түлек һатып алырға, йәки ярты хаҡына киноға барырға, йәки ташлама менән ресторанға йә кафеға барырға мөмкин булды.
       Күптәр, артыҡ уйлап тормай, биш процент ташламаға купонын яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинында бирҙе. Кемдер күберәк ташлама менән ҙур әйбер һатып алды. Йәштәр "рәхмәт ҡағыҙы"н киноға барыуға файҙаланыуҙы хуп күрҙе. Ул көндө кинотеатрҙарға осһоҙ-ҡырыйһыҙ сират тураһында миңә бер нисә кеше һөйләне. Хатта оҙаҡ ваҡыт кеше йүнләп йөрөмәгән фильмдарға ла билеттар һатылып бөткән, тиҙәр. Ә ҡайһы берәүҙәрҙең купоны шул көйө ятып ҡалды. Ләкин ундайҙар аҙ. Дөйөм алғанда, һайлаусыларға "рәхмәт ҡағыҙы" таратыу буйынса акция һиҙелмәйенсә үтмәне.
       Хәҙер 2 март - Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын һайлау яҡынлаша. Республикала тағы ла "Рәхмәт ҡағыҙы" акцияһы әҙерләнә.
       Был төрлө фекерҙәр уята.
       Бер яҡтан - изге эш кеүек. Кешеләргә байрам тойғоһо бүләк иттеләр. Аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт тауарҙарын саҡ ҡына арзаныраҡҡа һатып алыу мөмкинлеге бирҙеләр. Һатып алыусыларға ла һәйбәт, һатыусыларға ла файҙа. Эшҡыуарҙар үҙҙәре раҫлауынса, ул иҫтәлекле көндә - 2 декабрҙә - магазинға килеүселәр һаны 30-50 процентҡа күберәк булған, тауар әйләнеше 60 процентҡа артҡан. Күп һатып алыусылар, купондарын файҙаланып, ҙурыраҡ отош алыу өсөн ҡиммәтле тауарҙар һатып алған. Барыһы ла ҡәнәғәт - һатыусы ла, һатып алыусы ла.
       Икенсе яҡтан - беҙҙә, Башҡортостанда, һайлаусыларҙың әүҙемлеге былай ҙа илдә иң юғарыһы. Һәм матди стимуллаштырыуға мохтаж түгел. Яҡташтарыбыҙ биш процент ташламаһыҙ ҙа, тауыш биреп, үҙ конституцион хоҡуғын һәм гражданлыҡ бурысын үтәй. Был тиндәрҙе аңлы һайлаусыларҙың дәрәжәһен кәмһетеү кеүек тә ҡабул итергә мөмкин.
       Өсөнсө яҡтан - тап ошо аңлы һәм әүҙем башҡорт электораты өсөн күңел әрней. Йә әйт инде, ҡарағың да килмәгән фильмға эләгеү өсөн, сәғәттәр буйы сиратта тороп, ваҡытыңды әрәм ит әле? Йә булмаһа, кеше шығырым тулы бушлай һырғалаҡта этелеп-төртөлөп йөрө? Йәки саҡ ҡына экономия яһайым тип, сауҙа селтәрҙәренә килем килтер? Әгәр ҙә файҙаһы булмаһа, эшҡыуарҙарҙың береһе лә был ирекле акцияла ҡатнашырға теләк белдермәҫен һәр кем аңлап тора бит.
       Дүртенсе яҡтан - ҡарашымды үҙемә йүнәлтәм. Дөрөҫөн әйтәм, үткәнендә мин яҡындағы магазинға инеп, биш процентлыҡ ташлама менән аҙыҡ-түлек һатып алдым. Коллегаларыма һәм таныштарға килгәндә, уларҙың күптәре "рәхмәт ҡағыҙы" купонын файҙаланған һәм файҙаланасаҡ. Кемдер был ваҡытта үҙ ғорурлығын еңгәндер, ә кемдер был төшөнсә тураһында уйлап та бирмәгәндер.
       Шулай итеп, "рәхмәт ҡағыҙы"н файҙаланыу тәртибен тағы ла иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.
       "Рәхмәт ҡағыҙы" акцияһы бер генә көнлөк - 2 мартта ғына файҙаланырға кәрәк. Купон бер тапҡыр ғына ҡулланыла. Һеҙгә нимә мөһимерәк икәнен алдан хәл итегеҙ - аҙыҡ-түлек йәки башҡа берәй нәмә һатып алырғамы, бушлай һырғалаҡҡа йәки ярты хаҡына киноға барырғамы. Иң мөһиме, кинотеатрға алдан сират алығыҙ.
       Магазиндарҙа теләгән тиклем тауар ала алаһығыҙ, күрһәтелгән ташлама бөтә суммаға ҡағыла. Әгәр ниндәйҙер хеҙмәтләндереүҙәр менән файҙаланырға теләһәгеҙ, бер купонды бер кеше генә ҡуллана ала. Мәҫәлән, һырғалаҡҡа купон буйынса бер генә кеше үтә, киноға билет бер тамашасыға ғына һатыла. "Рәхмәт ҡағыҙы" бланкы һайлаусы уны ҡайҙа файҙалана, шунда ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал