6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Дәүләт ҡаҙнаһы-2007: килем сығымдан артығыраҡ
21.02.08


       Аҡса иҫәп ярата. Дәүләттеке - бигерәк тә. БР Финанс министрлығында 2007 йылда республика бюджеты табыштарының нисек формалашыуы һәм уларҙың нисек тотонолоуы тураһында һүҙ барҙы.
       Бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарҙың үтәлеш һөҙөмтәләре, дөйөм алғанда, уңышлы, тип ҡәнәғәтлек менән билдәләне вице-премьер, финанс министры Айрат Ғәскәров. Былтыр Башҡортостанда Рәсәйҙең бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарына һәм дәүләт бюджеттан тыш фондтарына 227,9 миллиард һум аҡса йыйылды, ә был 2006 йылдағы түләүҙәр кимәленән 8,8 процентҡа күберәк. Шуның 92,6 миллиард һумы республиканың берләштерелгән бюджетында ҡалды. Был ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтә. 2006 йыл менән сағыштырғанда БР берләштерелгән бюджетына керемдәр туғыҙ миллиард һумға, йәғни 10,8 процентҡа артты. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында - 10-сы һәм Волга буйы федераль округы субъекттары араһында икенсе урынды биләй.
       Дәүләт ҡаҙнаһы табыштарын формалаштырыуға Өфө һалым түләүселәре иң ҙур өлөш индерҙе, улар бөтә керемдең 68 процентын тиерлек тәьмин итте. Башҡа ҡалалар буйынса хәл түбәндәгесә: Стәрлетамаҡ (6,8 процент), Салауат (2,4 процент), Өфө районы (2,3), Нефтекама (2,2), Учалы районы (1,8 процент) һәм башҡалар.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың ҡайһы бер райондарында һәм ҡалаларында түләм йыйыуҙы ҡәҙәғәтләнерлек тип атап булмай. Был һис тә яҡшы түгел. Сөнки 2009 йылдың ғинуарында "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы 131-се Федераль закон ғәмәлгә инәсәк. Ә был, быйылғы йыл - урындағы үҙидараны реформалаштырыуҙа һуңғы йыл, тигәнде аңлата. Законға ярашлы, киләһе йылдан республика ҡалалары һәм райондары финанслау буйынса күп мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итәсәк. Шуға күрә муниципалитеттарға үҙ табыштарын формалаштырырға өйрәнеү мотлаҡ кәрәк.
       Былтыр республиканың берләштерелгән бюджеты сығымдары 91,9 миллиард һум тәшкил итте, был йыллыҡ планға ҡарата 96,5 процент. 2006 йыл менән сағыштырғанда сығымдар 22,6 процентҡа артығыраҡ булды. Шуға ҡарамаҫтан, йыл профицит менән "ябылды". Ә бит 2007 йылға республика бюджеты сығымдарҙың табыштан артығыраҡ булыуын иҫәпкә алып төҙөлгәйне.
       Былтыр бюджет средстволары нимәләргә тотонолдо һуң? Бынан алдағы йылдарҙағы кеүек, 2007 йыл бюджеты структураһында социаль-мәҙәни өлкәгә сығымдар иң ҙур урын алғайны, тип билдәләне Айрат Ғәскәров. Уларҙы бойомға ашырыуға 55 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолдо.
       Бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттар, бюджеттан тыш фондтар средстволары иҫәбенә өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 2007 йылда 5,7 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелде. "2007 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше" Федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға ла БР бюджеты сығымдары байтаҡ булды - 1,9 миллиард һумға яҡын.
       Әммә былтыр бюджет сығымдарында Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған объекттар һәм саралар төп урынды биләне. Финанслауҙың дөйөм күләме раҫланған күләмдән 2,2 тапҡырға артып китте һәм 95,2 миллиард һум тәшкил итте, шул иҫәптән федераль бюджет средстволары иҫәбенә - 12 миллиард һумға яҡын, Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә 17,6 миллиард һум тәшкил итте.
       Уҙған йылға йомғаҡ яһап, финансистар яңы йылға бурыстарҙы тикшереүгә күсте. Уларҙың береһе - 2009 йылға бюджет проектын һәм 2011 йылға тиклем осорға яҡынса финанс планын төҙөү.
       Быйыл 1 февралдән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү тураһындағы мәсьәлә айырым пункт булып торҙо. Республика Президенты Мортаза Рәхимов ярашлы указға ҡул ҡуйҙы. Документта билдәләнеүенсә, был сара "республиканың дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлауҙы көсәйтеү, хеҙмәт сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреүгә нигеҙ булдырыу маҡсаттарында" күрелде. Финанс министры быны түбәндәгесә аңлата:
       - Был пландан тыш сара. Тәүҙә беҙ бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 2008 йылдың 1 сентябренән күтәрергә планлаштырғайныҡ. Указды тормошҡа ашырыуға өс миллиард 800 миллион һум аҡса талап ителәсәк.
       Республиканың бөтә бюджет хеҙмәткәрҙәре февраль өсөн юғары эш хаҡы аласаҡ, тип билдәләне Айрат Рафиҡ улы. Бында хеҙмәткәрҙең квалификацияһы ла, намыҫлылығы ла иҫәпкә алынырға, йәғни эш күләме һәм сифаты эш хаҡының мөһим критерийҙары булып торорға тейеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал