6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Хеҙмәте менән Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә
21.02.08


       1943 йыл. Курск дуғаһы. Тарихта бығаса булмаған танкылар һуғышы. Киевтан Уралға эвакуацияланған Евгений Оскарович Патон етәкселегендәге Электросварка институты хеҙмәткәрҙәре эшкәрткән, флюс ҡулланып автоматик электросварка ярҙамында эшләнгән "утыҙ дүрттәр" дошманға ярһыу ташланды. Фашистар совет танкыларын "сихырлы танкылар" тип атаны.
       1941 йылдың июль-авгусында Өфөгә Украина Фәндәр академияһы учреждениелары килә. Һуғыш йылдарында ғалимдарҙың ил оборонаһына эшләгән предприятиелар менән бәйләнеше көсәйә. "Үҙ тематикаһында, - тип билдәләне УССР Фәндәр академияһы президенты Александр Богомолец, - Украина Фәндәр академияһы туранан-тура самолеттар, моторҙар, танкылар эшләү проблемаларына ҡағылышлы проблемаларға ҙур урын бүлде".
       1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда А.А. Богомолец, А.В. Палладин, П.П. Будников кеүек танылған совет фәне эшмәкәрҙәре эшләне.
       Е.О. Патон (1870 йылдың 20 феврале - 1953 йылдың 12 авгусы) етәкселегендә ул саҡта танкылар, артиллерия системалары корпустарын флюс ҡулланып автоматик электросварка менән иретеп йәбештереү ысулы эшкәртелә лә инде. Был уларҙың сифатын яҡшыртырға һәм етештереүҙе байтаҡҡа арттырырға ярҙам итә.
       Һуғыш башланыуы тураһында хәбәрҙе сварка буйынса дәүләт советнигы академик Патон Мәскәүҙән Уралға китеп барған поезда ҡаршылай. Ул Кремлгә хат яҙа: "Минең йәшемдә (уға 71 йәш була) фронтта минән файҙа булмаҫтыр, моғайын. Ләкин минең белемем, тәжрибәм бар, һәм Һеҙҙән мине Үҙегеҙ мөмкин һәм кәрәкле тип тапҡан өлкәлә белгес итеп файҙаланыуығыҙҙы үтенәм. Тыуған илебеҙгә афәт янағанда һуңғы көсөмдө уны һаҡлауға бирергә теләйем".
       Командировкаһын ул өҙмәҫкә ҡарар итә, сөнки Урал оборона сәнәғәте үҙәге булыуын белә. Тап шунда электросварка кәрәк була.
       Хөкүмәт Электросварка институтын һәм уның ғилми хеҙмәткәрҙәрен Түбәнге Тагилға Уралвагонзаводҡа ебәрергә була. Ә Е.О. Патон, командировкаһын дауам итеп, 1941 йылдың июлендә Өфөгә килә. Бында ул Мәскәү менән бәйләнеш тота, институтты Түбәнге Тагилға эвакуациялау мәсьәләһен хәл итә, Киевҡа яҙа, хеҙмәткәрҙәрҙе ашыҡтыра.
       Ул Өфөлә күп кенә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә. "Уның ҡушыуы буйынса, - тип иҫкә ала институт хеҙмәткәре Т.М. Слуцкая, - көн һайын тиерлек Башҡортостан Совнаркомына йөрөнөм".
       Өфө менән хушлашырға ваҡыт етә. "Беҙгә Тагилға барып етергә кәрәк, - ти Патон. - Беҙҙең урыныбыҙ унда".
       Ә һин барып етеп ҡара!
       Ахыр килеп, Евгений Оскарович билет алыуға ирешә. Тик Силәбегә тиклем генә. Буш транспорттың ҡойроғона уларҙың вагонын беркетәләр. Буш составты тупикка индереп, эшелондарҙы фронтҡа үткәрәләр. Е.О. Патон ныҡ борсола: "Беҙгә эште башларға кәрәк бит!"
       Силәбелә көскә Тагилға тиклем билет алалар. Патон ғаиләһе менән бара: ҡатыны Наталья Викторовна һәм уның апаһы Ольга менән.
       Тагилда уларҙы 11 вагондың береһендә килгән киевтар ҡаршы ала. "Н" заводында, ул саҡта Уралвагонзаводты шулай тип атайҙар, эште башлап ебәрәләр. Ярты йыл да үтмәй, иретеп йәбештереү ҡоролмалары эшләй башлай. Йөйҙәр ҡул менән башҡарылған иретеп йәбештереүҙән ныҡ айырыла. Шлак ҡатлауы һалынмаған йөй ялтырап тора. Унда окисланыу эҙе лә булмай. Бик дефицит булған флюс сифатында күрше Аша металлургия заводының домна шлагын - "АСШ" маркалы флюсты файҙаланалар. Патон ысулы менән эшләнгән танкылар Берлинға инә.
       Танкылар һәм металл конструкциялар етештереүҙе тиҙләтеү эшендә дәүләт алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн Е.О. Патонға 1943 йылдың 1 мартында Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Партия Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарары менән 74 йәшлек академик 1944 йылдың 27 ғинуарында, кандидатлыҡ стажы үтмәйенсә, партия ағзаһы итеп ҡабул ителә.
       А.А. Богомолец етәкселегендәге Украина фәненең хәрби штабы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанда урынлаша. Ул Өфөләге 13 һәм Түбәнге Тагил, Алма-Ата ҡалаларындағы ике институт менән етәкселек итә. 1942 йылдың 30 декабрендә "Красная Башкирия" гәзите "академик Е.О. Патон етәкселек иткән Союзда берҙән-бер Электросварка институты яңы тиҙләтелгән электросварка ысулдарын эшкәртте, ул хеҙмәт етештереүсәнлеген тиҫтәләрсә тапҡырға арттырҙы".
       Е.О. Патон, башҡа украин ғалимдары кеүек үк, Башҡортостан вуздары һәм ғилми учреждениелары эшендә әүҙем ҡатнашты. Тиҙләтелгән электросварка ысулын производствоға индереү оборона сәнәғәте предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген ҡырҡа күтәреүгә булышлыҡ итте.
       Украина Фәндәр академияһының Башҡортостанда булыуы, Евгений Оскарович Патон кеүек ғалимдарҙың беҙҙә эшләүе иҫтәлегенә Өфөлә Пушкин урамындағы 79-сы йортта таҡтаташ ҡуйылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал