6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сифат

Алкоголле продукцияның сифатын тикшереүгә талап артасаҡ
20.02.08


       Башҡортостан кәштәләренән шикле сифатлы аҙыҡ-түлек продукцияһының 1040 өлгөһө былтыр республика Дәүләт аҙыҡ- түлек инспекцияһының тикшереү лабораторияларына оҙатылды. Контроллек итеүсе орган норматив документацияға тап килмәгән 800 аҙыҡ-түлек өлгөһөн асыҡланы. Ә был һайлап алынған материалдың дөйөм иҫәбенең 77 проценты (!) тиерлек.
       Дәүләт аҙыҡ-түлек инспекцияһының Башҡортостанда һатылған алкоголгә дәғүәһе айырыуса ҙур.
       - Был тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 2007 йылда 19 миллион һумлыҡ изделиелар һатыуҙан алынды, шуның 12 миллион һумы ликер-араҡы продукцияһына тура килә, - тип билдәләне Аҙыҡ- түлек тауарҙары әйләнешенә һәм сифатына контроллек итеү буйынса БР дәүләт инспекцияһы начальнигы Айрат Халиҡов. - Штраф санкциялары суммаһы кәмендә 12 миллион һум тәшкил итте.
       Был йүнәлештәге эш быйыл да дауам иттереләсәк. Мәҫәлән, билмән кеүек үтемле тауарҙы ғына алайыҡ.
       - Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында беҙ билмән етештереүсе һәм уларҙы һатыусы 60-тан ашыу предприятиела булдыҡ. "Билмән сифаты" рейды сиктәрендә беҙ билмән етештереү технологиялары күҙәтеләме, магазин кәштәләренә барып еткән продукция сифат стандарттарына
       яуап бирәме икәнлеген тикшерҙек, - тип һөйләй Халиҡов. - Өҫтәүенә Дәүләт инспекцияһының тикшереү үҙәгендә билмәнгә өлөшләтә анализ үткәрҙек. Һайлап алынған 26 өлгөнөң 17-һе (йәғни 65,5 проценты) ГОСТ-ҡа тап килмәне.
       БР аҙыҡ-түлек инспекторҙары мәктәп ашханаларын да ситләтеп үтмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшҡыуарҙар мәктәп йәмәғәт туҡланыуында ла үҙ кеҫәләрен ҡайғыртып, хатта бәләкәй балаларҙы алдарға маташалар икән. Элекке йылдарҙағы кеүек, мәктәптәрҙә етди ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланды. Беренсе сиратта, был порцияға 50 процентҡа тиклем һалып еткермәү һәм ҡиммәтле ингредиенттарҙы арзаныраҡҡа алмаштырыу факттары.
       "Өлкәндәр" проблемаларына әйләнеп ҡайтайыҡ. Араҡыны мәктәптән һуңғы йәштәге граждандар ҡулланһа ла, властар уларҙың һаулығы хаҡында ла кәмерәк ҡайғыртмай. Юҡһа, суррогат эсеп, үлгән осраҡтар ҙа булғыланы бит. Бөгөн республикала ике меңгә яҡын ваҡлап һатыу предприятиеһы спиртлы эсемлектәр һатыу менән шөғөлләнә. Уларҙың һәр береһе легаль, ә, иң мөһиме, сифатлы продукция һатыуына гарантия бармы?
       Былтыр тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 1300-гә яҡын акт төҙөлөп кенә ҡалманы, ә республиканың лицензиялаусы органдарына, шулай уҡ һалым хеҙмәттәренә тапшырылды. Һөҙөмтәлә алкоголле продукцияны ваҡлап һатыуға меңгә яҡын лицензия ғәмәлдән сығарылды, һалынған штрафтарҙан бюджетҡа 962 мең һум аҡса инде.
       - Республикабыҙҙа эшҡыуарлыҡтың үҫешен, сауҙа өлкәһендәге уңыштарҙы бөгөн күрмәү мөмкин түгел, - тип аңлата хәлде БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы башлығы Борис Колбин. - Беҙҙең баҙар, һис шикһеҙ, ныҡ алға китте, һәм бөгөн алкоголле эсемлектәр һатыусы 100 предприятиеның 99-ы һатҡан продукцияһын декларациялауы - ҙур ҡаҙаныш. Беҙ был йүнәлештә йөҙ процент солғап алыуға өлгәштек, хәҙер был белдереүҙәрҙең йөҙ процент дөрөҫлөгөнә өлгәшеү мөһим. Күп эшҡыуарҙар барыһын да тикшерә алмаясаҡтарын белеп, продукция тураһында декларацияла мәғлүмәттәрҙе боҙоп күрһәтә. Киләсәктә бындай факттарға ҡарата беҙ бик ҡаты саралар күрәсәкбеҙ. Әгәр алдағандары иҫбатланһа, сауҙа нөктәһенең эшмәкәрлеге шунда уҡ туҡтатыласаҡ.
       Һатып алыусыны алдау, биреп еткермәү, кәм үлсәү - былар барыһы ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш күҙәтелә. Сауҙа тураһында закондарҙы һәм, ликер-араҡы продукцияһына акциз маркаһы булмау кеүек, норматив акттарҙы боҙоу тағы ла хәүефлерәк. Беҙ барыбыҙ ҙа сертификацияланмаған араҡы халҡыбыҙҙың һаулығына бәйле күп проблемаларҙың сәбәбе булып тороуын яҡшы беләбеҙ. Бөгөн иһә федераль өлгөләге акциз маркаларһыҙ алкоголь һатыу осраҡтары йышайҙы, - тип дауам итә Колбин. - Хатта марканы кәштәгә һалып ҡуйып, тәүҙә бер шешә сертификацияланмаған араҡы, һуңынан икенсеһен, өсөнсөһөн һатыусы "аҡыллы" баштар күбәйҙе. Марка ята. Тикшереүсе килә. Уға: "Ана бит марка ята, ысҡынып төшкәндер, моғайын!" тип яуап бирәләр. 2008 йылда Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы, Дәүләт аҙыҡ-түлек инспекцияһы һәм башҡа контроллек итеүсе органдар был мәсьәләгә тағы ла яуаплыраҡ ҡараясаҡ, тип белдерәм. Граждандарыбыҙҙың һаулығына һәм ғүмеренә зыян килтереүсе бындай мутлыҡтарға юл ҡуйылмаясаҡ!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал