6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Гриптан һаҡланығыҙ!
19.02.08


       18 февралдән Башҡортостан баш ҡалаһында грипп эпидемияһы иғлан ителде. Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы аҙнала ғына 8400 өфөлөгә ОРВИ диагнозы ҡуйылды. Бындай күрһәткестәр эпидемиологик сиктән алты процентҡа уҙып китеү тураһында һөйләй.
       Грипп буйынса эпидемиологик сикте уҙыу бөтә йәштәге балалар төркөмдәрендә лә күҙәтелә. Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығының эпиднадзор бүлеге начальнигы урынбаҫары Зөһрә Шаһиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, эпидемиологик сиктән иң ҙур артыу (1,7 тапҡырға) өс йәштән алты йәшкә тиклемге балалар араһында теркәлгән. Өфөлә йәшәүсе өлкәндәр араһында грипп буйынса эпидемиологик сикте уҙыу әлегә күҙәтелмәй. Бөтәһе лә норма сиктәрендә.
       Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, баш ҡалала был осорға Саралар планы тормошҡа ашырыла.
       Үҙебеҙгә үҙебеҙ ойоштора алған шәхси хәүефһеҙлеккә килгәндә, Роспотребнадзор белгестәре барыһына ла әлегә театрға, киноға һәм башҡа төрлө кешеләр күп йыйылған урындарға йөрөмәй торорға кәңәш итә. Эштә һәм өйҙә бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтергә онотмағыҙ. Иммунитетты нығытыу өсөн айырыуса С төркөмө витаминдары булған препараттар ҡулланығыҙ. Бынан тыш, хәҙер һәр аптекала ОРВИ һәм грипты иҫкәртеү өсөн төрлө дарыуҙар бар.
       Быуаттар буйына һыналған халыҡ средстволары һарымһаҡ менән һуған тураһында ла онотмағыҙ. Уларҙы ашауҙан тыш, таҙартып, ваҡлап турап, фатирығыҙҙың төрлө мөйөштәренә һалып сығығыҙ. Һарымһаҡ менән һуған хәүефле вирустарға ҡаршы көрәшеүсе бик яҡшы сара булыр тора.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал