6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Ситкәрәк кит, Максимов!
19.02.08


       Биатлон буйынса донъя чемпионаты Максим Чудов өсөн скандинавтар илендә наградалар яланы булды. Ике "алтын", "көмөш" һәм аҙаҡтан "бронза". Миҙалһыҙ Чудов бер генә тапҡыр ҡалды - 20 километрға индивидуаль уҙыштың беренсе рубежында ел уға төҙ атырға ҡамасауланы...
       Һуңғы ике наградаһы бик матур килеп сыҡты. Тәүҙә финишҡа Рәсәй флагын күтәреп килеп инде, һуңынан, уға хас булғанса, бер нисә яҙа атыуҙы юғары тиҙлеге менән юйып, тулы комплект яһау өсөн беренсе донъя чемпионаты "бронза"һын да алды. Хәҙер Өфөгә ул миҙалдар тағып ҡайтып төшәсәк - ә беҙ уны лайыҡлы ҡаршы алырға тырышасаҡбыҙ...
       Шулай итеп, эстафета. Индивидуаль уҙышта уңышлы сығыш яһаған Максим Максимов Иван Черезов - Максим Чудов - Николай Круглов - Дмитрий Ярошенко составындағы Рәсәй классик йыйылма командаһына ҡыҫылмаҫҡа ҡарар итте. Рәсәйҙең төп снайперынан тыш та "алтын" алыуға өлгәштеләр.
       Был чемпионатта ниңәлер уңышҡа өлгәшә алмаған Николай Кругловты икенсе этапҡа ҡуйҙылар. Чудовҡа һуңғыһын ышанып тапшырҙылар - ул ғына тиҙлектә Бьорндален менән ярыша һәм хатта был күрһәткес буйынса Уле Эйнарҙы еңә ала.
       Беренсе булып Иван Черезов осто. Яҡшы, әйтер инем, бик етеҙ осто. Хатта Чудов та был көндө етеҙлектә унан бер аҙ ҡалышты. Һөҙөмтәлә ул эстафетаны беренсе булып тапшырҙы, уның артынса уҡ норвег та тапшырҙы.
       Николай Круглов та үҙ бурысын үтәне, ғәҙәттәге планканан төшмәне. Норвегтарҙа ла бигүк алдынғы булмаған Руне Братсвен йүгерҙе. Ул норвегтарҙы дүртенсе позицияға ҡалдырҙы. Рәсәйҙәрҙән немецтар алты секундҡа ғына ҡалышты. Австриялылар 24 секундҡа арттараҡ ҡалды...
       Дмитрий Ярошенко үҙ этабын оло ат оҫталығы менән үтте, боронғолар әйтмешләй, оло ат бураҙнаны боҙмай. Бер запас патронды файҙаланып, ул эстафетаны Чудовҡа норвегтарҙан бер минутҡа яҡын өҫтөнлөк менән тапшырҙы. Анығыраҡ әйткәндә - 54,1 секундҡа.
       Чудовҡа "флаг"ка эшләйһе генә ҡалды - яҡшыраҡ атырға һәм шәберәк йүгерергә. Макс беренсеһендә барыһында ла мәргән атты, икенсеһендә береһенә яҙа тейҙерҙе. Финишҡа Чудов, социалистик ярыш еңеүсеһе кеүек, яҡшы эшләү һөҙөмтәһе - флаг менән килеп инде.
       Уле Эйнар Бьорндален эстафетанан һуң матбуғат конференцияһында:
       - Мин Максуха Чудов атыуҙа һынатыр һәм мин уны атакалай алырмын тип, өмөтләнгәйнем, ләкин ул был юлы ла бик көслө булып сыҡты...
       Остерсундтағы чемпионаттың һуңғы ирҙәр старты традиция буйынса күмәк булды. Чудов, төп биатлонсы булараҡ, беренсе номер менән старт алды. Бьорндаленға икенсе номер бирҙеләр.
       Чудов уңышлы ғына башлап ебәрҙе. Алда барҙы, беренсе атыуҙы штрафһыҙ үтте. Икенсеһендә береһе яҙа тейҙе. Артыҡ ҡурҡыныс булманы, Чудов һәр ваҡыттағыса тиҙлеге менән алдырҙы. Ә бына өсөнсө атыуҙан һуң ике штраф әйләнәһе - был бик ауыр булды.
       Ярай әле, дүртенсе атыу уңышлы килеп сыҡты - һуңғы рубежда барыһында ла сәпкә тейҙереп, Чудов чемпионаттың ике уҙышында бер тапҡыр ҙа яҙа атмаған рәсәйле Максим Максимовты ҡыуа төштө. Өфө биатлон мәктәбе вәкиле йыйылма команда буйынса үҙ партнерын бик тиҙ ҡыуып етте һәм уҙып барғанда уға нимәлер ҡысҡырҙы. Нимә тигәндер, уны бик аҙҙар белер, әлбиттә, ә беҙ иһә:
       - Ситкәрәк кит, Максимов! - тип аңланыҡ.
       Аҙашын уҙып киткәс, Чудов алға киткән норвегтарҙы ла ҡыуып етергә маташты ла, ләкин тура килмәне. Донъя чемпионы Эмиль Хельге Свендсен һәм бөйөк Уле Эйнар Бьорндалендан ҡала бронза финиш та алҡышлауға лайыҡ. Максим Максимов, Чудовтан 15 секундҡа ҡалышып, дүртенсе булып килеп етте.
       Масс-старт медалистарының матбуғат конференцияһында Чудов:
       - Мин бөтә өс төҫтәге миҙалдар яулауым менән бәхетлемен, ләкин иң мөһиме тип эстафета "алтын"ын иҫәпләйем.
       Сәйер, былтырғы чемпионаттан һуң Максим эҙәрлекләү уҙышындағы "көмөш" уның өсөн эстафеталағы "алтын"дан мөһимерәк, тигәйне. Хәҙер нимә үҙгәрҙе һуң? Бәлки, Чудов финишҡа илебеҙ флагын күтәреп килеп инеү тәьҫораты аҫтындалыр?..
       Әйткәндәй, Максим Чудовтың ҡустыһы Алексей ҙа аҡрынлап саңғыла йүгерә башланы. Әгәр элекке имгәнеүенән ныҡлап аяҡҡа баҫһа, өлкән Чудовтың бик көслө конкуренты барлыҡҡа киләсәк. Күпмелер ваҡыттан һуң берәй Олимпиадала йәки чемпионатта: "Ситкәрәк кит, старпер! Һиңә көмөш тә етер!" - тип әйтеп китер әле.
       ...Был көндәрҙә йәштәр араһында беренсе ҡышҡы спартакиада (Волга буйы федераль округы) сиктәрендә үткән биатлон буйынса ярыштарҙа ла Башҡортостан таланттары еңде. Бер ҡараһаң, хатта Бөтә Рәсәй масштабында ла түгел, ҡәҙимге старттар инде. Ә бына бигүк ҡәҙимге түгел шул!
       Эш шунда: Башҡортостан менән Удмуртия - ике иң көслө биатлон төбәктәре араһында етди мәктәптәр ярышы бара. Кем көслөрәк - тиҙлекле Өфөмө әллә мәргән атыусы Ижевскимы? Беҙҙә ярһыу йүгерек Чудов тәрбиәләнгән, ә удмурт мәктәбенән Максим Максимов, Иван Черезов һәм Оксана Неупокоева йыйылма команда өсөн сығыш яһай.
       Бөтә кимәлдәрҙә лә алыш бара. Өфө турнирында ике биатлон төбәге йыйылма командалары тигеҙ барҙы, шулай ҙа Башҡортостан вәкилдәре еңеүгә өлгәште. Тимәк, бында ла "ситкәрәк кит, Максимов!" килеп сыҡты түгелме һуң?

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал