6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Юғары, әммә түбән тарифтар
18.02.08


       Бөтә фатир хужалары ла яңы йылда фатирға түләү буйынса яңы иҫәп-фактуралар алды ла инде. Күптәр, моғайын, ризаһыҙлығын белдергәндер. Әлбиттә - быйыл бит бер нисә йөҙ һумға күберәк түләргә тура киләсәк. Шулай ҙа уфтанырға һәм республика хөкүмәтен әрләргә ашыҡмағыҙ әле. Башҡортостандағы тарифтар - Рәсәйҙә иң түбән тарифтарҙың береһе - Рәсәй буйынса уртаса тарифтан 40 процентҡа аҙыраҡ. Ә Волга буйы федераль округы субъекттары араһында иң кәме. Быны хатта күрше төбәктәрҙә лә билдәләп үттеләр. Мәҫәлән, Татарстан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министры Марат Хөснуллин ғинуар айында "тарифтар буйынса Татарстан Рәсәйҙең 89 төбәге араһында 85-се урынды биләй. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтар беҙҙәгегә ҡарағанда Башҡортостанда, Орел өлкәһендә, Дағстан Республикаһында һәм Кабардин-Балҡар Республикаһында ғына арзаныраҡ" тип белдерҙе.
       Хәҙер туранан-тура һандар тураһында. БР тарифтар буйынса Дәүләт комитеты коллегияһы тарифтар буйынса Федераль хеҙмәт приказы нигеҙендә 2008 йылда Башҡортостан халҡына һатылған электр энергияһына һәм газға хаҡтарҙы раҫланы. Йылылыҡ-энергетика комплексы көйләү бүлегенең баш белгес- эксперты Алексей Овчинников һөйләүенсә, бюджет ҡулланыусылары өсөн тарифтар - 21 процентҡа, торлаҡ ойошмалары өсөн - 19, индивидуаль торлаҡ йорттар өсөн 19 процентҡа артты. Ҡалған ҡулланыусылар өсөн тарифтар үҫеше түбәндәгесә тәшкил итте: коллекторҙарҙан йылы алыусылар өсөн - 8 процентҡа, селтәр аша йылылыҡ алыусылар өсөн - 9-15 процентҡа. Был тарифтар төбәк өсөн Федераль хеҙмәт тарафынан билдәләнгән сиктәрҙә һәм хатта был сиктәрҙән кәмерәк раҫланды.
       Электр энергияһы өсөн ҡала халҡы хәҙер газ плиталары менән йорттарҙа бер кВт/сәғәт өсөн 126 тин түләй. Электр плиталар менән йорттарҙа - 88 тин. Электр йылытыу ҡоролмалары менән йорттарҙа - 126 тин. Ауыл халҡы электр йылытыу ҡоролмалары менән йорттарҙа бер кВт/сәғәт өсөн 126 тин түләй. Ҡалғандары - 88 тин. 2007 йылда беҙ уртаса 13-14 процентҡа аҙыраҡ түләнек. Ҡала халҡы, башлыса, кВт-/сәғәт өсөн 111 тин түләне, ә ауыл халҡы - 78 тин.
       Тәбиғи газ өсөн эҫе һыу менән тәьмин ителгән йортта йәшәүсе бер кешенән түләү айына 38 һум 73 тин тәшкил итә. Эҫе һыу менән тәьмин ителмәгән йорттарҙа бер кешенән түләү - айына 48 һум 42 тин. Газ колонкаһы менән йорттарҙа йәшәүсе бер кешенән түләү - айына 82 һум 31 тин.
       Торлаҡ йорттарҙы йылытыуға ла тарифтар билдәләнде - быйыл бер квадрат метр йылытылған майҙан өсөн түләү айына 12 һум 51 тин тәшкил итә. Ҡулланылған газды иҫәпкә алыу приборҙары менән йорттарҙа - һәр кубометры өсөн бер һум 95 тин. Тәбиғи газ өсөн хаҡ НДС менән, ләкин йорт эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙе иҫәпкә алмайынса күрһәтелгән.
       Шыйыҡландырылған газ өсөн хаҡтар ҙа билдәләнгән. Газ тултырыу станцияларынан 50 литр (20 килограмм) һыйымлы баллондар - 195-әр һумдан, ҡулланыусының өйөнә тиклем илткәндә 260-ар һумдан ебәрелә.
       Йылылыҡ, һыу, ҡаты ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса тарифтарҙы урындағы үҙидара органдары билдәләй. Ләкин улар ҙа 19 проценттан ашыуға арттырылмай.
       Дөйөм йорт йәки индивидуаль иҫәпкә алыу приборҙары ҡуйҙырып, һыу һәм йылылыҡ өсөн түләүҙә экономияларға мөмкин. Дөйөм йорт һыу счетчигы һеҙгә - 12-15 мең һумға, йылылыҡ счетчигы 25-50 мең һумға төшәсәк. Фатирға ҡуйыла торған индивидуаль счетчиктар бер нисә йөҙ һум тора. Әммә был суммалар ресурстарҙы, шулай уҡ улар өсөн түләүҙе экономиялау иҫәбенә бик тиҙ үҙ-үҙен ҡаплаясаҡ. Уртаса экономия 20-30 процент тәшкил итәсәк.
       Күреүегеҙсә, тарифтар артыҡ ныҡ күтәрелмәгән. Тик дөрөҫлөктән ҡурҡмаҫҡа һәм, артыҡ сығымдарҙан ҡотолоу өсөн, үҙеңә ҡайһы бер саралар күрергә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал