6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Немецтарҙың аныҡ иҫәбе һәм урыҫтарҙың алдан тойоу һәләте
15.02.08


       Балалыҡ әхирәтем немецҡа кейәүгә сығып, Германияға йәшәргә китте. Һуңғы ун ике йылда ул тик немецса һөйләшә. Хәҙер Өфөгә бик һирәк кенә ҡайта, килгән һайын уның үҙ туған телен онота барыуын күреп, ғәжәпләнәм. Фекерен әйтеп биреү өсөн ул һүҙҙәр эҙләй: "Э-э-э, был русса нисек була әле?" - тип һорай. Уның миҫалы БР Фоторәссамдар союзы рәйесе, "Рәсәй- Германия дуҫлығы йәмғиәте. Башҡортостан-Германия" Башҡортостан төбәк ижтимағи берләшмәһе ағзаһы Николай Марочкиндың һүҙҙәрен раҫлай. БР Милли музейында "Башҡортостан - Германия. Киләсәк хаҡына диалог" күргәҙмәһен асыуҙа ул, бөтә урыҫтарҙа ла - немецтарҙан нимәлер, һәм бөтә немецтарҙа урыҫтарҙан нимәлер бар, тине.
       - Бының нигеҙе тарихҡа барып тоташа. Рәсәйгә немец ғалимдары, төҙөүселәре килгән, ә урыҫтар ғилем эстәп Европаға киткән. Илдәр араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәр бик күптән һалынған, ул саҡта әле фотоаппарат та уйлап табылмаған булған. Һәм тарихи мәлдәрҙе төшөрөп алырлыҡ мөмкинлек булмаған. Ләкин экспозицияға ҡуйылған фотографиялар илдәребеҙ араһындағы бик күптән булмаған мөнәсәбәттәрҙең нисек үҫешеүен күрергә мөмкинлек бирә.
       Улар араһында уҙған быуаттың 70-90-сы йылдарындағы һүрәттәр бар, уларҙы Башҡорт дәүләт университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфөнөң 86-сы гимназияһы архивтары биргән. Был уҡыу йорттары Германия вуздары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырған. Был фотографияларҙа халыҡ-ара йәштәр форумдарының сағыу мәлдәре һәм студенттар төҙөлөш отрядтарының Германияла эшләгән саҡтары һүрәтләнгән. Һуңғы йылдар һүрәттәрендә - төрлө ваҡытта Германияла командировкала булған йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм Өфөгә эш сәфәре менән килгән сит ил делегациялары. Фотографиялар Башҡортостан менән Германияның бөгөнгө үҙ-ара мөнәсәбәттәре һәм хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һөйләй. Бер нисә эш Инжил-лютеран сиркәүенә арналған, баҡһаң, ул Өфөлә бар икән һәм бөгөн уны реконструкциялау бара. Күргәҙмәлә бөтәһе төрлө тематикалағы 100-ләп фотография ҡуйылған.
       - Эштәр ниндәй принцип буйынса һайлап алынды?
       - Иң элек, был художестволы фотография булырға тейеш. Йәғни һүрәт "һөйләһен" өсөн, мотлаҡ сюжет булырға тейеш. Ә һуңынан инде тема. Беҙ бөтә мөһим ваҡиғалар ҙа иллюстрацияланмауын аңлайбыҙ, ләкин тематикаһы буйынса төрлө фотографиялар урынлаштырырға тырыштыҡ.
       Күргәҙмәлә республиканың танылған фоторепортерҙары ҡатнашҡан. Николай Марочкиндың һүрәттәренән тыш, унда Андрей Старостин һәм Рәиф Бадыҡовтың, Сергей Крамсков һәм Олег Ғафаровтың, Юлия Бочкарева һәм башҡа бик күптәрҙең эштәре ҡуйылған. Һәр эштең аҫтында датаһы һәм авторҙың фамилияһы ғына түгел, шулай уҡ һүрәттең ниндәй ваҡиға айҡанлы төшөрөлөүе тураһында мәғлүмәт тә бар.
       Күргәҙмәгә килеүсе тәүге тамашасылар араһында "Рәсәй- Германия дуҫлығы йәмғиәте. Башҡортостан-Германия" берләшмәһендә тороусылар ҙа күп булды.
       - Минең өсөн бөтә һүрәттәр яҡын. Һәр береһенең эргәһендә сәғәттәр буйы торорға мөмкин, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша "Йәмғиәт"тең почетлы ағзаһы Ира Сухова. - Мәҫәлән, фотографияларҙың берәүһендә Германияға бергә барған студенттарымды күрҙем. Икенсеһендә - немец дуҫтарҙы. Элек бындай күргәҙмәләр юғары уҡыу йорттарында ғына үтә торғайны, хәҙер иһә фотографияларҙы күберәк кешеләр ҡарай ала.
       - Башҡортостан менән Германия дуҫлығы темаһы яҡын булғандарға күргәҙмә аңлашыла һәм ҡыҙыҡлы. Ә ябай тамашасы үҙе өсөн нимә ала ала?
       - Әйтеп үтеүемсә, урыҫ һәм немец халҡы үҙ-ара ныҡ бәйләнгән, - ти Николай Владленович. - Рәсәйҙә французса, һуңынан инглизсә һөйләшеү модала булған осорҙар булған. Шулай ҙа немец компоненты нығыраҡ күренгән. Етмәһә, Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә. Мин философияла тотош бер йүнәлештәрҙең Гегель, Ницше кеүек бөйөк немец аҡылдарының исеме менән аталыуына ҡарап та ошондай һығымта яһайым. Мин Башҡортостан буйлап күп йөрөнөм, һәм бер саҡ Мәләүезгә барғанда Воскресенск ауылында немец врачы музейы барлығы хаҡында белдем. Ул шул тиклем яҡшы белгес булған, күп кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан дауалаған, һәм ул үлгәндән һуң кешеләр яҡшы доктор тураһында иҫтәлекте мәңгеләштерергә ҡарар иткән һәм музей асҡан.
       - Шулай ҙа, минеңсә, урыҫтар һәм немецтар рухи сифаттары яғынан бигүк оҡшаш түгел кеүек.
       - Был дөрөҫ. Урыҫтар үҙҙәренең тәүәккәллеге менән айырылып тора. Был минең бер бик яҡшы немец дуҫымдың фекере, әйткәндәй, ул да фотограф. Ул, минең профессиям үҙемде бер аҙ урыҫ итеп тойорға булышлыҡ итә, ти. Сөнки фотография сәнғәтендә күп нәмә алдан тоя, һиҙә белеүеңә һәм, әлбиттә, аныҡ иҫәпкә бәйләнгән. Тәүге сифаттар урыҫтарға хас булһа, һуңғыһы - немецтарҙың өҫтөнлөгө, әммә бергә ҡушылғанда улар кәрәкле һөҙөмтә бирә. Ниндәй? Яуап алдығыҙҙа - фотографиялар.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал