6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Валентина көнөндәге мөғжизәләр
15.02.08


       Изге Валентин көнө - мөхәббәт, яҙ һәм йылылыҡ байрамы. Урамда әле ҡалын ҡар ятыуына һәм көн бигүк ҡояшлы булмауға ҡарамаҫтан, барыһының да кәйефе күтәренке.
       Был көндө, ғәҙәттә, бер-береһен ҡотлайҙар, мөхәббәттә аңлашалар, "валентинка", сәскә, төрлө сувенирҙар бүләк итешәләр. Урамда, кафела, ресторанда, кинола, күңел асыу үҙәктәрендә ғашиҡтар шул тиклем күп, әйтерһең, бөтә донъяны баҫып алғандар.
       Әйткәндәй, был байрам алдынан һеҙгә магазинға инергә тура килмәнеме? Йәштәр открытка, йөрәк, сувенирҙар, ғөмүмән, Изге Валентин көнө менән бәйле булған бөтә нәмәне күпләп һатып алалар. Торғаны бер тамаша. Кешеләр аҡылдан шашҡанмы ни. Был байрамдың йылына бер тапҡыр ғына булыуы яҡшылыр ҙа, бәлки.
       Төрлө һорау алыуҙар һөҙөмтәләренә ҡарағанда, йәштәрҙең күбеһе үҙенең яратҡан байрамы итеп тап Изге Валентин көнөн иҫәпләй. Әлбиттә, барыһының да быға үҙ сәбәбе.
       SMS-мөхәббәт
       Бер ваҡыт миңә был байрамды яңғыҙ үткәрергә тура килде. Ул саҡта мин яңы ғына икенсе ҡалаға практикаға килгәйнем, бер кем менән дә танышырға өлгөрмәгәйнем. Кис буйына, йәнәшәмдән уҙыусы ғашиҡ парҙарҙың бәхетле күҙҙәренә моңайып ҡарап, урамда йөрөнөм һәм үҙемде бер ваҡытта ла булмағанса яңғыҙ тойҙом.
       Алина, 24 йәш һәм Владислав, 26 йәш:
       Алина:
       - Иң ҡыҙыҡлыһы, беҙ ике йыл элек тап 14 февралдә осраша башланыҡ. Әлбиттә, беҙ бынан күп алда таныш инек, ләкин мин ул саҡта Владты егетем сифатында күрмәнем. Беҙ хатта бигүк аралашмай ҙа инек. Эштә бер-ике ауыҙ һүҙ алышабыҙ ҙа шуның менән вәссәләм. Ләкин Изге Валентин көнөндә аңлатып булмаҫлыҡ ниҙер булды... Минең тормошом тулыһынса үҙгәрҙе. Ә барыһы ла шунан башланды: мин таныштарымды был матур байрам менән ҡотлап смс ебәрергә булдым. Ләкин Владтан ундай реакция көтмәгәйнем...
       Владислав:
       - Алина миңә тәү ҡараштан оҡшаны. Тик нисектер аралашып китә алмай инек. Унан смс алғас, мин, тәүәккәллек ҡылып, уны киноға саҡырҙым. Ул риза булғас, шатлығымдың сиге булманы. Кисте беҙ матур итеп үткәрҙек, һәм шунан бирле айырылышҡаныбыҙ юҡ. Әйткәндәй, тиҙҙән беҙҙең туйыбыҙ буласаҡ!
       Туй Валентины
       Изге Валентин үҙе ғашиҡтарҙы йәшерен никахлауы менән билдәле. Сөнки уға христиандарҙы бигүк яратмаған, етмәһә легионерҙарға өйләнеүҙе тыйған яуыз Рим императоры Клавдий II идара иткән осорҙа йәшәү "бәхете" тейгән. Йәнәһе, никахҡа ингән яугир ғаиләһендә сиктән тыш күп ваҡытын үткәрә. Ләкин Валентин императорҙың асыуынан ҡурҡып тормай.
       Ул замандарҙан һуң күп һыуҙар аҡҡан. Ләкин кешеләр әле булһа ғашиҡ йәндәрҙе яҡлаусы тураһында онотмай. Иң ҡыҙығы, күптәр тап 14 февралдә туй үткәреүҙе өҫтөн күрә.
       Мария, 21 йәш һәм Сергей, 23 йәш:
       - Ғашиҡтар көнө менән беҙҙең күп нәмә бәйләнгән. Бер йыл элек тап ошо көндө өйләнештек. Изге Валентин көнө - туй өсөн иң уңайлы көн, тип, ошо датаны һайланыҡ. Изге Валентин үҙ ғүмерен юҡҡа ғына бөтә ғашиҡтарҙы өйләндереүгә арнамаған бит. Хәҙер беҙ бәхетле йәшәйбеҙ һәм һис тә әрләшмәйбеҙ! Тиҙҙән ғаиләбеҙ тулыланыуын көтәбеҙ!
       Бер көндә өс байрам
       Ни өсөндөр кешеләр тыуған көнө ниндәй ҙә булһа байрамға тура килеүен яратмай. Бер яҡтан, уларҙы аңларға мөмкин. Сөнки дуҫтар һәм туғандар бүләктә экономияларға тырыша, йә булмаһа, һинең тыуған көнөңдө бөтөнләй онота ла ҡуя...
       Альбина, 23 йәш һәм Тимур, 23 йәш.
       - Мин Изге Валентин көнөн бер ваҡытта ла яратманым... Сөнки тап 14 февралдә минең тыуған көнөм. Күптәр, ҡалай һиңә һәйбәт, тиҙәр, тик килешегеҙ, бөтәһен дә рәттән түгел,ә һинең үҙеңде генә ҡотлағанда күңеллерәк бит. Ләкин өс йыл элек минең был байрамға ҡарашым үҙгәрҙе. Һәр ваҡыттағыса дуҫтарым менән яҡындағы бер кафела минең тыуған көндө билдәләргә йыйылдыҡ. Күрше өҫтәл артында бик сибәр бер ҡыҙыҡай ултыра ине, мин шунда уҡ ғашиҡ булдым. Был минең Альбинам ине. Ул әхирәттәре менән ултыра ине. Беҙ дуҫтарым менән ҡыҙҙарҙы беҙҙең өҫтәл артына саҡырырға булдыҡ, бергә күңеллерәк бит. Улар ҙа тыуған көн билдәләүен белгәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы.
       Альбина:
       - Ә тыуған көн минеке ине.
       Тимур:
       - Беҙ, әлбиттә, Альбина менән таныштыҡ, бергә аралаша башланыҡ. Баҡһаң, бер үк университетта уҡыйбыҙ икән. Ләкин ярты йылдан һуң ғына, йәй осраша башланыҡ.
       Альбина:
       - Ә былтыр йәй беҙҙең туй булды. Шулай итеп, хәҙер 14 февралдә беҙҙең ғаиләлә бер юлы өс байрам, һәм был бик шәп!
       Эйе, тормошта төрлө, ғәжәйеп хәлдәр булғылай! Иң мөһиме - мөғжизәгә ышанырға кәрәк. Изге Валентин көнө менән!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал