6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Путин: "Мин галералағы ҡол кеүек эшләнем"
15.02.08


       Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин 14 февралдә сираттағы традицион, шул уҡ ваҡытта, президент вазифаһында һуңғы матбуғат конференцияһын үткәрҙе. Путинды тыңлауы күңелле лә, ҡыҙыҡлы лы булды. Ул, һандар һәм факттар килтереп, образлы, аңлайышлы итеп, матур һөйләй. Ил президентының телмәре рәсәйҙәрҙә үҙ иле өсөн ғорурлыҡ һәм киләсәккә ышаныс уятыуы бик мөһим.
       Журналистар менән аралашыр алдынан ҡыҫҡаса инеш һүҙендә Президент һуңғы йылдарҙағы иҡтисади ҡаҙаныштар хаҡында һөйләне. Ул халыҡтың реаль табышы - 10,4 процентҡа, реаль эш хаҡы 16,2 процентҡа артыуы хаҡында әйтеп үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсия аҡрын арта. Ул артабан да арттырыласаҡ, тип ышандырҙы Путин. 1 февралдән пенсияның страховка өлөшө 12 процентҡа күтәрелде, 1 апрелдән тағы ла 7,5 процентҡа артасаҡ. 1 августан пенсияның база өлөшө 15 процентҡа артасаҡ.
       Демографик проект уңышлы тормошҡа ашырыла. Был проекттың уңышына шикләнеүселәр булды. Әммә 2007 йылда тыуымдың артыуы һуңғы 25 йыл эсендә иң юғары булды. Ғаиләләрҙә икенсе һәм өсөнсө балалар тыуыуы айырыуса шатландырҙы. Бала тыуыу буйынса бөтә пособиелар индексациялана. Әгәр 2007 йылда "әсәлек капиталы" 250 мең һум тәшкил итһә, 2008-ҙә ул - 271 мең, ә 2010 йылға 307 меңгә тиклем артасаҡ. Киләсәктә лә үҫеш дауам иттереләсәк.
       Табышы йәшәү минимумынан кәм булған халыҡ һаны кәмей бара. 2005 йылда бындай кешеләр 17,7 процент булһа, 2006-ла - 15,3, 2007 йылда - 14 проценттан аҙыраҡ. Эшһеҙҙәр һаны кәмене.
       Сәнәғәт производствоһының үҫеше шатландыра. Бигерәк тә эшкәртеүсе тармаҡтарҙа. Төҙөлөштәге хәлде шаҡ ҡатырғыс, тип атарға мөмкин, тине Путин. Төп капиталға инвестициялар арта. Былтыр сит ил капиталы ағымы 82,3 миллиард доллар тәшкил итте. Фонд баҙары йылдам темптар менән үҫешә.
       Иҡтисадтың төп проблемаһы булып инфляция тора, тип иҫәпләй Путин. Уның темптарын әлегә туҡтатып булмай. Былтыр планлаштырылған һигеҙ процент урынына 11,9 процент тәшкил итте. Киләһе йылдарға төп маҡсаттарҙың береһе булып тап инфляцияға ҡаршы көрәш торорға тейеш, тип иҫәпләй президент.
       Һуңынан президент матбуғат вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.
       Путин үҙенең президент эшмәкәрлегендә нимәне уңыш һәм нимәне уңышһыҙлыҡ тип иҫәпләй.
       - Мин үҙ эшмәкәрлегемдә етди уңышһыҙлыҡтар күрмәйем. Ҡуйылған бөтә маҡсаттарға өлгәшелде. Бәлки, нимәнелер уңышлыраҡ эшләргә мөмкин булғандыр, мәҫәлән, шул уҡ инфляция, ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш йәки пенсионерҙар менән хәлгә килгәндә.
       Әгәр инде нимәгә өлгәшеүебеҙ хаҡында һөйләгәндә, һигеҙ йыл элек берҙәм ил юҡ ине бит, хатта үҙ гимныбыҙ ҙа булманы. Был йылдар эсендә дәүләт тергеҙелде. Баҙар иҡтисадына нигеҙ һалынды. Рәсәй иҡтисади лидерҙарҙың береһенә әүерелде.
       Миңә үҙемде һайлаусылар алдында оят түгел, - тип дауам итте президент.
       Был йылдар эсендә галералағы ҡол кеүек эшләнем. Иртәнән алып ҡара кискә тиклем. Бөтә көсөмдө һалып. Һәм мин үҙ эшемдең һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтмен!
       Өсөнсө президент срогына ҡалыу ихтималлығы хаҡында.
       - Президент вазифаһында эшләй башлағандың тәүге көнөнән алып мин Конституцияны боҙмаясаҡмын тип хәл иттем. Рәсәй демократик һәм хоҡуҡи дәүләт булырға тейеш. Дәүләт башлығынан башлап, бөтәһе лә закондарҙы күҙәтергә тейеш. Төрлө кешеләр төрлө әйбергә "бирелеп" китә. Кемдер тәмәкегә, кемдер наркотикка, кемдер аҡсаға. Иң көслө бәйләнгәнлек - власҡа. Мин үҙемдә ундай бәйләнгәнлек тойманым. Әгәр Аллаһы Тәғәлә миңә илебеҙ хаҡына эшләргә мөмкинлек биргән икән - был үҙе ҙур бүләк, тип иҫәпләргә кәрәк.
       Рәсәйҙең хәрби авиацияһы осоштары һәм хәрби бәрелештәр ихтималлығы хаҡында.
       Сит ил баҫмаларынан бер вәкилдең был һорауына Путин, Америка партнерҙары һуңғы 15 йылда илебеҙ сиктәре буйлап осоуҙарын туҡтатмай, тип яуап бирҙе. Ә Рәсәй авиацияһы 1997 йылдан бындай осоштар яһаманы. Ләкин хәҙер бындай осоштарҙы яңыртты, һәм киләсәктә лә осош әҙерлеген даими камиллаштыра барасаҡ.
       Чехия һәм Польша территорияһына ракеталарҙы йүнәлтеү тураһында.
       Был агрессив һорауға Путин бик лайыҡлы яуап бирҙе.
       - Мин һеҙҙең бындай һорау биреүегеҙгә рәхмәт белдерәм. Беҙ бер ҡайҙа ла бер нәмә лә йүнәлтергә йыйынмайбыҙ. Демократия - ул киң мәғәнәләге төшөнсә бит. Америка партнерҙары Чехияла радар һәм Польшала ракетаға ҡаршы оборона объекттары урынлаштырыу эше алып бара. Поляктарҙан һәм чехтарҙан улар был турала һорап та торманы. Ә улар быға ҡаршы. Ҡайҙа бында демократия? Эксперттар беҙҙе, был объекттарҙы урынлаштырыу беҙҙең милли именлеккә янай, тип иҫкәрттеләр. Бына шул саҡта беҙ үҙ ракеталарыбыҙҙы йүнәлтергә мәжбүр буласаҡбыҙ. Беҙ ваҡиғаларҙың бындай үҫешен теләмәйбеҙ. Ҡайҙа проблемалар күреүебеҙ хаҡында тураһын әйтәбеҙ.
       Ил президенты вазифаһына кандидат булараҡ Медведев хаҡында.
       - Мин Дмитрий Анатольевичты бик күптәнән беләм. Шәхси эшлеклелек сифаттары буйынса ла, Мәскәүҙә эш тәжрибәһе буйынса ла уның уңышлы эшләй аласағына ышанам. Ул намыҫлы, әҙәпле, йәш, прогрессив, теоретик яҡтан яҡшы әҙерлекле һәм эш тәжрибәһенә эйә кеше. Унан яҡшы президент һәм булдыҡлы етәксе сығысаҡ. Мин уға ышанам. Миңә ил менән идара итеүҙе уға тапшырыу оят та, ҡурҡыныс та түгел.
       Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма тураһында.
       - Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошмала күптән реформа үткәрергә ваҡыт. Шулай уҡ ҡолаҡҡа ятышһыҙ исемле Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары буйынса бюрола ла. Рәсәй үҙенә алынған йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәй. Беҙ уларҙы һайлауға саҡырабыҙ. Ә уларҙың теләктәре аҫтына Рәсәй ҡул ҡуймаған. Һәм беҙгә көсләп таҡҡан нәмәләрҙе үтәргә тейеш түгелбеҙ. Йә уларға һайлауҙы күҙәтеү өсөн 100 кеше ебәрергә кәрәк, йә улар бер йыл алдан бында килергә теләй. Кемделер өйрәтергә маташалар. Үҙ ҡатындарын аш бешерергә өйрәтһендәр әйҙә!
       Матбуғат конференцияһында төрлө темаларға, төрлө баҫмаларҙан, шул иҫәптән күп кенә сит илдәрҙән тиҫтәләгән һорауҙар яңғыраны. Бөтә һорауҙарға ла Владимир Владимирович тулы, аныҡ, лайыҡлы яуап бирҙе. Матбуғат Рәсәй Президенты менән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалырға тейеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал