6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Үлән хаҡлы
14.02.08


       Мин фитотерапевт Михаил Викторович Гордеев менән осраҡлы рәүештә таныштым. Павлово һыу һаҡлағысында бергә ял иттек. Ул саҡта мин Өфөлә бер нисә "М.В. Гордеев фитоүҙәге" барлығын белмәй инем әле. Ул, башлыса, Өфөлә түгел, ә Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ауырыуҙарҙы ҡабул итеүе хаҡында ла белмәй инем. Уның һәр көнө бер нисә ай алдан бүлеп яҙып ҡуйылыуын, уға ҡабул итеүгә эләгеүе бик ҡатмарлы булыуын һәм бик күп алдан яҙылып ҡуйырға кәрәклеген дә белмәй инем. Минең алдымда күҙлек кейгән, ҡәҙимге ир баҫып тора ине. Ләкин иртәгәһенә үк мин уны ҡәҙимге тип иҫәпләүҙән туҡтаным.
       Иртәгәһенә минең алға ике юлдың береһен һайлау бурысы килеп баҫты - һыу саңғыһында йөрөргәме, әллә Гордеев менән яр буйлап экскурсияға сығырғамы? Һыу саңғыһында йөрөү өсөн байтаҡ ваҡыт үҙ сиратыңды көтөп ултырырға кәрәк, ә экскурсияға кисекмәҫтән юлға сығырға мөмкин ине. Мин, Гордеевтың һөйләгәндәре миңә ҡыҙыҡ булмаһа, шунда уҡ әйләнер ҙә ҡайтырмын, алыҫ китмәйбеҙ бит, тип уйланым. Шулай итеп, Михаил Викторовичты тыңлаған, унлап кешенән торған компанияға ҡушылдым.
       Гордеев үҫемлектәр тураһында һөйләгән бөтә сетереклектәренә тиклем хәтерләмәйем, әлбиттә, әммә шуны әйтә алам - ул шаҡ ҡатырҙы. Аяҡ аҫтындағы флора тураһында беҙ нимә беләбеҙ һуң? Беҙ уны айыра ла белмәйбеҙ! Мәтрүшкә менән һары мәтрүшкәне, ромашка менән суҡмарбашты (василек) күрәбеҙ, әлбиттә. Үләндәр араһынан юл япрағын айырабыҙ һәм хатта уны яраға һалһаң, ҡанды туҡтатыуы хаҡында белеүебеҙ менән маҡтана алабыҙ. Кейемгә йәбешкән дегәнәкте әрләй-әрләй алып ташлайбыҙ. Һәм шуның менән бөттө! Үҙебеҙҙе уратып алған үҫемлектәр донъяһы тураһындағы ғилем запасыбыҙ шуның менән тамамлана. Аяҡ аҫтында ниндәй яҡшы нәмә ятһын ти. Дарыу үләндәре? Улар тик аптека кәштәһендә төргәктә генә була. Өҙөп алып, еҫкәп, тәмләп ҡарарға мөмкин булған тере үлән менән, әйтәйек, һалҡын тейгәндә төнәтмә яһаған ҡоро масса араһында параллель үткәреү бик ҡыйын. Шулай түгелме ни?
       Гордеев һыу һаҡлағыс яры буйында үҫкән һәр үҫемлек тураһында һөйләне. Бына был үләнде шул көйө ашарға мөмкин, унда С витамины күп. Бына быныһын йөрәк сирлеләр түш кеҫәһендә йөрөтөргә тейеш, һәм "мотор" ҡаға башлаһа, сәйнәргә кәрәк. Быныһы ҡатын-ҡыҙҙарға кәрәк, быныһы - ирҙәргә. Был иммунитетты яҡшырта, ә бының менән кешене үлтерергә мөмкин.
       Иҫтәре киткән тыңлаусылар экскурсоводтың күрһәткәндәрен яҡшыраҡ күреү һәм һөйләгәндәрен ишетеү өсөн уға яҡыныраҡ барырға тырышты. Бер экскурсант Гордеев һөйләгән һәр үҫемлекте пакетына һала барҙы. Аҙаҡ ул нисек айырырға өмөтләнәлер, аптырарһың. Һәр йәштә репродуктив функцияларҙы аяҡҡа баҫтырырға, тимәк, йәшлекте оҙайтырға мөмкинлек биргән "ҡатын-ҡыҙҙар" үләне тураһында һүҙ сыҡҡас, барыһы ла йәнләнеп китте. Уны ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа өҙә башланы. Ирҙәр - үҙ ҡатындарына, ҡатын-ҡыҙҙар - үҙҙәренә. Һәр кем йәш һәм һау булырға теләй инде.
       Был ваҡиғанан һуң ике йыл үтеп китте. Мин ошо ваҡыт эсендә Михаил Викторовичтың фитоүҙәгендә булдым, уның методикалары менән бик уңышлы файҙаландым. Гордеевтың Рәсәйҙә традицион халыҡ медицинаһында, шулай уҡ рәсми медицинала хаҡлы абруй яулауын белдем. Ул - "Рәсәй Федерацияһының халыҡ дауалаусыһы", шулай уҡ биология фәндәре кандидаты, БР Фитотерапевтар ассоциацияһы вице-президенты, Рәсәй фитотерапевтар йәмғиәте Президиумы ағзаһы, "Милләт һаулығы" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, 60-тан ашыу фәнни баҫма авторы, уйлап табыуға патент авторы.
       Хәҙер Рәсәйҙә Гордеев фитоүҙәктәре селтәре булдырылған. Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Чебоксарҙа, Һамарҙа, Яр-Саллыла, Магнитогорскиҙа һәм башҡа ҡалаларҙа ике тиҫтәгә яҡын филиалдары бар. Үҙәктәр белгестәре гинекологик ауырыуҙарҙы, һөт биҙҙәре, ирҙәр ауырыуҙарын, тире һәм эндокрин сирҙәрҙе һәм башҡа бик күп ауырыуҙарҙы дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә ярҙам күрһәтә.
       Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең девизы: "Беҙ ауырыу күренештәрен түгел, ә кешене дауалайбыҙ!" Үләндәр ярҙамында кешеләргә юғалтылған рух, йән һәм тән берҙәмлеге ҡайтарыла, ағзаларҙың һәм организм системаһының эше көйләнә.
       Гордеев системаһы методикаһының нигеҙе - баш мейеһенең - организмдың төп "компьютеры"ның һәләтлелеген, камиллығын аяҡҡа баҫтырыу. Үләндәр мейенең ҡан әйләнешен һөҙөмтәле яһарға ярҙам итә. Әгәр мейе яҡшы туҡландырылһа, ул организм менән идара итеү буйынса үҙ эшен яҡшы үтәй. Ул ағзаларҙың дөрөҫ эшләү-эшләмәүен баһалай ала. Әгәр бигүк дөрөҫ түгел икән, уларҙың эшмәкәрлеген нисек төҙәтергә кәрәклеген белә. Сираттағы бурыс - оптималь гормональ фонға өлгәшеү. Ҡатын-ҡыҙ үҙен - йәш һәм һөйкөмлө, ә ирҙәр көслө һәм ғәйрәтле итеп тойорға тейеш. Гормондар етерлек булғанда, ғүмер оҙая. Параллель рәүештә бөтә ағзаларҙың һәм системаларҙың оптималь эшләүенә булышлыҡ итеүсе үләндәр комплексы тәғәйенләнә. Дауалауҙы һәр пациентҡа индивидуаль тәҡдим ителгән туҡланыу системаһы тулыландыра. Фитотерапия курсынан һуң пациенттың сәләмәтлеге, ҡағиҙә булараҡ, һиҙелерлек яҡшыра. Организмдың тәбиғи резерв мөмкинлектәре лә асыла - хәтер яҡшыра, фекерләү ҡеүәһе (интеллект) күтәрелә, физик яҡтан нығына, сал сәстәре юғала, дөйөм йәшәреү процесы бара. Һөҙөмтәлә пациент фитотерапевтың әүҙем ярҙамсыһына әйләнә. Ул үҙенә тәбиғәт тарафынан һаулыҡ һәм оҙон ғүмер ресурсы һалыныуын аңлай башлай. Иң мөһиме - үҙ организмыңдың талаптарын аңлау һәм уға ярҙам итеү.
       Михаил Викторович менән аралашҡанда, "Үләндәр барыһына ла һәм бөтә ауырыуҙарҙан да ярҙам итәме?" тигән төп һорауҙы бирге килә.
       Гордеев шулай тип яуап бирә:
       - Эйе! Мин үләндәрҙе парашют менән сағыштырырға яратам. Бына әйтегеҙ, парашют бөтәһенә лә ярҙам итәме? Эйе, бөтәһенә лә, әгәр ул ваҡытында асылһа. Әгәр ул ергә бер метр ҡалғас ҡына асылһа, ниндәй генә яҡшы сифатлы парашют булмаһын, файҙаһы теймәйәсәк. Үләндәр ҙә шулай уҡ. Уларға ниндәйҙер йәшәү көсө запасы булған саҡта уҡ мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бер ваҡыт миңә бер ҡатынды килтерҙеләр. Күтәреп индерҙеләр. Ултырттылар, мин уның пульсын һәрмәп ҡараным да, ул үле инде, тип әйтергә мәжбүр булдым. Бында ниндәй үлән ярҙам итһен?
       Гордеевҡа бирмәү мөмкин булмаған тағы бер һорау:
       - Йәшлекте оҙайтып, ғәҙәттәгесә 60-70 йыл түгел, ә бер нисә йөҙ йыл йәшәп буламы?
       - Организм бик ҡатмарлы, әммә камил структура, - тип яуап бирә терапевт. Ә бөтә ҡатмарлы һәм камил механизмдар, ҡағиҙә булараҡ, ярайһы уҡ яҡшы ремонтлана, сөнки унда бөтәһе лә яйға һалынған, еренә еткерелгән һәм матур. Был механизмды аңларға мөмкин. Етмәһә, механизм көйләнгәс, ул үҙенән-үҙе эшләй. Ҡайһы берҙә бер аҙ майлап йәки таҙартып ебәрергә генә кәрәк.
       - Йәшлекте һаҡлауҙа мейенең нормаль эшләүе ҙур һәм хатта иң төп әһәмиәткә эйә, - тип раҫлай Гордеев. - Ләкин бөтә бәлә шунда, әгәр организмдағы бер генә функция йомшарһа, бөтә сылбыр буйлап һаулыҡтың насарайыу процесы башлана: ҡалҡан биҙенең эшләүе насарая, йөрәк насар эшләй башлай, башҡа ҡан килеүе кәмей, һөҙөмтәлә, мейе дөрөҫ эшләмәй. Организмдағы бөтә процестарҙы, шул иҫәптән ҡартайыуҙы ла, көйләү һәләтлелегенә эйә адренокортикотроп гормоны эшләп сығарылыуҙан туҡтай.
       Ләкин Михаил Викторович баштағы ҡан йөрөшөн һиҙелерлек яҡшыртыусы үләндәр тапҡан. Был үләндәр ярҙамында мейеләге ҡан әйләнеше көйләнә, һәм мейе яҡшы эшләргә "мәжбүр" була. Был ғәжәйеп үләндәр мейеләге ҡан әйләнешен һиҙелерлек яҡшырта, хәтерҙе яҡшырта, баштың шаулауы юғала, күреү, ишетеү яҡшыра һәм гипоталамустың эшләүен көйләүсе функция нормалләшә.
       - Мин мәңгелек тормош тураһында һөйләмәйем, ләкин бер нисә йөҙ йыл йәшәргә бик тә мөмкин, - тип раҫлай Гордеев.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал