6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Йәһүҙин яңғыҙ түгел
13.02.08


       Дүрт тапҡыр донъя чемпионы, өс тапҡыр Европа чемпионы һәм Олимпиада чемпионы Алексей Йәһүҙин һуңғы ваҡытта үҙен йырсы ла, актер ҙа итеп күрһәтте, китап та сығарҙы. Өфөлә танылған спортсы "Өфө-Арена" боҙонда конькиҙа шыуып ҡына ҡалманы, ҡаланың китап магазиндарының береһендә күренеп ҡалды, үҙ китабының тышында автограф яҙып ҡалдырҙы. Ул журналистар менән аралашырға ла ваҡыт тапты. Алексей осрашыуға ваҡытында килде. Буйға оҙон түгел, ябай ғына кейенгән. Тыныс тауыш менән һөйләй, осоп-ҡунып бармай. Кешеләр уның менән бергә фотоға төшөргә тәҡдим иткәс, береһенең дә үтенесен кире ҡаҡманы.
       - Беҙ һеҙгә сығыш яһар алдынан килдек, әммә мунса инергә өлгөрҙөк, - тип асыҡ, ябай итеп һөйләй башланы Алексей. - Такси водителе ҡаланың иҫке өлөшөн дә, яңыһын да, беҙ сығыш яһаясаҡ бинаны ла күрһәтте.
       - Әлеге мәлдә тормошоғоҙҙа ниҙәр барыуы хаҡында һөйләгеҙ әле?
       - Былтыр йыл аҙағында мин туҡтауһыҙ күнекмәләр яһаным, декабрҙә китабым сыҡты, ғинуарҙа "Боҙлоҡ осоро" шоуының гастроль туры башланды, белеүегеҙсә, унда мин дә ҡатнашам. 13 февралдә - беҙҙең ял көнө, әммә мин бер көнгә телесериалда төшөүгә барып киләм. "Боҙлоҡ осоро" графигы ярайһы уҡ көсөргәнешле. Ул яңы старт алды, һәм алда 50-60 ҡала әле. Күреүегеҙсә, сығыштар күп. Йәй көнө, әлбиттә, бер аҙ ял биреләсәк. "Йондоҙҙар боҙҙа" һәм "Боҙлоҡ осоро" проекттары дауам итер, тип уйлайым. Боҙ шоуының өсөнсө өлөшөндә лә ҡатнашырға йыйынам.
       - Был проект шәхсән һеҙгә нимә бирҙе?
       - Миңә бик күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы, беренсе сиратта, Виктория Дайнеко менән. Тәүҙә мин уны конькиға баҫырға өйрәтһәм, һуңынан ул мине нисек дөрөҫ клип төшөрөргә өйрәтте, беҙ бергә йыр яҙҙыҡ. "Боҙлоҡ осоро" арҡаһында тормошомда ҡыҙыҡлы юлдар барлыҡҡа килде.
       - Йырсы карьераһы һеҙҙе ҡыҙыҡһындырамы?
       - Эйе, әлбиттә. Вика миңә, йырлай алаһың, ти. Ә Сашка (Александра Савельева, "Фабрика" төркөмө солисы - автор) минең вокал менән етди шөғөлләнергә вәғәҙә итә. Вика ла, Саша ла - икеһе лә бик яҡшы кешеләр, ләкин мин баш-көллө ниндәйҙер яңы профессияға китергә йыйынмайым.
       - Ә актерлыҡ эшмәкәрлеге һеҙгә нисек?
       - Миңә телесериалда ғына түгел, тулы метражлы фильмда ла төшөргә тәҡдим иттеләр. Сценарий әлегә әҙер түгел, ваҡыт күрһәтер.
       - Һеҙҙә төрки тамырҙар булыуы хаҡ һүҙме?
       - Минең өләсәйем - татар. Һеҙҙең ҡалалағы кеүек, мине, Марат Бәшәровты һәм Чулпан Хаматованы Ҡазанда һәм Яр- Саллыла үҙ итеп, йылы ҡаршыланылар.
       - Ә һеҙ Өфө тураһында нимәләр беләһегеҙ?
       - Мин һеҙҙә иҫке Спорт һарайы булыуы, күптән түгел яңыһын төҙөүҙәре хаҡында беләм. Әйткәндәй, егеттәр әле унда күнекмә яһарға китте, ә мин бында килдем. Һеҙҙең ҡалаға мин "Боҙлоҡ осоро" шоуында ҡатнашыу өсөн генә килмәнем, минең "Нарголом" китабының презентацияһы ла үтәсәк. Ул 2003-2004 йылдарҙа яҙылды һәм Японияла баҫылып сыҡты. Бер ваҡыт миңә Япония нәшриәттәре үҙҙәренең илендә китап сығарырға тәҡдим итеп мөрәжәғәт итте. Мин күп уйлап тормай, проект ҡыҙыҡлы буласаҡ тип уйлап, тәүәккәллек иттем. Китапты мин Канада яҙыусыһы Линда Праузға көнөнә икешәр сәғәт телефон аша әйтеп яҙҙырҙым, ул аҙаҡтан уны редакторлап, миңә инглиз телендәге вариантын ебәрҙе. Мин уҡып, тикшерәм дә, барыһын да әсәйемә ебәрәм. Әсәйем даталарын тикшерҙе. Шулай итеп, китап Японияла сыҡты.
       Бер нисә йылдан инде Рәсәй нәшриәте китабымдың рус телендәге вариантын баҫтырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Китап бер аҙ үҙгәртелде. Йәғни был туранан-тура япон варианты түгел, үҙегеҙ аңлауығыҙса, япон уҡыусыһын бер факттар ҡыҙыҡһындырһа, Рәсәйҙекен - икенселәр. Коммуналь фатирҙар тураһында бүлектәр алып ташланды. Әлбиттә, унда минең бала сағым нисек үтеүе тураһында яҙылғайны. Ләкин күптәребеҙ коммуналь фатирҙағы тормошто яҡшы хәтерләйҙер. Шулай уҡ тормошомдағы 2005-2007 йылдарҙағы ваҡиғалар тураһында бүлектәр өҫтәп яҙылды, фотолар өҫтәлде. Китаптың беренсе варианты ла, икенсеһе лә асыҡтан-асыҡ яҙылды. Элек матбуғатҡа һөйләмәгән бәләкәй генә серҙәрҙе хәтергә төшөрөргә тырыштым. Тик мин бер нәмәне - әхлаҡи сиктән сыҡмауҙы күҙәтергә тырыштым. Был тормошта бөтә нәмә ҡатмарлы, ләкин һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға кәрәк. Китап сыҡҡандан һуң мин бер ниндәй ҙә кире фекерҙәр ишетмәнем.
       - Күп билдәле йырсылар, артистар китап сығарҙы, ә бына һеҙ, фигурист, ни өсөн үҙегеҙҙе яҙыусы сифатында һынап ҡарарға булдығыҙ?
       - Мин үҙем теләмәнем. Әйтеп үтеүемсә, был япон нәшриәтселәренең идеяһы булды. Тормошомда һөйләргә теләгән ваҡиғалар күп булды һәм булып ҡала. Китапта ни бары бер-ике генә хата киткән. Мәҫәлән, ике туған апайымдың йәше дөрөҫ күрһәтелмәгән. Мин уны ике йәшкә йәшәрткәнмен, ләкин ул үпкәләмәҫ, тип уйлайым. Дөрөҫөн әйтәм, асыҡтан- асыҡ яҙыуы бик ауыр.
       - Ни өсөн китабығыҙҙы "Нарголом" тип атанығыҙ?
       - Бер нисә исемде күҙ уңында тоттоҡ, ләкин аҙаҡтан ошоноһонда туҡтаныҡ. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, тормошобоҙ ҡыйынлыҡтарҙан тора, ә уларҙы еңә барырға кәрәк.
       - Дауамы буласаҡмы? Әгәр булһа, нимә тураһында?
       - Яҙыу өсөн тормошта ниндәйҙер ваҡиғалар булырға тейештер, тип уйлайым. Йәшәй-йәшәй, күҙ күрер әле.
       - Бәлки, ул һеҙҙең коллегаларығыҙ, Виктория Дайнеко, яҡын әхирәтегеҙ Саша Савельева хаҡында булыр?
       - Был китапта барыһы ла бар. Ҡыҙҙар, коллегалар, эш - тормошомда барған бөтә хәл-ваҡиғалар тураһында. Шулай ҙа ҡайһы бер әйберҙәрҙе үҙең өсөн генә ҡалдырырға кәрәк, тип иҫәпләйем.
       - Изге Валентин көнөн билдәләргә йыйынаһығыҙмы? Һәм ҡайһылай итеп?
       - 14 февралдә беҙ Һамарҙа сығыш яһайбыҙ. Ә был ҡалалағы шоу алдынан мин Саша менән күрешеү һәм уны ҡотлау өсөн Мәскәүгә осам.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал