6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Судьяларыбыҙ - һайлаусылар
13.02.08


       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырыштарында хәҙер, башлыса, эш срогы тамамланыу темаһы тикшерелә. Бына 12 февралдә үткән президиум ултырышында ла Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев коллегаларына биш йыл бергә эшләү осоронда әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт белдереүе сираттағы хушлашыу кеүегерәк яңғыраны. Ә комитеттар рәйестәренең журналистар менән әңгәмәһе лә ихтыярһыҙҙан үҙ эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһауға ҡайтып ҡалды.
       Аграр мәсьәләләр, тәбиғи ресурстар, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология буйынса комитет рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының төбәктәр инициативаларына мөнәсәбәте мәсьәләһен ҡуҙғатты.
       - Мин тағы бер проблеманы билдәләп китергә теләйем. Федераль закондар сығарыусы Рәсәй Федерацияһы субъекттары индергән тәҡдимдәр өҫтөндә бик намыҫлы эшләмәне. Төбәктәр әҙерләгән закондар бигүк идеаль түгел икән, Дәүләт Думаһы уны ҡырҡа кире ҡағыу урынына, беҙҙе саҡырып, проблеманы тикшерә, ысын парламент тыңлауҙары үткәрә ала ине бит.
       Зифҡәт Ислам улы өсөнсө саҡырылыш депутаттары эшләгән осорҙа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай инициативаһы менән дүрт федераль закон ҡабул ителеүе тураһында һөйләне.
       - Уларҙың икәүһе - беҙҙең комитеттыҡы, - тине Сәйетғәлиев. - Икеһе лә Рәсәй Федерацияһы ер мөнәсәбәттәрен көйләй. Беҙ бының менән бик ғорурланабыҙ.
       Башҡортостанда һәм тотош Рәсәй Федерацияһы буйынса торлаҡ проблемаһын хәл итеү темаһы бик актуаль. Зифҡәт Ислам улын үҙҙәре торлаҡ төҙөргә теләгән граждандарҙың яҙмышы борсой.
       - Беҙ, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булыусыларға, айырыуса йәш ғаиләләргә, бер тапҡыр бушлай ер участкаһы бүлеү бик файҙалы һәм мөһим булыр ине, тип иҫәпләйбеҙ. Етмәһә, ҡаланан алыҫта түгел, ә яҡын-тирәлә. Дәүләт ярҙамында унда юл һалһындар, газ, электр энергияһы үткәрһендәр, инфраструктураны яһаһындар ине. Мохтаж булыусылар банкынан аҡса эҙләмәһендәр, ә дәүләт үҙ өлөшөн индергән участканан ер алһындар. Был өлөш торлаҡ хаҡының 50 процентына тиклем булыуы мөмкин. Кешеләргә нигеҙ һалып, йорт төҙөргә генә ҡалһын. Беҙ әле был закон инициативаһын Дәүләт Думаһына индерҙек, хәҙер улар уйланырға тейеш.
       Хеҙмәт, социаль мәсьәләләр, ғаилә, әсәлек, балалыҡ һәм һаулыҡты һаҡлау буйынса комитет рәйесе Әлфиә Шәрәфетдинова ҡайһы бер категория граждандарының хәлен яҡшыртыуға ҡағылышлы закон инициативалары тураһында һөйләне.
       Шәрәфетдинова ла, Сәйетғәлиев кеүек, төбәктәр күтәргән закон инициативаларының бик аҙы төбәктә яҡлау табыуы хаҡында борсолоп һөйләне. Өсөнсө саҡырылыштағы эш осоронда ул етәкләгән комитет ҡына тиҫтәгә яҡын закон инициативаһы эшкәртеп, Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһына ебәргән.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе лә ваҡытында яҡланманы, - ти Әлфиә Мазһар ҡыҙы. - Дөрөҫ, ике инициатива һуңынан Дәүләт Думаһының башҡа депутаттары тарафынан индерелгән закондар формаһында әйләнеп ҡайтты. Беҙҙең өсөн бер ниндәй айырма юҡ, иң мөһиме, граждандарыбыҙ дәүләттән өҫтәмә яҡлау алһын.
       Биш йыл депутатлыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, Шәрәфетдинова:
       - Өсөнсө саҡырылыш эшләгән осорҙа 17 кешенән торған беҙҙең комитет граждандарыбыҙҙы, һайлаусыларыбыҙҙы социаль яҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Беҙ ғәмәлдәге республика закондарына байтаҡ төҙәтмәләр индерҙек. Әлбиттә, барыһы ла беҙ теләгәнсә килеп сыҡманы, ләкин беҙ үҙебеҙгә бәйле булғандың барыһын да эшләргә тырыштыҡ. Бөтә депутаттар ҙа президиум ултырыштарында, комитеттар ултырыштарында ғына түгел, үҙ һайлаусылары менән дә эшләне. Сөнки төп судьяларыбыҙ - ул беҙҙең һайлаусыларыбыҙ. Киләһе дүртенсе саҡырылыш та беҙҙең традицияларыбыҙҙы дауам итһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал