6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Cоциум // Психолог кәңәштәре

Кредит алырға теләһәң - медосмотр үт
12.02.08


       Совет замандарынан билдәле эскелеккә наркомания, компьютерға, ҡомарлы уйындарға бәйләнгәнлек өҫтәлде. Бөттөмө? Баҡһаң, юҡ икән. Банк кредиттары ла кешенең психикаһына үтеп инде. Банкылар кредит биреү шарттарын яҡшырта, һумдың курсы тотороҡланды, шулай булғас, халыҡҡа бирелгән кредиттар күләме артыуы насармы ни, тигән һорау бик тә урынлы.
       Бында ҡурҡыныс бер нәмә лә булмаҫ ине, әгәр бер үк ваҡытта бурысҡа аҡса алырға әүәҫлек "сире" йоҡтороусылар - кредит артынан кредит, хатта бер юлы бер нисә кредит алып, бурысын түләй белмәгән кешеләр барлыҡҡа килмәһә.
       Ҡомарлы уйындар манияһын да, әйткәндәй, күпмелер ваҡытҡа тиклем бер кем дә проблема тип иҫәпләмәне, ә бөгөн ул халыҡ-ара квалификацияла сир тип һанала. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, ҡомарлы уйындар манияһы һәм кредитомания - бер үк кимәлдәге "сирҙәр".
       Ҡағиҙә булараҡ, кешеләр аҡса йыйыу өсөн түгел, ә нимәлер һатып алыу өсөн аҡса ала, йәғни кредитоманияның төп сәбәбе итеп ҡулланыу культының үҫә барыуын иҫәпләргә мөмкин. Ул ғаиләлә нисек сағыла һуң? Аҡса мәсьәләһендә үҙ-ара килешмәүсәнлектәр айырылышыуҙарҙың төп сәбәбе булып тороуы бер кемгә лә сер түгел бит. Бигерәк тә әгәр береһе аҡсаны самаһыҙ туҙҙырһа. Был тема буйынса Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгеның ғилми консультанты Лилия Михайлова үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша:
       - Ысынлап та, урта йәштәргә еткәс, ир йә ҡатын ҡапыл аҡсаны мул тотонорға әүрәп китә. Мәҫәлән, ҡатын кредит карточкаһы буйынса йортҡа әйбер, балаларына кейем һатып ала башлай, ә ир - ҡиммәтле автомобиль, ҡаланан ситтә йорт, йәки дача. Ғәҙәттә, был ғаиләлә килешеүсәнлек булмауы тураһында һөйләй.
       Лилия Игоревна Өфөләге бер йәш ғаилә тарихын һөйләне (билдәле сәбәптәр арҡаһында исемдәр үҙгәртелгән).
       Зөлфиә менән Айрат психолог Михайловаға кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәнгә тиклем ете йыл өйләнешеп йәшәгән булған - ҡатын айырылышырға йыйынған. Ул иренең аҡсаны сиктән тыш күп тотоноуынан йонсоған. "Айрат үҙенең эш хаҡын тулыһынса тотоноп бөтә, - тип күҙ йәштәре аша һөйләй йәш ҡатын, - үҙенең кредит карточкаһы буйынса кредит алып, тотоноп бөтә лә яңыһын ала. Бынан тыш, ул кредит йөкләмәләрен ҡапларға маташып, әйләнгән һайын банктан ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар ала. Хатта һуңғы ваҡытта Айрат урамға ла сыҡмай, телефон шылтырауҙарына ла яуап бирмәй башланы, сөнки уны шәхси кредиторҙары эҙәрлекләй..."
       Асыҡланыуынса, барыһы ла хәҙер бик популярлашҡан сит ил машинаһына кредит алыуҙан башланған. Һуңынан Айрат күп тапҡырҙар ҡатынына эшләгән аҡсаһынан тыш тотонмаҫҡа вәғәҙә итә. Ләкин... һүҙендә тора алмай. Зөлфиә уны әллә күпме асыулы кредиторҙарынан ҡотҡарып алып ҡала.
       - Был кредитомания кеүек психологик бәйлелек үҙенсәлектәрен күрһәтеүсе күңелһеҙ тарих, - тип Лилия Игоревна. - Быға, ғәҙәттә, үҙ-үҙен түбән баһалаған, үҙ ҡылыҡтарына контроль яһамаған, кеше менән бик аралашып бармаған кешеләр бирелеүсән була. Һәр кеше донъяға үҙ ихтыяждары менән тыуа. Ә нимә һуң ул ихтыяж? Беҙ теләгән, йәшәү өсөн беҙгә кәрәк булған нәмәләр. Улар орлоҡ кеүек, һәм уларҙан беҙҙең холҡобоҙ, характерыбыҙ һалына. Тыуғанда бөтәбеҙҙең дә ихтыяждары бер үк, ләкин уларҙы ҡәнәғәтләндереү ысулдарын төрлөсә һайлайбыҙ. Аҡса - ул беҙҙең цивилизацияға йүнәлеш биреүсе энергияның бер төрө. Бөтә сауҙа нөктәләрендә лә тиерлек, заправкаларҙа, ресторандарҙа банк хеҙмәткәрҙәре бик талапсан кредит картаһы тултырырға тәҡдим итә. Ләкин кредитты ҡайтарырға кәрәк бит. Етмәһә - проценты менән.
       Уйын автоматтарына килгәндә, дәүләт ҡәтғи ҡарар ҡабул итте - уларҙы ҡаланан ситкә сығарырға, айырым нөктәләрҙә тупларға. Ә кредит менән ни эшләргә? Банкыларҙы яланға йә урманға сығарырғамы? Әлбиттә, юҡ. Күп нәмә кешенең үҙенә бәйле - ихтыяр көсө, аҡыл, яуаплылыҡ тәрбиәләү. Ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, саманан тыш мауығыуҙы асыҡлау системаһы булдырырға кәрәк. Мәҫәлән, бөтә аҡсаң менән казиноға йыйынаһың икән - тәүҙә психологта медосмотр үт. Банктан кредит алырға теләйһең икән, шулай уҡ ошонан башла. Дөрөҫ, быларҙы кем күҙәтере билдәһеҙ. Иң мөһиме, моғайын, дәүләт тормоштағы факттар буйынса ҡабул итергә мәжбүр булған закондарға түгел, ә үҙеңә, һөйөклөңә, таянырға кәрәктер: үҙемде яратам икән - тимәк, мин үҙемә зыян эшләмәйәсәкмен!

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал