6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Максим Чудов ысынлап та мөғжизә күрһәтте
12.02.08


       Халыҡ, алтын ҙур булмай, тип белмәй әйтмәгән. Максим Чудов тырышлығы һәм ныҡышмалылығы арҡаһында донъя биатлоны бейеклектәренең береһенә күтәрелде барыбер. Донъя чемпионатының тәүге ике шәхси стартында "алтын" һәм "көмөш" яулап, ул бөгөн ирҙәр араһында наградалар иҫәбендә алда килә. Хатта бөйөк һәм ҡеүәтле Уле Эйнар Бьорндалендың да "алтын" һәм "бронза" ғына.
       Спринттан һәм эҙәрлекләү уҙышынан һуң Швецияның Остерсунд ҡаласығы Ағиҙелдең һул яҡ ярынан етеҙ егетте оҙаҡ хәтерләйәсәк әле. Әйтеп тораһы ла юҡ, урындағы халыҡтың шатлығының иге-сиге булманы.
       Ҡалған рәсәйҙәр ҙә биатлон элитаһына ҡарай. Ләкин Швецияла улар артыҡ ҙур уңыш күрһәтә алманы - шәхси наградалары бөтөнләй юҡ. Спринтта Иван Черезов чемпионатта иң үкенесле дүртенсе урынды яуланы - миҙалға илтеүсе лифт ишеге танауыңдың төбөндә генә ябылһын әле!
       Эҙәрлекләү уҙышында Дмитрий Ярошенко ла ошондай һөҙөмтә күрһәтте. Ул өсөнсө булып йүгереп килә ине, ләкин немец Александр Вольф уны уҙып китте - хатта уның финиш һыҙығына еткәнен дә күрмәнек.
       Тимәк, хәҙер, күпмелер ваҡытҡа булһа ла, Чудов Рәсәй йыйылма командаһының лидеры булып тора. Ул үҙен Дмитрий Ярошенконан ҡала икенсе тип иҫәпләй, әлбиттә - ләкин беҙ ысынбарлыҡты күреп торабыҙ бит. Максим Чудовтың һуңғы ике уҙышын күҙәтеүсе Рәсәй тамашасылары был биатлонсының тотороҡло лидер булып формалашыуына шаһит булды.
       Элек ул эстафетала донъя чемпионы һәм эҙәрлекләҙә донъя чемпионатының көмөш призеры булғайны. Ләкин хәҙер, Швециялағы ике уңышынан һуң, Максим Чудов - ике тапҡыр донъя чемпионы һәм бер нисә тапҡыр чемпионат призеры. Бындай ҡаҙаныштар менән һәр танылған ветеран да маҡтана алмай. Тулы бәхеткә ирешеү өсөн уға Олимпиада уйындарында "алтын" яуларға һәм тағы бер нисә награда алырға ғына ҡалды.
       Дөрөҫөн әйткәндә, Чудов ут рубежында һынатып ҡуймаһа ярар ине, тип шөрләгәйнек. Ләкин чемпионаттың беренсе старты уҡ, спринт, Чудовтың әҙәби персонаж Следопыттан насар атмауын күрһәтте.
       10 километрҙы Чудов һуңғыларҙың береһе булып йүгерҙе. Немец Андреас Бирнбахер менән норвег Халвард Ханевольд дистанцияны мәргән атып уҙғас, Максим хәҙер ҡыуып етә алмаҫ инде, тип уйланыҡ. Шулай ҙа Уле Эйнар Бьорндален, ике тапҡыр яҙа тейҙереп, икенсе һөҙөмтә менән килгәс, мин, тиҙ йүгереүсе Чудов атыуҙа бер-ике тапҡырҙан артыҡ яңылышмаһа, миҙалға дәғүә итә ала, тип уйланым.
       Ләкин яҙа атыу тураһында уйларға ла кәрәк булмаған икән. Швеция телевидениеһы кемдеңдер финишын күрһәткән арала, Макс ятып атыуҙа бөтә сәптәрҙе лә япты.
       Тороп атҡанда мин биатлонсыбыҙ өсөн шул тиклем борсолдом, хатта уның менән бергә тын алмай торҙом. Күп тамашасылар тулҡынланыуҙан шулай иткәндер тип уйлайым. Чудов бөтә сәптәргә лә мәргән атып, "алтын" артынан йүгерҙе. Финишта беренсе булып барған Ханевольд йүгереүҙә Максимға етәме ни.
       Чудов финишҡа килеп еткәнсе, берәй нәмә булып ҡуймаһын тип борсолоп, күҙҙе лә алмай көттөк. Шөкөр, ҡурҡыныс бер нәмә лә булманы, Чудов көндөҙгө тантанала сәскә һәм кисен алтын миҙал алды.
       Матбуғат конференцияһында ул:
       - Бөгөн минең фамилиям (Чудов) ысынбарлыҡҡа әйләнде - бәләкәй генә мөғжизә (чудо) булды. Мин үҙ-үҙемә ышандым. Ут рубежында бөтә иғтибарымды тупланым, һәм барыһы ла яҡшы килеп сыҡты.
       Ярыштарҙың икенсе көнөнә Чудовҡа эҙәрлекләүселәрҙән ҡасырға кәрәк ине. Ханевольдты Макс стартта уҡ - 20 секундҡа, Бьорндаленды 30 секундҡа уҙып китә.
       Беренсе атыуҙа уҡ яҡташыбыҙ өҫтөнлөгөн юғалта - ике тапҡыр яҙа ата, һәм, әлбиттә, ул беренсе түгел, ә өсөнсө, Бьорндалендан 24 секундҡа ҡалыша.
       Икенсе рубежда инде Чудов барыһында ла сәпкә тейҙерә, шулай ҙа Уле Эйнар алда бара.
       Беренсе ятып атыу. Бьорндален тағы бер тапҡыр, ә Чудов ике тапҡыр яҙа ата. Тейешле штраф түңәрәктәрен үткәндән һуң рәсәйле тағы ла өсөнсө.
       Һуңғы атыу. Уле Эйнар бөтә сәптәргә лә мәргән атып, Норвегия флагын күтәреп, финиш һыҙығын үтә. Макс та был юлы мәргәнлек күрһәтә һәм, Бьорндалендан 10 секундҡа ғына ҡалышып, финишҡа икенсе булып килеп етә. "Көмөш" - шулай уҡ бик яҡшы һөҙөмтә.
       Ярыштан һуң уҙғарылған матбуғат коференцияһында Бьорндален:
       - Һуңғы атыуҙа бишәүһенә лә тейҙереү минең өсөн ысынлап та яҡшы һөҙөмтә булды. Һуңғы түңәрәктә Максимдың бик шәп йүгерәсәген белә инем, шуға күрә лә миңә был саф атыу бик кәрәк ине, - тине.
       Максим Чудов:
       - Хәҙер мин үҙемде яҡшы тоям, ләкин хәлдән тайыу һуңыраҡ киләсәген беләм.
       Һуңғы түңәрәктә мин Улены эҙәрлекләмәнем, хатта маташманым да. Мин үҙемде ҡыуып етергә маташыусыларҙан өҫтөнлөгөмдө һаҡланым. 20 секундҡа артта ҡалыуҙы ҡыуып етеп булмаясағын һәр атлет белә.
       Рәсәй йыйылма командаһы тренеры Владимир Аликин Чудовтың һөҙөмтәләренә шатланып бөтә алмай. Әлбиттә - ирҙәр йыйылма командаһына планлаштырылған өс миҙалдың икәүһен яуланы бит Макс.
       Алда әле күп старттар буласаҡ, Чудов, уларҙың барыһында ла ҡатнашыр инем, тип белдерҙе. Егеттә сәм етерлек, тик бына көсө етерме?

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал