6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Психолог кәңәштәре

Матур һүҙҙәр һөйләне-һөйләне лә, хәҙер юғалды
11.02.08


       Әхирәтем былтыр йыл буйына осоп йөрөнө. Ул ғашиҡ булды һәм шуның менән бәхетле ине. Компьютерҙағы... иргә ғашиҡ булды. Чатта аралашып, аҙаҡ осрашҡандан һуң, бер-береһен оҡшатмай, таралышҡан миҫалдарҙы әллә күпме килтерергә мөмкин.
       Ләкин бөгөн бәйән итәсәк тарих бөтөнләй икенсе. Эйе, унда ла - интернет буйынса танышыу, тик бына айырылышыу сәбәбе икенсе. Хәйер, баштан башлайыҡ. Һүҙҙе Ленаға бирәйек.
       - Виртуаль мөхәббәт булды! Йыл буйына кисереп йөрөгән тойғоно башҡаса нисек атайһың?! Был, минеңсә, яңғыҙлыҡтан килеп сыға. Әгәр тормошта минең арҡа терәр һөйөклө кешем булһа, чатҡа инер инемме ни? Юҡ, һис ҡасан! Ә бында, эргәңдә бер кешең дә булмағас, тура килә. Мониторҙан булһа ла наҙлау, аңлау эҙләйһең.
       Эйе, мин артыҡ йәш тә, бик сибәр ҙә түгелмен. Шуға үҙ яҙмышымды үҙем ҡорорға булдым. Йәғни, танышыу өсөн бөтә ысулдарҙы файҙаланырға.
       Ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдай беләбеҙ. Һәм бында ғәйеплеләр юҡ. Бөтәбеҙ ҙә мөғжизәгә ышанабыҙ, әкиәттәге принцты көтәбеҙ.
       Минең виртуаль романым үҙенсәлекле түгел, ул Егет, Ҡыҙ һәм компьютер ҡатнашлығындағы меңәрләгән башҡа тарихтарға оҡшаш. Шулай ҙа, кемгәлер минең хатамды ҡабатламаҫҡа һабаҡ булыр, тигән ниәттән үҙ тарихымды һөйләйем әле.
       Игорь менән, чатҡа инеүселәрҙең бөтәһе кеүек үк, ғәҙәттәгесә таныштым. Уның ҡарауы, шундай мөхәббәт ҡабынды! Мин һәр интернет-күрешеүгә, ысын күрешеүгә барғандағы кеүек, әҙерләндем. Быға тиклем "аҡыллы машина"ға бәйлелек менән яфаланмай торғайным, ә был йылды минең өсөн башҡа тормош бөттө - бөтә нәмә тураһында оноттом. Тик Игорь генә! Иң-иң һиҙгер, аҡыллы, яғымлы, батыр! Бер һүҙ менән әйткәндә, герой!
       Ә был компьютер осрашыуҙарынан мин күпме шатлыҡ- ҡыуаныс кисерҙем. Игорь менән аралашмаһам, минең өсөн донъя ҡараңғыланды. Мин атлап түгел, осоп йөрөнөм. Ә бер ваҡыт ул шылтыратып, осрашырға тәҡдим иткәс, минең менән нимә булғанын белһәгеҙ...
       Осрашыу алдынан борсолоп бөттөм: ә оҡшамай ҡуйһам, бәлки, ул мине бөтөнләй икенсе итеп күҙ алдына килтерәлер. Ләкин ҡурҡыуым юҡҡа булған: осрашыу бик яҡшы үтте. Һуңынан тағы, тағы осраштыҡ, мин киләсәк тураһында хыяллана башланым. Уның менән икебеҙҙең киләсәк тураһында.
       Ләкин һәр нәмәнең аҙағы була бит. Шул уҡ чатта минең әхирәтем барлыҡҡа килде. Беҙ уның менән төрлө темаға яҙыштыҡ, серҙәребеҙ менән уртаҡлаштыҡ. Мин уға көтөп алған мөхәббәтем хаҡында һөйләнем. Ул быға көлөмһөрәп кенә ҡараны, бөтә ирҙәр ҙә алдаҡсы, улар менән бына минең кеүек файҙалана белергә кәрәк, тип иҫбатланы. Үҙенә күпме егет ғашиҡ булыуы, ниндәй бүләктәр биреүҙәре, арнап шиғыр, хаттар яҙыуҙары тураһында һөйләне. Һәм үҙ һүҙҙәрен раҫлап, миңә "электронка" аша бер нисә хатын ебәрҙе.
       Мин, ғөмүмән, сит кеше хаттарын уҡырға яратмайым. Шуға күрә уҡымайынса ғына юйып ташларға булдым. Ләкин юйған саҡта ҡарашым ихтыярһыҙҙан үтә таныш бер фразаға эләкте.
       Моғайын, аңлағанһығыҙҙыр инде. Былар, ысынлап та, һүҙмә- һүҙ минең һөйөклө Игоремдең хаттары ине. Мин минең өсөн генә тип уйлаған наҙлап иркәләү һүҙҙәре лә шул уҡ. Ә ниңә, күсереп алырға мөмкинлек булғанда, быға ваҡыт әрәм итергә?.. Тик шуныһы ҡыҙыҡ, был хаттарҙы ул кемгә яҙған, кемгә күсергән икән?
       Мин бөтәһен дә: хаттарҙы ла, фотографияларҙы ла, адрестарҙы ла юйып ырғыттым. Ә бит үҙ хәтереңдән юйып ташлап булмай, ваҡыт-ваҡыт иҫкә килә лә төшә. Иҫәүән, Игорь мине, мине генә ярата, тип ышандым бит әле. Мин дә уны яраттым. Әлбиттә, мин уға ошо бәхетле йылым, кисергән ҡыуаныслы мәлдәрем өсөн рәхмәтлемен.
       Лена менән булған ошо хәл айҡанлы аңлатма биреүен һорап, психолог Олег Кушнерукка мөрәжәғәт иттек.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәҙәти хәл. Беҙҙең заманда күп кешеләр, аралашыу етешмәүҙән, интернет буйынса аралашыу менән файҙалана. Ҡайһы берҙә бәйлелеккә күскән интернет- аралашыу кешенең тормошонда компенсатор механизм булараҡ сығыш яһай. Коллегаларымдың ҡайһы берҙәре был ысулды иғтибарҙы ысынбарлыҡтан ситкә йүнәлтеү булараҡ тәҡдим итә.
       Романтик тойғолар менән һуғарылған ысын, кешесә мөнәсәбәттәр, һине аңлауҙарын теләүен ҡатын-ҡыҙҙар тел менән әйтеп бирһә, ирҙәр, ғәҙәттә, был турала өндәшмәй. Еленабыҙҙың эске кисерештәрен аңлап, өҫтәп шуны әйтер инем: "Онотоу - ул кисереү түгел, шулай уҡ кисереү - онотоу түгел".
       Миңә был осраҡта ни ҙә булһа тәҡдим итеү ҡыйын: хәтереңдән бөтә нәмәне, хатта яҡшыһын да һыҙып ташлау кәрәкме икән, әллә матур иҫтәлектәрҙе хәтерҙә ҡалдырырғамы...
       Беҙҙең менән уйнап яҙышыусыларҙы дөйөм кешелек, гуманистик принциптарға саҡырыу кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Был принциптар улар өсөн йә бөтөнләй юҡ, йә, ҡасандыр ауыҙҙары бешеү сәбәпле, уларға ҡолаҡ һалмай һәм хәҙер сит усаҡҡа йылына ғына.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал